Абаға
Абаға | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||
|
Абаға (лат. Pterídium aquilínum), гиполепис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. Был үҫемлекте ҡаҙаяҡ тип тә атайҙар.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]8 төрө билдәле, сүллек, дала һәм поляр раайондарҙан башҡа бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡәҙимге ҡаҙаяҡ үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Япраҡтары (вайялары) оҙон һаплы, асыҡ йәшел төҫтә, тиресәле, ҡаты, ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә, оҙон тамырһабаҡта яңғыҙар урынлашҡандар. 1‑се тәртип сегменттары ланцет формаһында, ҡапма‑ҡаршы, аҫҡылары һаплы, 2‑се тәртип — киң төплө оҙонса‑ланцет формаһында, ултырма. Сорустары (спорангиялар төркөмдәре) япраҡ өлөштәренең төрөлгән ситтәре аҫтында бөтөн һыҙат булып урынлашҡан (ялған япма). Споралары һорғолт‑һары, бөртөклө‑төйөрсөклө. Споралары июль—сентябрҙә оса.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һирәкләнгән ылыҫлы, япраҡлы урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, ҡырҡылған урмандарҙа, ҡоро битләүҙәрҙә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Кальцефил. Декоратив, ағыулы үҫемлек. Тамырһабаҡтарында алкалоидтар, сапониндар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Инсектицид үҙенсәлектәргә эйә.
Файҙаланылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытайҙа, Кореяла, Японияла һәм Рәсәйҙә асылып бөтмәгән япраҡтары һәм йомшаҡ һабаҡтары ашау өсөн ҡулланыла. Уларҙы «ҡусҡарҙар» тип йөрөтәләр. Уларҙы ҡышҡылыҡҡа маринадлайҙар, Европа илдәрендә лә файҙаланалар. Сахалинда һәм Камчаткала Япония һәм ҡытайға эксполрт өсөн әҙерләйҙәр.
Япон тәмлекәсе «вараби-моти» (эсле ваҡ бәлеш) ҡаҙаяҡ крахмалынан әҙерләнә.
Ҡаҙаяҡ менән кореялылар оладьи чон әҙерләйҙәр.
Тамырынан яһалған төнәтмә халыҡ медицинаһында уңышлы файҙаланыла. Балаларҙа рахит булғанда , ҡаҙаяҡ төнәтмәһе менән дауалайҙар. Шулай уҡ бабасыр булғанда файҙаланыла. Тамыры 46 % тирәһе крахмалдан тора. Шулай уҡ елем эшләгәндә, һыра ҡайнатҡанда ҡулланыла. Сусҡалар һәм ҡабандар тарафынан яратып ашала. Башҡа мал өсөн ағыулы.
Яңы Зеландияның Маориҙары, Канар утрауҙарының ерле халҡы, Төньяҡ Америка индейҙары киптереп ваҡланған тамырынан икмәк әҙерләгән, шулай уҡ сей килеш тә ашағандар. Аслыҡ йылдарында Европа дәүләттәре халҡы ла икмәк бешереп ашаған һәм аслыҡтан ҡотолған. Япраҡтарын крәҫтәидәр сереүгә ҡаршы ҡулланғандар: аҙыҡтарын, еләк-емеш һәм йәшелсәләр төргәндәр; мал аҫтына түшәгәндәр (уның тиреҫе бик яҡшы тип иҫәпләнгән). Урта быуаттарҙа Англияла ҡаҙаяҡ япраҡтары менән өй ҡыйығын япҡандар. Шулай уҡ яғыулыҡ һәм ашлама итеп тә файҙаланғандар.
Япраҡ көлөндә поташ калий корбанаты бар. Шуға күрә унан быяла әҙерләгәндәр һәм йәшел һабын етештәргәндәр. Уның кер ағартыу сере һабын барлыҡҡа килгәнсе үк билдәле булған. Йәй көнө ҡаҙаяҡ көлөнән йомарлаҡтар әҙерләп киптергәндәр һәм йыл буйы һабын урынына файҙаланғандар һәм ефәк етештереүгә тотонғандар. Был хәл Британия утрауҙарында XIX быуатҡа ҡәҙәре ҡулланылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/7488-a-aya(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орляк // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 8 октября 2009 г.
- Орляк — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 8 октября 2009 г.
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 19. Pteridium aquilinum (L.) Kuhn ex Decken — Орляк обыкновенный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 93. — ISBN 8-87317-091-6.