Эстәлеккә күсергә

Уран (элемент)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уран
Рәсем
Масса 238,02891 ± 3,0E−5 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Уран
Асыусы йәки уйлап табыусы Эжен Пелиго[d]
Асыу датаһы 1789
Элемент символы U[2]
Химик формула U[3]
Каноническая формула SMILES [U][3]
Атом һаны 92
Электр кирелеге 1,38
Ионный радиус 1,03 ангстрем[4], 0,89 ангстрем[4], 1 ангстрем[4], 1,17 ангстрем[4], 0,76 ангстрем[4], 0,45 ангстрем[4], 0,52 ангстрем[4], 0,73 ангстрем[4] һәм 0,86 ангстрем[4]
Тығыҙлыҡ 19,05 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр[5]
Етештереү ысулы настуран[d]
Изображение памятной доски
 Уран Викимилектә

Уран (лат. Uranium, U) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 92.

Атом массаһы — 238,029; актиноидтарға ҡарай. Уранда радиоактив элементтар аҙ, тотороҡло изотоптары юҡ. Уның иң киң таралған изотобы уран-238 (146 нейтронлы, тәбиғи уранда 99,3 % тәшкил итә) һәм уран-235 (143 нейтронлы, тәбиғи уранда миҡдары 0,7204 %).

Уран элементының символы — U (Уран тип уҡыла).

Уран 1789 йылда Клапрот Мартин Генрих тарафынан асыла.

Боронғо заманда уҡ тәбиғи уран окисы һары һауыт-һаба яһау өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән, Неаполь янында һары быяла ярсығы табылған, унда 1 % уран оксиды бар булып сыҡҡан, быяла беҙҙең эраның 79-сы йылында эшләнгән булған[6] Уран тарихында беренсе мөһим дата — 1789 йылда немец натурфилософы, химик Мартин Генрих Клапрот Саксония настуран мәғдәнен ҡаҙып алып, алтынһыу-һары «тупраҡтан» металға оҡшаш ҡара матдә тергеҙеүе. Клапрот уны яңы элемент тип иҫәпләп, Уран планетаһы хөрмәтенә шундай исем бирә.

Уран илле йыл металл тип иҫәпләнеп йөрөй. 1841 йылда ғына француз химигы Эжен Пелиго (1811—1890) металға оҡшаш ялтырауыҡлы булһа ла, Клапрот уран элемент түгел, UO2 оксиды тип иҫбатлай. 1840 йылда Пелиго ябай матдә уранды айырып ала һәм уның атом ауырлығын билдәләй.

Уранды өйрәнеүҙә киләһе мөһим аҙымды 1874 йылда Д. И. Менделеев яһай. Ул үҙе эшләгән периодик системаһына таянып, уранды таблицаһының иң алыҫ шаҡмағына урынлаштырған. Элек урандың атом ауырлығын 120-гә тигеҙ тип һанағандар. Менделеев был миҡдарҙы ике тапҡыр арттыра. 12 йылдан һуң уның фекере немец химигы Циммерман (J. Zimmermann) тәжрибәләре менән раҫлана[7].

1896 йылда, уран тикшергәндә, француз ғалимы Антуан Анри Беккерель осраҡлы рәүештә радиоактив тарҡалыуҙы (радиоактивный распад) аса.

Уран мәғдәне

Уран — күп һанда осрай торған иң ҙур номерлы элемент. Ер ҡабығы йөкмәткеһенең 0,00027 % (ауырлығы) тәшкил итә, диңгеҙ һыуында концентрацияһы — 3,2 мкг/л (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 3,3·10-7 %). Литосферала уран миҡдары 3 йәки 4 ·10−4%[8] тип баһалана .

Уран сығарған илдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Исеме ятҡылығы Илдә Запасы, т Оператор ятҡылығы эшләй башлаған
1 Төньяҡ Хорасан Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан 200 000 Казатомпром 2008
2 Мак-Артур-Ривер Австралия Австралия 160 000 Cameco 1999
3 Сигара-Лейк Канада Канада 135 000 Cameco
4 Көньяҡ Эльконское Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 600 112 Атомредметзолото
5 Инкай Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан 900 75 Казатомпром 2007
6 Стрельцовский Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 50 000 Атомредметзолото
7 Зоовч Овоо Монголия Монголия 50 000 AREVA
8 Моинкум Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан 700 43 Казатомпром, AREVA
9 Мардая Монголия Монголия 22 000 Resources Khan, Атомредметзолото, Монголия Хөкүмәт
10 Ирколь Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан 18 900 Казатомпром, China Guangdong Nuclear Power Co 2009
11 Һары Һыу Украина Украина 12 000 ВостГок 1959
12 Олимп-Дэм Австралия Австралия 1988
13 Россинг Намибия Намибия 1976
13 Доминион Көньяҡ Африка Республикаһы КАР 2007
13 Рейнджерс Австралия Австралия 1980
  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 URANIUM (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0650.html
  6. Lide, 2004
  7. Grenthe I., Drożdżyński J., Fujino T., Buck E. C., Albrecht-Schmitt T. E., Wolf S. F. Uranium (ингл.). 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
  8. Гайсинский М., Адлов Ж. Уран // Радиохимический словарь элементов. — Атомиздат, 1968.