Германий
Германий | |
Масса | 72,63 ± 0,008 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Германия |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | аргиродит[d], briartite[d], Германит[d], renierite[d], Сфалерит[d] һәм Летучая зола[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Клеменс Александр Винклер[d] |
Асыу датаһы | 1886 |
Табылыу урыны | Германия |
Элемент символы | Ge[2] |
Химик формула | Ge[3] |
Каноническая формула SMILES | [Ge][3] |
Атом һаны | 32[4] |
Электр кирелеге | 2,01 |
Ионный радиус | 0,73 ангстрем[5], 0,39 ангстрем[5] һәм 0,53 ангстрем[5] |
Әселәнеү дәрәжәһе | −4, −3, −2, −1, 1, 2, 3 һәм 4 |
Удельная электрическая проводимость | 2,17 А / (В·м)[6] |
Стандартная молярная энтропия | 31,1 ± 0,05 Дж / (моль·К)[7] |
Таксонда бар | P. ginseng[8] |
Германий Викимилектә |
Германий (лат. Germanium, Ge) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 14-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 32.Ябай матдә германий — типик һорғолт-аҡ төҫтәге ярым металл, металға хас ялтырауыҡлы. Ярым үткәргес.
Символы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германий элементының символы — Ge (Германий тип уҡыла).
Асыу тарихы һәм этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Химик элементтарҙың периодик системаһы закон тураһында докладында 1869 йылда урыҫ химигы Д. И. Менделеев билдәһеҙ химик элементтарҙың, шул уҡ ваҡытта, германийҙың да барлығын алдан әйткән. 1870 йылдың 11 декабрендә (иҫке стиль буйынса 29 ноябрь) Д. И. Менделеев әле асылмаған был элементты экасилиций тип атай, уның атом массаһын һәм башҡа үҙенсәлектәренһүрәтләй.
1885 йылда Фрайбергтың (Саксония) бер шахтаһында яңы минерал — аргиродит табылған. Минералды тикшергәндә немец химигы Винклер Клеменс яңы химик элемент аса. Винклер яңы элемент асыуы тураһында 1886 йылдың 6 февралендә ике битлек мәҡәлә баҫтырып сығара. Яңы элементҡа ул ғалимдың Ватаны хөрмәтенә Germanium исемен тәҡдим иткән һәм Ge символы биргән. 1886—1887 алдағы ике йылда ҙур мәҡәләлә Винклер германийҙың үҙенсәлектәрен ентекле һүрәтләгән.
1930 йылдар аҙағына тиклем германий сәнәғәттә ҡулланылмай. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында германий ҡулланылған ҡайһы бер электрон ҡоролмалар, башлыса диодтарҙа файҙаланыла.
Тәбиғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда германий миҡдары Ер ҡабығында массаһы буйынса 1,5·10−4% тәшкил итә, йәғни, ул һөрмә, көмөш, висмуттан күберәк. Германий ер ҡабығында аҙ миҡдарҙа булыу, киң таралған ҡайһы бер элементтар менән геохимик оҡшашлыҡта булыу сәбәпле, үҙ минералдарын булдырыу мөмкинлеге сикләнгән, башҡа минералдарҙың кристалл рәшәткәләренә ерегә. Шуға күрә германийҙың үҙ минералдары бик һирәк осрай. Улар барыһы да тиерлек сульфасоль:германит Cu2(Cu, Fe, Ge, Zn)2 (S, As)4 (6—10 % Ge), аргиродит Ag8GeS6 (3,6—7 % Ge), конфильдит Ag8(Sn, Ge) S6 (до 2 % Ge) һәм башҡа һирәк осрай торған минералдар (ультрабазит, ранерит, франкеит), магнетит, рутил һ. б., гранит, диабаз һәм базальт. Бынан тыш, германий барлыҡ тиерлек силикаттарҙа, ҡайһы бер таш күмер һәм нефть ятҡылыҡтарында ҡатнаша. Диңгеҙ һыуында германий концентрацияһы 6·10−5 мг/л[9].
Сығарып алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германий полиметаллик, никель, вольфрам мәғдәндәрендә, шулай уҡ силикаттарҙа ҡушымта рәүешендә осрай. Руданы байытыу һәм уның концентрациялау ҡатмарлы һәм ауыр булыу сәбәпле, германийҙы GeO2 оксиды рәүешендә айырып сығаралар, уны 600 °C температурала ябай матдәгә тиклем водород менән тергеҙәләр:
Таҙа германий алыу өсөн уны зоналап иретеү ысулы ҡулланалар, шул сәбәпле иң таҙа химик материалдарҙың береһенә әүерелә.
Рәсәйҙә германийҙы сәнәғәти етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1959 йылда Рәсәйҙә германий сәнәғәт масштабында етештерелә башлай, Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатында (ММСК) туҙанды эшкәртеү цехы ғәмәлгә индерелә[10][11]. Комбинат белгесе А. А. Бурба етәкселеге аҫтында «Унипромедь» институты менән хеҙмәттәшлек итеп, электростанция өсөн яғыулыҡ булып хеҙмәт иткән энергетика күмерҙәрен яндырыуҙан ҡалған көлдө һәм шахта металлургия мейестәре туҙандарын комплекслы эшкәртеү юлы менән германий концентратын алыуҙы ойошторалар[12]. Бынан һуң СССР тулыһынса германийҙы импорттлауҙан баш тарта ала. Донъя практикаһында тәүге тапҡыр баҡыр колчеданы мәғдәненән германий сығарып алалар. Туҙан эшкәртеү сәнәғәт цехын ойоштороу XX быуаттағы төҫлө металлургияла бик ҙур ҡаҙаныш булып тора[13].
2000-се йылдарҙа Рәсәйҙә германий алыу өсөн был матдә булған күмер ятҡылыҡтары файҙаланыла: Павловка (Михайлов районы Приморье крайы), Новиковск (Корсаков ҡала округы Сахалин өлкәһе), Тарбағатай (Петровск-Байкал аръяғы районы, Байкал аръяғы крайы). Был күмер ятҡылыҡтарың 1 тоннаһында уртаса 200грамм германий бар[14][15].
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылда германийҙың төп ҡулланыусылары: 35 % сүсле оптика; 30 % тепловизорлы оптика; 15 % химик катализаторҙар; 15 % электроника. Ҙур булмаған һанда германий металлургияла ҡулланыла.[16]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 3,0 3,1 GERMANIUM (ингл.)
- ↑ периодическая система химических элементов — 1869.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
- ↑ https://www.thebalance.com/electrical-conductivity-in-metals-2340117
- ↑ https://chem.libretexts.org/Bookshelves/General_Chemistry/Book%3A_ChemPRIME_(Moore_et_al.)/16%3A_Entropy_and_Spontaneous_Reactions/16.06%3A_Standard_Molar_Entropies
- ↑ Becker B. N., Greene J., Evanson J., Chidsey G., Stone W. J. Ginseng-induced diuretic resistance (ингл.) // JAMA / H. Bauchner, C. D. DeAngelis — American Medical Association, 1996. — Vol. 276, Iss. 8. — P. 606—607. — ISSN 0098-7484; 1538-3598 — doi:10.1001/JAMA.1996.03540080028021 — PMID:8773630
- ↑ J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965
- ↑ История предприятия: Сайт Медногорского медно-серного комбината 2013 йыл 25 ғинуар архивланған.
- ↑ Иванов В. И. Мы были единомышленниками. — Газета «Медногорский металлург», № 25, 18.06.2004. — С. 3. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ Наумов А. В. На германиевой подложке (с. 9) 2017 йыл 29 август архивланған. // Химия и жизнь, 2017, № 4. С. 8—11.
- ↑ Окунев А. И., Кирр Л. Д., Скопов Г. В. Извлечение германия и других элементов-спутников из пыли медеплавильного производства (к 50-летию со дня внедрения технологии)
- ↑ Кизильштейн Л. Угольные примеси — ценные и коварные (рус.) // Наука и жизнь. — 2014. — № 5. — С. 72—73.
- ↑ Бажов П. С. Разработка способов повышения извлечения германия при пирометаллургической переработке продуктов сжигания углей. / Автореферат диссертации. Екатеринбург, 2011.
- ↑ U.S. Geological Survey Germanium—Statistics and Information (билдәһеҙ) // U.S. Geological Survey, Mineral Commodity Summaries. — 2008.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Германий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 6-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Германий // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Бурба А. А. Разработка и освоение технологии получения германия при шахтной плавке руд цветных металлов // В сб.: Мат-лы научн. семинара по проблеме извлеч. германия при переработке руд: Информ. Гиредмета, 1960, № 7(18).
- Сосновский Г. Н., Бурба А. А. Германий: Учебн. пособие для студентов металлургич. специальности. Иркутск: Иркут. политехн. ин-т, 1967. — 161 с.
- Бурба А. А., Чижиков Д. М. Из опыта работы Медногорского МСК по извлечению германия из металлургических пылей и зол энергетических углей // В сб.: Мат-лы совещания по обмену опытом в области производства германиевого сырья (Центр микроэлектроники, Зеленоград): Сб. Гиредмета, 1969, т. 1.
- Наумов А. В. Мировой рынок германия и его перспективы. — Известия вузов. Цветная металлургия., № 4, 2007. — С. 32—40.
- Окунев А. И., Кирр Л. Д., Чижов Е. А. Комплексная переработка медеплавильных пылей с извлечением германия и элементов-спутников // 300 лет уральской металлургии: Тр. междунар. конгресса. 4—5 окт. 2001 г. — Екатеринбург, 2001. — С. 305.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Германий//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Германияның Webelements
- Химик элементтарҙың популяр китапхана Германий 2017 йыл 10 март архивланған.
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|