Теллур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Теллур
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Теллус[d][1]
Ауырлығы 127,6 ± 0,03[2]
Асыусы йәки уйлап табыусы Мюллер, Франц Йозеф[d][3]
Асыу датаһы 1783[3]
Табылыу урыны Сибиу[d][3]
Элемент символы Te[4]
Химик формула Te[5]
Каноническая формула SMILES [Te][5]
Атом һаны 52[6]
Электр кирелеге 2,1
Тығыҙлыҡ 6,24 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр[7]
Иреү температураһы 842 ± 1 Фаренгейт градусы[7]
Ҡайнау нөктәһе 1814 ± 1 Фаренгейт градусы[7]
Давление пара 0 ± 1 миллиметр ртутного столба[7]
PGCH коды 0587
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 0,1 ± 0,1 миллиграмм на кубический метр[7]
IDLH 25 ± 1 миллиграмм на кубический метр[7]
Позиция в Юникоде 78B2[8]
Commons-logo.svg Теллур Викимилектә

Теллур (лат. Tellurium, Te) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 52.Металлоид.

Символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теллур элементының символы — Te (Теллур тип уҡыла).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теллур 1782 йылда Франц Йозеф Мюллер тарафынан асыла.

Трансильванияла алтын мәғдәне ятҡылыҡтары тау инспекторы булып эшләп йөрөгән Йозеф Франц Мюллер (аҙаҡ ул барон фон Райхенштейн булып йөрөй) Австро-Венгрия территорияһында яңы элемент таба. 1798 йылда Мартин Генрих Клапрот теллурҙы айырып ала һәм уның мөһим үҙенсәлектәрен билдәләй.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Латинса tellus, эйәлек килештә telluris, Ер тигәндән алынған исемде Мартин Клапрот тәҡдим иткән[9][10].

Тәбиғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер ҡабығындағы ауырлығы күләме 1·10−6 % тәшкил итә. 100-гә яҡын теллур минералдары билдәле. Иң йыш осрай торған теллуридтар — баҡыр, ҡурғаш, цинк,көмөш һәм алтын теллуридтары . Теллурҙың изоморф ҡатнашмалары сульфидтарҙа күп күҙәтелә .Минералдар араһында теллур айырым әһәмиәткә эйәләре: алтаит (PbTe), сильванит (AgAuTe4), калаверит (AuTe2), гессит (Ag2Te), креннерит [(Au, Ag)Te], петцит (Ag3AuTe2), мутманнит [(Ag, Au)Te], монбрейит (Au2Te3), нагиагит ([Pb5Au(Te, Sb)]4S5), тетрадимит (Bi2Te2S). Теллурҙың кислородлы берләшмәләре осрай, мәҫәлән, ТеО2 — теллур охраһы.

Физиологик тәьҫире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теллур һәм уның осоусан берләшмәләре ағыулы. Организмға эләккәндә күңел болғаныуы, бронхит, пневмония (үпкә ялҡынһыныуы) килтереп сығара. Һауалағы ПДК-һы төрлө ҡушылмалар өсөн 0,007-0,01 мг/м³, һыуҙа 0,001-0,01 мг/л миҡдарында тирбәлә. Теллурҙың канцерогенлығы раҫланмаған[11]..

Ағыуланған осраҡта, теллур организмдан бик насар еҫле теллур ҡушылмалары формаһында сығарыла. Уларҙың еҫе һарымһаҡҡа оҡшаған, шуға күрә организмға ҙур булмаған күләмдә теллур ингәндә лә, кеше һулышынан һарымһаҡ еҫе сыға башлай, һәм был теллур менән ағыуланыуҙың мөһим билдәһе[12][13][14].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Теллур// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Колотов С. С., Δ Теллур // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1901. — Т. XXXIIа. — С. 818–821.
  2. Atomic weights of the elements 2013 (IUPAC Technical Report)IUPAC, 1960. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  3. 3,0 3,1 3,2 (not translated to ru) Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition)Издательство Оксфордского университета, 2011.
  4. Wieser M. E., Coplen T. B. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  5. 5,0 5,1 TELLURIUM
  6. Химик элементтарҙың периодик системаһы — 1869.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0587.html
  8. https://www.cns11643.gov.tw/wordView.jsp?ID=150579
  9. Илья Леенсон Язык химии. Этимология химических названий — Litres, 2017-09-05. — 433 б. — ISBN 9785040301225.
  10. Николай Александрович Фигуровский Открытие химических элементов и происхождение их названий — Наука, 1970. — 218 б.
  11. Tellurium. International Programme on Chemical Safety (1998-01-28). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 август 2012. 12 ғинуар 2007 тикшерелгән.
  12. Wright, PL; B. Comparative metabolism of selenium and tellurium in sheep and swine (инг.) // AJP – Legacy : journal. — 1966. — Т. 211. — № 1. — С. 6—10. — PMID 5911055.
  13. Müller, R.; Zschiesche, W.; Steffen, H. M.; Schaller, K. H. Tellurium-intoxication (инг.) // Klinische Wochenschrift (инг.)баш. : journal. — 1989. — Т. 67. — № 22. — С. 1152—1155. — DOI:10.1007/BF01726117 — PMID 2586020.
  14. Taylor, Andrew Biochemistry of tellurium (инг.) // Biological Trace Element Research (инг.)баш.. — Springer, 1996. — Т. 55. — № 3. — С. 231—239. — DOI:10.1007/BF02785282 — PMID 9096851.