Европий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Европий
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Европа[1]
Ауырлығы 151,964 ± 0,001[2]
Асыусы йәки уйлап табыусы Демарсе, Эжен Анатоль[d][1]
Асыу датаһы 1901[1]
Элемент символы Eu[3]
Химик формула Eu[4]
Каноническая формула SMILES [Eu][4]
Атом һаны 63[5]
Электр кирелеге 1,2
Позиция в Юникоде 92AA[6]
Commons-logo.svg Европий Викимилектә

Европий (лат. Europium, Eu) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры - 63. Атом массаһы 151,964 а. лантаноидтар төркөмөнә ҡарай, шулай уҡ тәбиғәттә һирәк осрай торған элемент. Ябай матдә европий башҡа лантаноидтар кеүек үк — йомшаҡ көмөшһыу-аҡ металл, һауала еңел окислана.

Символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европий элементының символы - Eu (Европий тип уҡыла).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғараҡ европий тип танылған спектраль һыҙаттарҙы беренсе булып Крукс (1886) һәм Лекок де Буабодран күҙәткәндәр (1892). Демарсе 1896 йылда элементтың спектрын күрә, ә 1901 йылда элементты бүлеп алыуға өлгәшә, уға Европа хөрмәтенә европий тип исем бирә[7].

Тәбиғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европий лантаноидтар составына инә, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия ерҙәрендә йыш осрай. Донъяла иң ҙур ятҡылыҡтары Кенияла[8]. Байтаҡ запастары Тымыҡ океан утрауҙары янында тәрән һыуҙағы һирәк осрай торған минералдар ятҡылыҡтарында, Японияның Минамитори иҡтисади зонаһында урынлашҡан[9].

Сығарып алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Металлик европийҙы Eu2O3 матдәһен углерод йәки лантан вакуумында тергеҙеп, шулай уҡ EuCl3 расплавын электролизлап алалар.

Хаҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европий лантаноидтарҙың иң ҡыйбаттарының береһе булып тора[10]. 2014 йылда ЕВМ-1 европий металл хаҡы - 1 килограмына 800-2000 тиклем АҠШ доллары тәшкил иткән, ә европий оксидының таҙалығы 99,9 % булғанда — 1кг 500 доллар тирәһе.

Ғәҙәти шарттарҙа европий кристалл структураһы. а=4,581 Å

Һыу сифатына йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европий һыуҙа үҙен кальций һымаҡ тота. Европийҙың аҙ минераллашҡан тәбиғи һыуҙарҙа максималь күҙәтелә торған концентрациялары 1 мкг/л-дан кәмерәк ( диңгеҙ һыуҙарында — 1,1·10−6 мг/л) тәшкил итә. Бындай концентрацияларҙа һыу сифатына йоғонтоһо ҙур түгел. Һыуҙа рөхсәт ителгән иң сикке концентрацияһы (ПДК) бары тик Рәсәй нормалары менән генә көйләнә һәм эсергә яраҡлы һыу өсөн-0,3 мг/л тип билдәләнгән.

Һаулыҡ өсөн хәүефлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европийҙа токсиндар аҙ. Европийҙың кеше организмына тәьҫире һөҙөмтәләре тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәр юҡ.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 (not translated to ru) Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition)Издательство Оксфордского университета, 2011.
  2. Atomic weights of the elements 2013 (IUPAC Technical Report)IUPAC, 1960. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  3. Wieser M. E., Coplen T. B. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  4. 4,0 4,1 EUROPIUM
  5. Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
  6. https://www.cns11643.gov.tw/wordView.jsp?ID=151141
  7. Европий // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Полезные ископаемые Кении
  9. The tremendous potential of deepsea mud as a source of rare-earth elements
  10. Периодическая таблица элементов — Европий

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Европий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 3-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]