Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бабасыр уты —— (Gentiana), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Бер йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы үрмәле йәки төҙ, ябай, бейеклеге 15—60 см. Япрағы ҡыяҡ, киң ланцет, еңсә формаһында, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе күк, шәмәхә йәки зәңгәр төҫтә, яңғыҙ, ҡуйын йәки ос ярымсатырҙарға йыйылған. Тажы көпшәле йәки буранка һымаҡ. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә.
Бабасыр уты сәскәһе
Яҡынса 400 төрө билдәле,[ 1] киң таралған, ләкин башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә үҫә. Башҡортостанда 3 төрө: ятыусан йәки түшәлмә бабасыр уты, сатраш бабасыр уты, үпкә бабасыр уты.
Һирәкләп тау болондарында, аҡландарҙа, урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында республиканың бөтә территоряһында осрай.
Баллы, буяу, декоратив үҫемлектәр. Составында әсе матдәләр бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт түшәлмә бабасыр уты Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Род 1154. Горечавка — Gentiana // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М .—Л. : Издательство Академии Наук СССР, 1952. — Т. XVIII. — С. 538—620. — 802 с. — 3000 экз.