Эстәлеккә күсергә

Хатшепсут

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хатшепсут
Боронғо Мысыр фирғәүене
Хаким итә башлауы: б.э.т. 1503, йә 1479, йә 1490/1489 йыл
Тамамланыуы: б.э.т. 1482, йә 1458, йә 1468 йыл
Алдағы хаким: Тутмос II
Вариҫы:Тутмос III
Тыуған ваҡыты:
Ире:Тутмос II
Балалары:Нефрура
Династия:ун һигеҙенсе династия
Атаһы:Тутмос I
Әсәһе:Яхмес

Хатшепсут (Боронғо Мысыр теленән Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе тип тәржемә ителә) — Боронғо Мысырҙың Яңы батшалыҡ дәүерендә хаким итеүсе ҡатын, ун һигеҙенсе династияның бишенсе фирғәүене. Хатшепсут, төрлө сығанаҡтар буйынса, йә б.э.т. 1503—1482 йылдарҙа, йә б.э.т. 1479—1458 йылдарҙа, йә б.э.т. 1490/1489—1468 йылдарҙа Мысыр менән хаким итә. Башта ул ҡустыһы һәм ире Тутмос II-нең улы Тутмос III-нөң регенты була, әммә һуңынан уны тәхеттән ситләштереп, үҙен фирғәүен тип иғлан итә.

Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр Аллаһы Хорҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный.

Боронғо Мысыр телендә фирғәүендең тулы исеме ошолай яҙыла:

G39N5
<
imn
,
n
W9 t
F4
,
t
A51
>
M23L2
<
ramAatkA
>

Уҡыла: Мааткара Хенеметамон Хатшепсут
Мәғәнәһе:

Мааткара — Хәҡиҡәт — Ҡояштың йәне
Хенеметамон — Амон ҡосағына алған
Хатшепсут — Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе
Хатшепсуттың сфинксы

Хатшепсут — ун һигеҙенсе династияның өсөнсө фирғәүене Тутмос I һәм уның төп ҡатыны Яхместың ҡыҙы. Унан тыш, Тутмос I менән Яхместың тағы бер ҡыҙы һәм ике улы була, әммә улар донъянан иртә китә. Атаһының хакимлығы ваҡытында Хатшепсутҡа «Аллаһ ҡатыны» — Фива Аллаһы Амондың иң юғары дини хеҙмәткәре титулы тапшырыла.

Тутмос I-нең үлеменән һуң, тәхеткә уның икенсе ҡатыны Мутнофреттан улы Тутмос II ултыра. Фирғәүен ғаиләһендәге ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Тутмос II апаһы Хатшепсутҡа өйләнә. Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсут ире тәхеттә ултырған саҡта уҡ етәкселекте үҙ ҡулына ала башлай. Бының ысынбарлыҡ менән ни тиклем тап килеүе билдәһеҙ.

Хатшепсуттың Нефрура исемле ҡыҙы тыуа (ҡайһы бер фараздар буйынса, ул шулай уҡ Тутмос III-нөң төп ҡатыны Меритраның да әсәһе була). Әммә Тутмос II һәм Хатшепсуттың уртаҡ улдары булмай. Тутмос II-нең үлеменән һуң, фирғәүен тәхете уның гарем ҡыҙы Исиданан улы Тутмос III-гә ҡала. Тутмос III йәш булғанға күрә, Хатшепсут уның регенты вазифаһын башҡара. Әммә күпмелер ваҡыттан тәхеткә Мааткара (Хәҡиҡәт — Ҡояштың йәне) исеме аҫтында, руханиҙар, аристократия һәм ғәскәр башлыҡтарының ҡайһы бер өлөшө ярҙамына таянып, Хатшепсут үҙе ултыра. Уға ярҙам итеүсе төп көстәр араһында ХапусенебАмондың юғары руханиһы, билдәле архитектор, дәүләт эшмәкәрҙәре Инени һәм Сенмут була. Сенмутҡа шулай уҡ батшабикәнең ҡыҙы Нефрураны тәрбиәләү йөкмәтелгән була. Күп белгестәр Сенмутты Хатшепсуттың фавориты булған, тип иҫәпләй, быға дәлил итеп Хатшепсуттың ерләү тантанаһы өсөн төҙөлгән һарайы янында үҙе өсөн йәшерен кәшәнә төҙөүен килтерә. Бында ул шулай уҡ үҙенең рәсемен төшөрөп ҡалдыра. Сенмут үҙе бай булмаған ғаиләлә тыуа һәм батша һарайында ҙур йоғонтоға ирешә, хатта үҙенсәлекле "батша һарайында ирекле йөрөүгә хаҡлы" титулы яулай. Был иһә — батшабикә менән архитектор араһында яҡын мөнәсәбәттәр тураһында раҫларға тағы бер сәбәп.

Тәхеттәге урынын Хатшепсут үҙенең илаһи тыумышы тураһындағы легенда ярҙамында нығыта. Был легенда буйынса, Ҡояш аллаһы Амон Ергә, батшабикә Яхмос янына төшә һәм, Тутмос I ҡиәфәтен алып, «үҙенең ҡыҙы» Хатшепсутҡа йән бирә. Был легенданы Амон аллаһы руханиҙары ла ҡеүәтләй. Дейр әл-Бахри ҡаяһы итәгендәге Хатшепсуттың ерләү йолаһы өсөн төҙөлгән һарайы стенаһында легенда бик ентекле һүрәтләнгән. Бында Амондың һүҙҙәре уйып яҙылған:

«

Хатшепсут булырға тейеш минең тыуасаҡ ҡыҙымдың исеме... Ул бөтә ил менән хаким итеүсе фирғәүен буласаҡ.

»

Тәхеткә ултырғандан һуң, Хатшепсут фирғәүендәргә тәғәйенләнгән баш кейеме — хат, баш кейемендә Түбәнге Мысырҙы ҡурсалаусы алиһә Уаджит символы — урей, яһалма һаҡал һәм ирҙәр кейемендә һүрәтләнә башлай. Тәүге һәйкәлдәре һәм рәсемдәрендә ул ир кейемендәге ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, һуңғы һәйкәлдәрҙә иһә ул тулыһынса ир һымаҡ кәүҙәләнә башлай.

Хатшепсут хаким иткән осорҙа Мысыр иҡтисади йәһәттән үҫешә, Икенсе үҙгәреш дәүерендә Мысырҙы гискостар баҫып алғандан һуң өҙөлгән сауҙа бәйләнештәре тергеҙелә.

Дейр әл-Бахри һарайы стеналарына төшөрөлгән Пунт еренә экспедиция рәсеме

Тәхеттә ултырыуының яҡынса туғыҙынсы йылында Хатшепсут Пунт — «Алла ере» тип аталған илгә экспедиция әҙерләй. Был илде хәҙерге картала билдәләүе бик ауыр. Ҡайһы бер ғалимдар уны хәҙерге Эфиопия йә Сомали ерендә урынлашҡан, бүтәндәр — хәҙерге Ангола йә Уганда ерендә урынлашҡан булған, тип иҫәпләй. Экспедицияға 210 матрос һәм ишкәксе менән биш карап ебәрелә. Пунтта күп төрлө тауарҙар, хуш еҫле үҫемлектәр, ят ағастар, хайуандар, шул иҫәптән мирра ағасы һатып алына. Төрлө яҙмалар буйынса, был ағастар Дейр әл-Бахри ҡаяһы итәгендәге ерләү һарайы тирәһенә ултырыла. Пунт еренә йөрөп ҡайтҡан рәссамдар был сәйәхәтте, ят илдең тәбиғәтен Дейр әл-Бахри һарайының стеналарында уйылғән рәсемдәр аша тергеҙә.

Хатшепсуттың хакимлығы осоронда, белгестәр иҫәпләүенсә, Мысырҙың сит илдәр менән мөнәсәбәте сағыштырмаса тыныс була. Шулай ҙа, яңы тикшеренеүҙәр буйынса, ул тәхеттә ултырған ваҡытта үткән Нубияға хәрби походтың икеһенең береһен үҙе етәкләй, шулай уҡ Синай ярымутрауын, Финикия ярҙарын, көньяҡ Сүриәне һәм Фәләстанды үҙ хакимлығы аҫтында тота. Был ваҡытта Тутмос III-нөң Мысыр ғәскәре башында тороуы билдәле.

Хатшепсут Боронғо Мысыр фирғәүендәре араһында төҙөлөш эштәрен иң әүҙем алып барыусыларҙың береһе була, Үрге һәм Түбәнге Мысырҙа ул йөҙләгән төҙөлөш башлай. Төҙөлөш эштәрен Инени—Хатшепсуттың атаһы Тутмос I, ире Тутмос II хакимлығы ваҡытында уҡ фирғәүен һарайында хеҙмәт итеүсе бөйөк архитектор — һәм Сенмут алып бара.

Күпселек фирғәүендәр өсөн хас булған ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Хатшепсут Карнак һарайында төҙөлөш дауам итә. Бында ул гискостар баҫҡынлығынан һуң емерелгән Боронғо Мысыр алиһәһе — Амондың ҡатыны Мут ғибәҙәтханаһын, бынан тыш күп һәйкәлдәрҙе тергеҙә. Ҡыҙыл һәм ҡара граниттан Амондың ладьяһы өсөн яңы ғибәҙәтхана төҙөтә, — бөгөнгө көндә ул Ҡыҙыл ғибәҙәтхана исеме аҫтында билдәле. Ғибәҙәтхана таштарында уйып төшөрөлгән рәсемдәр Хатшепсут һәм Тутмос III-нөң бергә хаким итеүен тасуирлай. Бында уҡ батшабикәнең бойороғо буйынса 30 метр бейеклегендәге ике обелиск ҡуйыла. Уларҙың икеһе лә бөтөн ҙур ҡыҙыл гранит таштан яһала, ә остары ҡояш нурҙарына ялтырап тороусы электрум — алтын һәм көмөш эретмәһе менән ҡаплана. Обелисктар өсөн таштар ҡаянан киҫелеп, Асуандан Нил йылғаһы буйлап аҫҡа табан ағыҙыла. Уларҙың береһе һаман урынында тора, ул әлеге көндәргә тиклем тере ҡалған боронғо обелисктар араһында Ер йөҙөндә иң бейеге. Икенсеһе иһә икегә бүленеп, ҡолаған. Обелисктарҙың береһендә ошондай юлдар уйылған:

Хатшепсуттың Карнак һарайындағы обелискы
«

...Минең атайыма бағышланған

Һәйкәлемә бағыусы,

Һөйләүсе һәм бәхәс итеүсе,

Үҙҙәренең киләсәк быуынына мөрәжәғәт итеүсе

Киләсәк ваҡыт кешеләре өсөн әйтермен, -

Һарайҙа ултырған саҡта булды ул,

Мине тыуҙырыусы тураһында уйлаған саҡта,

Йөрәгем мине уның өсөн

Изге колонналы залда

Электрум менән ҡапланған,

Күккә тиклем ашҡан

Ике обелиск ҡуйырға әйҙәне...


Бына, минең йөрәгем тегендә һәм бында үрһәләнә

Һәм мин тыуҙырған һәйкәлдәрҙе күреүсе кеше

Ниҙәр йылдар үткәс әйтер

Һәм мин ҡылған эштәр тураһында һөйләр,

Тип уйлай..

»
Хатшепсуттың Дейр әл-Бахри ҡаяларының итәгендә урынлашҡан һарайы

Шулай ҙа Хатшепсут осорынан иң билдәре архетиктура һәйкәле — ул Нил йылғаһының көнбайыш ярында, Батшалар үҙәненә ингән урында, Дейр әл-Бахри ҡаяларының итәгендә урынлашҡан Хатшепсуттың ерләү һарайы. Хатшепсут уға Джесер-Джесеру — «Изгеләрҙән изге» исемен бирә. Был һарайҙың архитекторы Сенмут — фирғәүен йортонда иң ҙур йоғонтоло кеше була.

Джесер-Джесеру береһенән икенсеһе юғарыраҡ булған өс ҙур террасанан тора, бер террасанан икенсеһенә пандустар — комплексты икегә бүлеп торған ҡыя юлдар илтә. Һарай алдында үҙ ваҡытында Пунт иленән килтерелгән ағастар ултыртылған, ике яһалма күл ҡаҙылған булған, ингән юлда сфинкстар теҙелеп, аллея барлыҡҡа килтергән.

Һарайҙың стеналарында — Хатшепсуттың хакимлығы ваҡытындағы төрлө ваҡиғаларҙы бәйән итеүсе рәсемдәр. Беренсе терраса стеналарында Карнак һарайына ҡуйылған обелисктарҙы Үрге Мысырҙан килтереү һүрәтләнгән. Икенсе терраса стеналары Хатшепсуттың илаһи тыумышы тураһында легенданы, — Мысыр аллаһы Амон әсәһе Яхмес янында фирғәүен Тутмос I -ҡа әйләнеп пәйҙа булыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ икенсе терраса стеналары Хатшепсут тәхеттә ултырыуының туғыҙынсы йылында ойоштолған Пунт еренә экспедиция тарихын һөйләй. Бында Пунттың хозур тәбиғәте, урмандары, Пунттың батшаһы һәм батшабикәһе, уларҙың Мысыр фирғәүененә ҡиммәтле бүләктәр биреүе төшөрөлгән. Һарайҙың иң өҫкө террасаһы Мысыр аллаларына бағышланған. Уртала һарайҙың иң изге урыны — Амон ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.

Үлеме, ерләү һәм мумиялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хатшепсуттың Дейр әл-Бахрилағы һәйкәле

Хатшепсут тәхеттә ултырыуының егерме икенсе йылында үлеп китә. Уның үлеме тураһында төрлө фараздар йәшәп килә, әммә египтология өлкәһендәге иң һуңғы асыштар был фараздарҙы кире ҡаға. 2007 йылда Хатшепсуттыҡы тип билдәләнгән мумияны тикшереү һығымталары уйынса, ул илле йәштәр тирәһендә ҡан инфекцияһы арҡаһында үлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ул артрит, теш ауырыуы һәм бәлки диабет менән ауырыған, тип раҫлай белгестәр[1].

Оҙаҡ ваҡыт дауамында Хатшепсуттың мумияһы табылмай. Уның өсөн төҙөлгән ике кәшәнәлә лә мумияһы булмай сыға. Беренсе кәшәнә Тутмос II-нең батшалығы осоронда уҡ әҙерләнә, әммә ул фирғәүенгә әйләнгән ҡатын өсөн яраҡһыҙ була. Тәхеткә ултырғандан һуң, ерләү өсөн икенсе — KV20 кәшәнәһе әҙерләнә башлай. Уны 1903 йылда уҡ инглиз египтологы Говард Картер таба. Ҡайһы бер фараздар буйынса, KV20 кәшәнәһе Хатшепсуттың атаһы Тутсмос I өсөн тәғәйенләнгән була, уны Батшалар үҙәнендә төҙөлгән беренсе батша кәшәнәһе, тип иҫәпләйҙәр. Хатшепсут атаһы менән бер урында ерләнергә теләп, кәшәнәне киңәйткән һәм үҙенең ҡәберен ошонда әҙерләгән булырға тейеш. Әммә, Тутмос III тәхеткә ултырғас, Тутмос I-нең мумияһы KV38 кәшәнәһенә күсерелә, шул уҡ ваҡытта, бәлки, Хатшепсуттың дә мумияһы икенсе урынға күсерелгәндер.

2007 йылда египтология өлкәһендә алдынғы белгестәрҙең береһе Захи Хавасс Хатшепсуттың мумияһы табылыуы тураһында иғлан итә. Уның иҫәпләүенсә, Батшалар үҙәнендә табылған KV60 кәшәнәһендәге ике мумияның береһе — батшабикәнеке. Был кәшәнә Хатшепсуттың һөт инәһе Сатра(Ситре) өсөн төҙөлгән булыуы билдәләнә. Бында уҡ тәхет, сенет уйыны һәм Хатшепсуттың исеме яҙылған ушебти (ерләү фигуркаһы) табыла. Мумияларҙың ДНК анализын Хатшепсуттың мумиялары табылып, аныҡ билдәләнгән туғандарының ДНК анализы менән сағыштырғандан һуң, Сатра саркофагында ятҡан кәүҙә Хатшепсуттыҡы тип раҫлана.

ДНК тикшереүҙәре һөҙөмтәһен тағы бер факт дәлилләй — Сатра саркофагындағы мумияның бер теше етмәй. Нәҡ ошо теш, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, Дейр әл-Бахри ҡаяһы тарлауығында йәшерелгән ҡумтала табыла. Был ҡумтала Хатшепсуттың исеме менән картуш төшөрөлгән була.

Хатшепсуттың үлеменән һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тутмос III-нөң хакимлығы аҙағына тарихи яҙмаларҙан Хатшепсут исемен юҡ итеү башлана. Уның картуштары һәм рәсемдәре стеналарҙан юйыла. Дейр әл-Бахри һарайында Хатшепсуттың күп һәйкәлдәре ҡолатыла, ватылып, яҡында күмелә. Карнакта хатта уның обелисктары стена менән ҡаплана.

Тутмос III, үгә әсәһе хакимлыҡты уның ҡулынан тартып алыуына үс итеп уның тураһында бөтә яҙмаларҙы, уның һәйкәлдәрен юҡ итергә бойорған, тигән фекер бөгөнгө көндә нығынған. Тик ниңә һуң Тутмос III — Мысырҙың иң уңышлы ғәскәр етәксеһе — үс алыр алдынан егерме йыл буйы көткән? Египтологтар иҫәпләүенсә, уның Хатшепсут исемен тарихтан юйырға тырышлығына сәйәси сәбәптәр булған, һәм был сәбәптәр бөгөнгө көндә аныҡ билдәле түгел.

Фараздарҙың береһе буйынса, хакимлығының аҙағына Тутмос III тарихты «күсереп яҙып», Хатшепсутты батша ҡатындарына тәғәйен регент титулында ғына ҡалдырырға ниәтләгән. Шулай итеп, Тутмос III үҙенең Тутмос II-нең тура вариҫы булыуын күрһәтмәк булғандыр. Был уның тәхеткә хоҡуғын дәлилләү өсөн кәрәк булыуы мөмкин.

Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсуттың ил менән оҙайлы ваҡыт дауамында уңышлы хаким итеү осрағы Мысыр фирғәүене тәхете өсөн ҡурҡыныс булған — был артабан фирғәүен тәхетен ҡатын-ҡыҙ биләүе мөмкинлеген булдырған. Фирғәүен титулын йөрөтөүгә хоҡуҡ ир-атта ғына ҡалһын өсөн, бәлки, Тутмос III Хатшепсут хакимлығы менән бәйле бөтә эҙҙәрҙе юҡ итә башлағандыр.

Хатшепсуттың исеме оҙаҡ ваҡыт фәнни донъяла билдәле булмай. Тик 19-сы быуатта Дейр әл-Бахри һарайында башланған археологик тикшеренеүҙәр генә Хатшепсут шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Француз ғалимы Жан Франсуа Шампольон Боронғо Мысыр телен асҡандан һуң, Дейр әл-Бахри һәм Карнак һарайҙары яҙыуҙары аша бөйөк ҡатын тормошондағы ваҡиғалар тергеҙелә.

  • Большаков В. А. Воцарение Хатшепсут: новая версия // Восток (Oriens). 2009. 1. С. 14-21.
  • Большаков В.А. Дочь Ра Хатшепсут. - М.:РУДН, 2009.
  • Матье М. Э. Искусство Древнего Египта. Новое царство XVI—XV века. // История искусства Древнего Востока. Том I. Древний Египет. Вып. III. — Л., 1947.
  • Мертц Б. Древний Египет: Храмы, гробницы, иероглифы. / Пер с англ. — М.: Центрполиграф, 2003.
  • Desroches Noblecourt Ch. La Reine Mystérieuse: Hatshepsout. — Paris, 2002.
  • Ratie S. La Reine Hatschepsout. Sources et Problemes. Leyden, 1979.
  • Tyldesley J. Hatchepsut: The Female Pharaoh. — Penguin Books, 1998.
  • Wells E. Hatshepsut. — Double Day, 1969.

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]