Иттрий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иттрий
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Иттербю[d]
Ауырлығы 88,90584 ± 1,0E-5[1]
Асыусы йәки уйлап табыусы Юхан Гадолин[d] һәм Фридрих Вёлер[d][2]
Асыу датаһы 1787
Место обнаружения Финляндия
Элемент символы Y[3]
Химик формула Y[4]
Каноническая формула SMILES [Y][4]
Атом һаны 39[5]
Электроотрицательность 1
Тығыҙлыҡ 4,47 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр[6]
Иреү температураһы 2732 ± 1 Фаренгейт градусы[6]
Ҡайнау нөктәһе 5301 ± 1 Фаренгейт градусы[6]
Давление пара 0 ± 1 миллиметр ртутного столба[6]
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 1 ± 1 миллиграмм на кубический метр[6]
IDLH 500 ± 100 миллиграмм на кубический метр[6]
PGCH коды 0673
Позиция в Юникоде 91D4[7]
Commons-logo.svg Иттрий Викимилектә
39
Иттрий
88,906
4d15s2

Иттрий (лат. Yttrium, Y) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 3-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 39.

Ябай матдә иттрий — аҡһыл-һоро төҫтәге металл. Ике кристаллы модификацияһы бар: α-Y — магний типлы гексагональ рәшәткәле, β-Y — куб рәшәткәле, күсеш температураһы α ↔β 1482 °C.

Символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иттрий элементының символы — Y (Иттрий тип уҡыла).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иттрий 1794 йылда Гадолин Юһан тарафынан асыла.

1794 йылда фин химигы Юһан (Йоһанн) Гадолин (1760—1852) иттербит тигән минералдан иттрий тип атаған элемент оксидын тапҡан — исемен Стокгольм архипелагына инә торған Ресарё утрауындағы швед ауылы атамаһы буйынса биргән, сөнки иттербит бында буш ятҡан карьерҙа табылған. 1843 йылда Карл Мосандер был оксидтың ысынбарлыҡта иттрий, эрбий һәм тербий оксидтары ҡатнашмаһы булыуын иҫбатлай һәм был ҡатнашманан Y2O3 бүлеп сығара. Металлик иттрий үҙ сиратында 1828 йылда беренсе тапҡыр Фридрих Велер тарафынан алына.

Тәбиғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иттрий — лантандың химик аналогы. Кларкы 26 г/т, диңгеҙ һыуында миҡдары 0,0003 мг/л[8]. Иттрий һәр ваҡыт тиерлек лантаноидтар менән бергә минераль сеймалда була. Иттрийҙың төп минералдары — ксенотим YPO4, гадолинит Y2FeBe2Si2O10.

Ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иттрийҙың төп ятҡылыҡтары Ҡытай, АвстралияКанада, Һиндостан,Бразилия, Малайзияла урынлашҡан[9]. Байтаҡ запастары Японияның айырым иҡтисади зонаһында Тымыҡ океандың Минамитори утрауы янында һирәк осрай торған ер минералдарының тәрән һыуҙағы ятҡылыҡтарында табылған[10].

Сығарып алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иттрий ҡушылмалары һирәк ер металдары менән ҡатнашмаларҙан экстракция һәм ион алмаштырыу ярҙамында алына. Металл иттрий уның һыуһыҙ галогенидтарын литий йәки кальций ярҙамында тергеҙеп, һуңынан ҡушылмаларҙы дистилле ҡыуыу юлы менән алына.

Физик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иттрий — аҡһыл-һоро төҫтәге металл . Ике кристаллы модификацияһы бар: Ике кристаллы модификацияһы бар: α-Y — магний типлы гексагональ рәшәткәле, β-Y — куб рәшәткәле; күсеш температураһы α ↔β 1482 °C, иреү температураһы — 1528 °C, ҡайнау температураһы — 3320 яҡынса °C. Иттрий механик эшкәртеүгә еңел бирелә.

Химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һауала иттрий ышаныслы һаҡлаусы оксид тышлығы менән ҡаплана. 370—425 °C ваҡытында оксидта ҡуйы ҡара тышлыҡ барлыҡҡа килә. Интенсив оксидлашыу 750 °C булғанда башлана. Компакт металл ҡайнап торған һыуҙа һауа кислороды менән оксидлаша, минераль кислоталар, һеркә кислотаһы менән тәьҫирләшә, фтороводород менән реакцияға инмәй. Иттрийҙы йылытҡанда галогендар, водород, азот, көкөрт һәм фосфор менән тәьҫир итешә. Оксид Y2О3 төп үҙенсәлектәргә эйә, уға Y(ОН)3 нигеҙе яуап бирә.

Иттрий хаҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 99-99,9%-лы таҙа иттрий 1 кг өсөн АҠШ доллары менән уртаса 115—185 тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]