Эстәлеккә күсергә

Морфология (биология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морфология
Рәсем
Өйрәнеү объекты морфология[d]
 Морфология Викимилектә

Морфология (биология) тере организмдарҙың тышҡы (формаһын, төҙөлөшөн, төҫөн, өлгөһө), эске өлөштәренең төҙөлөшөн, организм, таксонға хас үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе фән. (мәҫәлән, кеше морфологияһы).

Тышҡы морфологияны (эйдономия) һәм эске морфологияны (анатомия) айырып йөрөтәләр. Морфологиянан физиологиянан төп айырмаһы шунда: физиология беренсе сиратта организмдың эшмәкәрлеген өйрәнә.

Морфология төшөнсәһен беренсе булып фәнгә индереүсе булып немец шағиры һәм тәбиғәт фәндәре белгесе И. В. Гете тәҡдим итә. "Органик есемдәрҙең формаһы, үҫеш дәүерендә әүерелештәре тураһында тәғлимәт " тип билдәләй.

«Дөйөм морфология» организмға, таксонға хас булған үҙенсәлектәрен, айырмалы яҡтарын өйрәнә. Морфологик тасуирламә организмдың, уның айырым өлөштәренең формаһын, төҫөн, киәфәтен үҙ эсенә ала. Әммә ваҡ деталдәрен өйрәнеү морфологияның бурысы түгел.

Таксондарҙың бер-береһенән айырмаһы нигеҙҙә, морфологик билдәләргә таяна. Ҡағиҙә булараҡ, яҡын таксондар араһында айырмалар әҙерәк була.

Әммә морфологик билдәләре оҡшаш булып та, төрлө таксондарға ҡараған(конвергенция) организмдар бар. Мәҫәлән, ҡара 38 һәм 42 хромасомалы ике игеҙәк төрө бар.

Тышҡы ҡиәфәттәре ныҡ айырылып та, бер үк төргә ҡараған осраҡтары бар (дивергенция). Морфологик билдәләргә таянып булмағанда, төрҙәрҙе айырыу өсөн икенсе ысулдар ҡулланыла: мәҫәлән, цитогенетик һәм ДНК-анализдар.

  • Апоморфия
  • Морфогенез
  • Үҫемлектәр морфологияһы
  • Кеше морфологияһы
  • Морфометрия
  • Плезиоморфия
  • Сағыштырма анатомия
  • Фенетика