Эстәлеккә күсергә

Голоцен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
система бүлек ярус Йәше, млн йыл элек
Дүртенсел Голоцен 0—0,0117
Плейстоцен һуңғы 0,0117—0,126
урта 0,126—0,781
иртә 0,781—1,806
Гелаз 1,806—2,588
Неоген Плиоцен Пьяченц больше

Голоце́н (грек. ὅλος — «тулы, бөтөн» + καινός — «яңы») — дүртенсел периодтың хәҙерге йәки боҙлоҡтан һуңғы эпохаһы һәм дүртенсел системаның (осорҙоң) уға тиңдәш булған һуңғы бүлектәре ултырмалары. Голоцен 10 мең йыл самаһы дауам итә, уның башланғысы булып Европаның, Азияның һәм Төньяк Американың төньяҡ өлөштәрендәге һуңғы материк боҙланыуы бөтөү осоро тора. Археологияла сиге палеолит һәм мезолит сиктәре менән тәңкәл килә. Башлыса, Ерҙә климат, тупраҡ, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы зоналары, ҡоро Ер һәм диңгеҙләрнең хәҙерге контурҙары формалаша. Бынан элекке, 8-4 мең йылдар араһында, урта киңлекләрҙә климат хәҙерге менән сағыштырғанда бер аҙ йылырак һәм дымлыраҡ була. Голоценда Ер йөҙөндә кеше таралып урынлаша башлай, уның культураһы формалаша, малсылыҡ һәм ер эшкәртеү барлыҡҡа килә.

  • Иорданский Н. Н. Развитие жизни на земле. — М.: Просвещение, 1981.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.