Эстәлеккә күсергә

Пун һуғыштары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пунические войны
Төп конфликт: Войны Древнего Рима
Территориальные изменения в ходе Пунических войн      Владения Карфагена     Владения Рима

Территориальные изменения в ходе Пунических войн

     Владения Карфагена     Владения Рима
Дата

264 - 146 гг. до н. э.

Урыны

Западное Средиземноморье

Нәтижә

Победа Рима

Үҙгәрештәр

Уничтожение Карфагена

Ҡаршы тороусылар

Римская республика

Карфаген

 Пун һуғыштары Викимилектә

Пун һуғыштары (лат. Bella Punica) — Рим республикаһы һәм Карфаген («пун», йәғни финикийлылар, лат. punicus йәки poenicus) араһында өс һуғыш, өҙөклөктәр менән, б. э. т. 264—146 йылдарҙа барған. Һуғыштарҙа Рим еңгән һәм Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында үҙенең хәлен нығытҡан. Карфаген тар-мар ителгән.

Рим республикаһы үҙ власы аҫтында Апеннин ярымутрауын берләштергән бөйөк дәүләткә әйләнгәс, ул инде Рим менән төҙөлгән тәүге килешеүҙәр аша Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында Карфаген хакимлығы дауам иткәнлеге менән килешә алмаған. Италияның йәшәйеш мәнфәғәттәре, уның хәүефһеҙлеге һәм боронғо рим сауҙаһы гректар һәм карфагендар араһында күптән көрәш барған Сицилия утрауының һуңғылар ҡулына эләгеүенә юл ҡуйырға тейеш булмай. Италия сауҙаһын үҫтереү өсөн, Мессан боғаҙын Рим ҡулдарында тотоу мөһим булған. Тиҙҙән боғаҙҙы яулап алыу мөмкинлеге килеп тыуған: кампан ялсылары, «мамертиндар» (йәғни «Марс кешеләре») Мессананы алған. Гиерон II Сиракузский мамертиндарҙы ҡыҫырыҡлап сығарғас, һуңғылары Римға мөрәжәғәт иткән, һәм Рим уларҙы Италия конфедерацияһына ҡабул иткән. Карфагендар римдарҙың Сицилияла раҫланыуынан ҡурҡыныс янағанлығын аңлаған. Улар, мамертиндарҙы Гиерон менән татыулаштырып, үҙҙәренең Ганнон етәкселегендәге гарнизонын Мессан ҡәлғәһенә индереүгә ирешә. Шул саҡта римдар Ганнонды баҫып ала һәм карфагендарҙы Мессананан китергә мәжбүр итә. Беренсе Пун һуғышы (б. э. т. 264—241 йылдар) башлана.

Рим да, Карфаген да был осорҙа бөтә көстәре яҡынса бер тигеҙ булған, көслө илдәр һаналған. Ләкин римдар яғында бер нисә өҫтөнлөк була: уларҙың Италиялағы хакимлығы бойондороҡһоҙ халыҡтарҙың Карфагенға ҡарата нәфрәте һымаҡ ҙур булмаған; Рим ғәскәре граждандарҙан һәм союздаштарҙан торған, һәм уның төп өлөшөн ауыл кешеләре тәшкил иткән, ә карфаген хәрби көстәре граждандар ополчениеһынан тормаған, фәҡәт карфагенлылар ғына офицер дәрәжәһендә йөрөгән төрлө ҡәбиләләр армияларынан торған. Карфаген ғәскәрҙәренең байтаҡ өлөшөн ялланыусылар тәшкил иткән. Был етешһеҙлектәр бер ни тиклем карфагендарҙың аҡсаһы күберәк һәм көслө флоты булыуы менән ҡапланған.

Һуғыштарҙың барышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе Пун һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш Сицилияла Аппий Клавдий Кавдекс ҡаҡсытҡан карфагендарҙың Мессанаға һөжүм итеүенән башлана. Артабан Маний Валерий Максим Корвин Мессала карфагендарҙың һәм сиракуздарҙың берләшкән көстәрен еңгән. Һөҙөмтәлә Сицилиялағы ҡайһы бер ҡалаларҙы һәм Гиерон менән тыныслыҡ (б. э. т. 263 йыл) килешеүенә өлгәшелгән. Аҙаҡтан римдар Акрагасты (Агригент) ала, шуға күрә Гамилькар Барка әлегә ҡуында тотҡан ҡайһы бер ҡәлғәләр генә карфагендар ҡулында ҡала.

Диңгеҙ яғынан ышаныслы һөжүм яһарлыҡ флотҡа таянған осраҡта ғына уларға ҡаршы уңышлы хәрәкәт итергә мөмкин булғанлыҡтан, римдар карфаген өлгөләре буйынса ҙур флот (100 квинквирема һәм 20 трирема) әҙерләгән. Улар абордаж ырғаҡтары менән күтәргес күпер (суҡышты хәтерләткән «абордаж ҡоҙғоно») уйлап тапҡан, был диңгеҙҙә рим пехотаһының өҫтөнлөктәре менән файҙаланыу мөмкинлеген биргән, сөнки был ҡоролма дошман судноһына тағылмалы күпер менән тоташып, ҡул һуғышына ташлана алған. Тәүҙә уңышһыҙлыҡҡа тарып, римдар тиҙҙән Гай Дуилий етәкселегендә диңгеҙҙә (Мила янында алыш) ҙур ғына еңеү яулай.

Б. э. т. 256 йылдың яҙында римдар Марк Атилий Регул (б. э. т. 267 йылда консул) һәм Луций Манлий Вульсон Лонг етәкселегендә (диңгеҙ һуғышынан һуң) Африка ярҙарына төшөргә ҡарар иткән. Тәүҙә Африкала эштәр шул тиклем уңайлы барған, сенат Регулаға элекке армияның яртыһынан ғына ҡалдырыуҙы кәрәкле тип һанаған. Рим көстәренең бындай көсһөҙләнеүе һәләкәткә килтергән: карфагендар Регулды (спартан грегы Ксантипп етәкселегендә) тамам ҡыйратҡан һәм үҙен әсирлеккә алған. Рим армияһының ҡыҙғаныс ҡалдыҡтары ғына Италияға әйләнеп ҡайтҡан; Регул үҙе әсирлектә үлгән. Рим флотының дауылдан һәләк булыуы римдарҙы яңы флот әҙерләргә мәжбүр иткән, әммә уны ла дауыл юҡ иткән.

Сицилияла һуғыш римдар өсөн уңышлы барған: улар Панормды алған, һәм б. э. т. 249 йылда карфагенлылар ҡулында Лилибей менән Дрепан ғына ҡалған. Римдар Лилибейҙы ҡамаған. Әммә уңышһыҙлыҡ һағалап торған икән: Публий Клавдий Атарбалдан Дрепан тирәһендә аяуһыҙ еңелгән, икенсе Рим флоты дауылдан зыян күргән. Гамилькар Эркте (Монте-Пеллегрино) тауында һәм Эриксела (Эриче) урынлашҡан. Римдар тағы бер тапҡыр флот ойошторған, б. э. т. 241 йылда карфагендарҙың 120 карабын юҡ итеп, Эгат утрауҙарындағы һуғышта еңгән. Хәҙер, диңгеҙ ҙә римдар ҡулына күскәнлектән, Сибәр Гасдрубал Барка утрауҙа артабан тыныс ҡала алмаҫына тамам ышанған. Шулай итеп, римдар карфаген Сицилияһын һәм Италия менән Сицилия араһындағы утрауҙарҙы үҙләштергән. Сицилия Рим провинцияһы составына ингән. Бынан тыш, Карфаген 10 йыл эсендә 3200 талант контрибуция түләргә йөкләмә алған.

Карфагенда ялланған ғәскәрҙең ихтилалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим менән Карфаген һуғышы тамамланғандан һуң, Карфагенға 3 йыл һәм 4 айға яҡын дауам иткән ялланма ғәскәрҙәр ихтилалына ҡаршы ауыр көрәш алып барырға тура килгән. Был ихтилал арҡаһында римдар Сардинияға эйә булған: сардиния ялсылары Римға бирелгән, һәм римдар Карфагендың Сардиния менән Корсик утрауҙарын баҫып алған. Карфаген, үҙ милкен ҡайтарырға маташҡанлыҡтан, Рим уға һуғыш менән янаған, һәм 1200 талант күләмендә аҡсалата бүләк алғандан һуң ғына, һуғыштан баш тартҡан.

Киләһе йылдарҙа Рим менән һуғыш ҡотолғоһоҙ тип иҫәпләгән патриотик партия башлығы Гамилькар Барка Испанияла Карфаген өсөн үҙ сиратында Сицилия менән Сардинаияны юғалтыуҙы ҡапларлыҡ биләмәләр булдырған. Уның, кейәүенең һәм вариҫы Гасдрубалдың ярҙамы менән Испанияның көньяғы һәм көнсығышы Карфаген биләмәләренә әүерелә; бында тулыһынса баш командующийҙары ҡарамағындағы (башлыса ерле халыҡ араһынан) бик шәп армия төҙөлгән, ә көмөш рудниктар ҙур күләмдә аҡса биргән. Тиҙҙән римдар, дошмандарының көсәйеүенә иғтибар итеп, Испаниялағы Сагунт һәм Эмпория грек ҡалалары менән союз төҙөгән һәм карфаген кешеләренең Эбро йылғаһы аръяғына сыҡмауҙарын талап иткән.

Икенсе Пун һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. 221 (йәки 220) йылда Гасдрубал мәрхүм була, һәм уның урынын ғәскәр һайлауы буйынса, атаһынан Римға дошманлыҡ мираҫ итеп алған Гамилькарҙың улы Ганнибал биләй. Ганнибал Римға ҡаршы һуғышыр өсөн карфагендар өсөн уңайлы шарттар тыуыуы менән файҙаланып ҡалырға тырышҡан. Цизальпин Галлия Рим менән килешеү төҙөмәгән була, ә Македония менән Иллирия эштәре арҡаһында тыуған аңлашылмаусанлыҡ Көнсығышта Римға һуғыш менән янаған. Ганнибал Рим менән союздаш Сагунтҡа һөжүм итә һәм, 8 ай ҡамауҙа тотҡандан һуң, уны баҫып ала. Карфагендың Рим илселәренә Ганнибалды биреүҙән баш тартыуынан һуң, Икенсе Пун һуғышы (б. э. т. 218 йыл) иғлан ителгән.

Римдар һуғышты Испанияла һәм Африкала алып барырға өмөтләнгән ваҡытта, Ганнибал һуғыштың төп театры Италия булырға тейешле планын төҙөй: Ганнибал, яңы ғына Римға буйһонған Цизальпин Галлияһын операция базаһына әйләндереп, Римға хәл иткес һөжүм яһарға өмөтләнә. Ул галлдар яғынан һәм хатта Римға буйһонорға теләмәгән италий союздаштары яғынан да эшлекле ярҙамға өмөт бағлаған. Ливияны һәм Испанияны ғәскәр менән тәьмин итеп (ул унда үҙенең туғаны Гасдрубалға 15 меңгә яҡын кеше ҡалдыра), Ганнибал 50 мең йәйәүленән һәм 9 мең атлынан торған ғәскәре менән Пиреней тауҙары аша сыға. Ауырлыҡ менән ул Рона йылғаһы аша сығалар (бигерәк тә хәрби филдәрҙе күсереү ауыр булған) һәм, төньяҡ-көнсығышҡа табан юл тотоп, Альп өлкәһенә аяҡ баҫҡан.

Альп тауҙары аша үтеүе сиктән тыш ауыр булған. Ганнибал Цизальпин Галлияһына ярты ғәскәре менән генә килеп төшкән. Уның ғәскәре менән тәүге бәрелештәр римдар өсөн уңышһыҙ булған. Публий Сципион Сципион Тицина (Тичино) йылғаһы ярҙарында, ә Тиберий Семпроний (ғәскәрҙәре Африкаға төшөү өсөн тәғәйенләнгән) — Треббия ярында ҡыйратылған. Ганнибал, Апеннин тауҙары аша сығып, ул саҡта ярҙарынан сығып аҡҡан Арно йылғаһы (Лигурий диңгеҙенә ҡойоусы йылға) тарафынан һуғарылған һыубаҫар өлкә буйлап бик ауыр поход яһаған. Тразимен күле янында, Этрурияла, ул Гай Фламинийҙың Рим армияһын ҡырып бөтөргән һәм, Римды алыу шансы бик аҙ булғанлыҡтан, көнсығышҡа табан киткән, һуңынан көньяҡ өлкәләрҙе ныҡ бөлгөнлөккә төшөргән. Рим ғәскәрҙәренең юҡҡа сығып еңелеүенә ҡарамаҫтан, Ганнибаланың италий союздаштарының ҡорал һалыуына өмөтө әлегә файҙаһыҙ булған: бер нисә осраҡты ғына иҫәпләмәгәндә, союздаштар Римға тоғролоҡ һаҡлаған.

Диктатор Фабий Максим һуғыштың яңы планына тоғро ҡалырға ҡарар иткән: ул даими рәүештә асыҡ яланда Ганнибал менән ҙур һуғыштарҙан ҡасып, дошманын аҙыҡ-түлек һәм фуражды еңел табыу мөмкинлегенән мәхрүм итеүгә һәм карфаген армияһын тәбиғи тарҡатыуға бөтә өмөтөн бағлаған. Фабийға «Кунктатор» («Ығыш»-«Медлитель») тигән ҡушамат биргән был системаны Римда күптәр ғәйеп иткән. Атлы ғәскәр башлығы Марк Минуций Руф та (б. э. т. 221 й. консул) быға ҡаршы булған. Фабий менән риза булмаған халыҡ Минуцийҙы икенсе диктатор итеп тәғәйенләгән.

Ганнибал Герония ҡалаһы тирәһендә ҡышлай, Апулияға күсә һәм б. э. т. 216 йылдың йәйе башында Канн янында ҡаты алыш була. Рим армияһын консулдар Луций Эмилий Павел (аристократик партия кандидаты) һәм халыҡ партияһы консуллыҡҡа үткәргән Гай Теренций Варрон етәкләгән, (баш командующий хоҡуҡтары бер консулдан икенсеһенә сиратлап күскән). Үҙенең командалыҡ итеү көнөндә Теренций Варрон һуғыш башлаған. Ул рим армияһын ҡыйратыу менән тамамлана: 70 мең римлы сафтан сығарыла; һәләк булыусылар иҫәбендә консул Эмилий Павел һәм 80 сенатор ҙа булған.

Карфагенда, ул осорҙа власть башында торған һәм Ганнибалды дошманы кеүек күргән олигархтар партияһы әллә ни хәстәрлек күрһәтмәһә лә, Ганнибалға өҫтәмә ғәскәр ебәрергә ҡарар иткән. Унан да мөһимерәк, Ганнибалға Македония яғынан ярҙам булырға тейеш ине. Рим дошмандарына Сиракуздар ҡушылған. Ниһайәт, хатта Римдың көньяҡ италий союздаштарының күбеһе карфагендар яғына сыға башлаған. Римдан бик мөһим һаналған Капуя ҡалаһы ла ситләшкән. Римдар яңы ғәскәр ойошторор өсөн күп көс һалған һәм Рим армияһында хеҙмәт итеү шарты менән азат ителгән бер нисә мең ҡолдо легиондарға индереүҙән дә туҡталмаған. Сираттағы ҡышты Ганнибал Капуяла уҙғарған. Еңел бәрелештәрҙә еңеү ишараты тиҙҙән Рим ғәскәрҙәренә күскән, ә Ганнибалға кәрәкле өҫтәмә көстәр килмәгән: Карфаген йәнә Ганнибалды ярҙамһыҙ ҡалдырған. Шул арала Испанияла ағалы-энеле Гней һәм Публий Сципион шул тиклем уңышлы эш иткән (б. э. т. 216 йыл, Эбро янындағы алыш), хатта Гасдрубал ағаһына унан ғәскәрен килтерерлек булмаған. Македония ла үҙенең контингенттарын Италияға ебәрмәгән: Рим Грецияла уларҙың дошмандарын — этолийҙарҙы, Спарта, Месения, Элида һ.б. — ҡоралландырған. Грециялағы көрәш Македонияның иғтибарын оҙаҡҡа ситкә йүнәлткән, һәм бер аҙҙан ул Рим менән килешеү төҙөгән.

Б. э. т. 212 йылда Марк Марцелл Сиракузды (б. э. т. 214—212 й.) яулаған, һуңынан римдарға Акрагас бирелгән, һәм б. э. т. 210 йылда бөтә Сицилия яңынан уларҙың ҡулында булған. Италияла б. э. т. 214 һәм 213 йылдарға тиклем римдарҙың дәрәжәһе шаҡтай көслө булған, әммә б. э. т. 212 йылда Ганнибал Тарентты баҫып алған; хәйер, ҡәлғә римдар ҡулында ҡала. Метапонт, Фурия һәм Гераклей ҙа карфагендарға күскән. Римдар Капуяны ҡамаған; римдар ҡала алдында окоптар ҡаҙып нығынғанлыҡтан, Ганнибал уларҙы ҡыҫырыҡлап сығара алмаған. Ганнибал, римдарҙы Капуя ҡамауын сисергә мәжбүр итер өсөн, диверсия эшләй: ул Римдың үҙенә килә, ләкин ҡалаға һөжүм итергә баҙнат итмәй. Римдар Капуя ҡамауын сисмәгәнлектән, б. э. т. 211 йылда ҡала бирелгән, өҫтәүенә, римдар, Капуяның үҙидараһын юҡ итеп, рим наместнигына власть тапшырырып, аяуһыҙ рәүештә язалаған. Капуяны яулау ҙур уңыш булған; һәм был Римдың союздаштарына ҙур тәьҫир яһаған.

Б. э. т. 209 йылда Квинт Фабий Максим Тарентты Римға кире ҡайтарған. Көслөрәк дошманы менән алышта (б. э. т. 208 йыл) һәләк булған Марцеллдың үлеме карфагендарҙың хәлен яҡшыртмаған. Уларҙың армияһы һаман кәмегән; мөһим өҫтәмә көстәр кәрәк була. Ганнибал уларҙы күптән тәүге уңыштарынан һуң римдар өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуған Испаниянан көткән. Карфагендар Гала батша һәм уның улы Масинисса ярҙамында римдың африка союздашы — Сифакс батша менән килешеүгә мәжбүр иткән, һәм был Гасдрубалға бөтә көстәрен Испанияға ҡаратырға мөмкинлек биргән. Унан башҡа Испанияла Гисгондың улы Гасдрубал һәм Магон булған. Улар, Рим көстәре бүленеүенән, Рим хеҙмәтендә булған урындағы халыҡтың хыянатына файҙаланып, тәүҙә Публийҙы, ә һуңынан Грей Сципиондарҙы тар-мар иткән. Ике Сципион да һуғышта һәләк булған (б. э. т. 212 йыл). Бөтә Испания римдар өсөн ваҡытлыса юғалған.

Испанияға өҫтәмә көстәр ебәреү һәм һәләтле йәш командующий Корнелий Сципионды (һәләк булған Публийҙың улы) тәғәйенләү тиҙҙән Испанияла йәнә римдарҙың өҫтөнлөгөнә килтергән. Б. э. т. 209 йылда Сципион Яңы Карфагенды яулаған, әммә, Бекула янында еңеүгә ҡарамаҫтан, ул Гасдрубалға Италияға туғанына ярҙамға барыуын тотҡарлай алмаған. Бекула янында Гисгон улы Гасдрубалды һәм Магонды яңынан еңеү бөтә ТИспанияны римдар власына биргән: карфаген ғәскәрҙәренең ҡалған өлөшөн Магон Италияға ебәрергә мәжбүр булған; һуңғы карфаген ҡалаһы, Гадес (Кадис), римдарға бирелгән.

Сципион Испанияла уңышлы эш иткән ваҡытта Рим үҙе етди ҡурҡыныс аҫтында булған. Б. э. т. 208 йылда Бөйөк Кир батша яулап алған илдәрҙән ҙур өлкәләр яһаған. Гасдрубал, Пиренейҙы артылып, Галлия аша, Альп тауҙары аша үтеп, ағаһы менән ҡушылыуға хәрәкәт иткән. Метавра янындағы һуғыш (Гай Клавдий Нерон) римдарҙы карфаген көстәренең берләшеү ҡурҡынысынан ҡотҡарған: Гасдрубал ғәскәре ҡыйратылған, ул үҙе һәләк булған (б. э. т. 207 йыл). Ганнибалдың хәле бик ҡатмарлы булған, өҫтәүенә, Сицилияла, Сардинияла, Испанияла һуғыштың имен-аман тамамланыуы һәм Македония менән тыныслыҡ урынлаштырыу уның дошмандарының ҡулын ысҡындырған. Сенат, ниһайәт, Публий Корнелий Сципионға Африка ярына төшөргә рөхсәт иткән, әммә Сципионға башта бының өсөн кәрәкле армия булдырырға тура килгән. Уның составына Канн янындағы һуғышта мәсхәрәгә ҡалған ике легион һәм күп үҙ ирке менән килгәндәр ингән.

Б. э. т. 205 йыл әҙерлектә үткән, ә б. э. т. 204 йылда ғәскәр 400 транспорт һәм 40 хәрби суднола Лилибейҙан Африкаға сығып киткән. Сципион Утика эргәһендә төшкән һәм Римға хыянаты өсөн Сифаксты тар-мар иткән. Карфагенда тыныслыҡ яҡлылар римдар менән һөйләшеүҙәр алып барған, ләкин улар бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. Шул саҡта Карфаген хөкүмәте Африкаға Ганнибал менән Магонды саҡырған. Зама янындағы һуғыш (аныҡ урыны һәм ваҡыты билдәһеҙ, б. э. т. 202 йыл тирәһе) карфагендарҙың һуңғы өмөттәрен юҡ иткән һәм, Карфаген, үҙенең хәрби караптарын яндырыу шарты, Испаниянан һәм Урта диңгеҙ утрауҙарынан баш тартыу, Африканан ситтә бөтөнләй һуғыш алып бармау, ә Африкала Римдың рөхсәтенән башҡа һуғышмау йөкләмәһе менән, тыныслыҡ килешеүенә килтергән. Өҫтәүенә, карфагендар 50 йыл дауамында йыл һайын 200-шәр талант контрибуция түләргә тейеш булған.

Шулай итеп, Ганнибалдың даһилығына ҡарамаҫтан, икенсе Пун һуғышы ла Рим файҙаһына тамамланған: Рим дәүләте Карфагенға ҡарағанда нығыраҡ булып сыҡҡан. Сифакс батшалығының римдарҙың дуҫы Масиниссаға күсеүе Африкала Римдың еңеү эҙемтәһе булған. Еңелеү Карфагенда демократик реформаларға килтерә. Илһөйәрҙәр, Рим ҡатмарлы шарттарҙа ҡалған осраҡта, тағы ла бер тапҡыр ҡаршы көрәш башларға өмөтләнгән. Шунлыҡтан римдар был партияның башлығы һәм өмөтө булған — ҡасып китергә тейешле Ганнибалды биреүҙе талап иткән.

Өсөнсө Пун һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карфагендағы власть тағы ла, Карфаген сауҙаһын һәм байлығын һаҡлап ҡалыр өсөн, Рим менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға тырышҡан, олигархия партияһы ҡулына эләккән. Римдар өсөн б. э. т. 201—149 — сы йылдар заяға үтмәгән: римдарҙың Сүриәләге Антиохты һәм Македонияны еңеүҙәре, Грециялағы уңыштары Римдың ҡеүәтен бығаса булмаған бейеклеккә тиклем күтәргән. Әммә Рим әле булһа үҙенең мәңгелек дошманынан ҡурҡҡан, ә Италия сауҙагәрҙәре Карфаген сауҙагәрҙәрендә үҙҙәре өсөн ҡурҡыныс конкуренттарын күргән. Шуға күрә Римда, Масиниссаның Нумидия батшаһы яғынан һөжүмдәрҙән ҡорал менән һаҡланырға хаҡы булмаған Карфагенға тынғы бирмәгәненән бик ҡәнәғәт булғандар. Баҫып алыуҙар һаман оятһыҙыраҡ була барған, ә карфагендарҙың Римға еткергән ялыуҙары бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән: Масиниссаның ҡулын бәйләү Рим мәнфәғәтенә тап килмәгән. Ниһайәт, Карфагендың түҙемлеге сигенә еткән һәм ул Масиниссаға ҡаршы һуғыш башлаған. Был Римға йәки тормош хәле тиҙ арала күтәрелә алған Кафагенға ғәжәпләнгән һәм даими рәүештә Карфагенды бөтөрөүҙе талап иткән Катонға күптәнән теләнгән сәбәп кенә булған.

Б. э. т. 149 йылда Рим, өсөнсө Пун һуғышын башлап, Африкаға ҙур армия ебәрә (консулдар Маний Манилий һәм Луций Марций Цензорин). Карфаген тыныслыҡ партияһы эште һуғышҡа алып барып еткермәҫкә теләгән һәм римдарға ҡәнәғәтлек биреү менән ризалашҡан. Римдар бик намыҫһыҙ эш иткән: улар билдәле талаптарҙы үтәгән осраҡта ғына тыныслыҡҡа ризалашҡанын белдергән, ә карфагендар уларҙы үтәгәндән һуң, консулдар яңы, тағы ла ауырыраҡ шарттар ҡуйған. Мәҫәлән, римдар башта карфагендарҙың аманаттарҙы биреүенә өлгәшкән, һуңынан — ҡоралдарын тапшыртҡас инде, һуңғыһын — карфагендарға диңгеҙҙән 80 стадиянан да яҡын булмаған берәй ергә күсенеп китеү талабын ҡуйған. Бындай шарттарҙа яңы биләмә сауҙа ҡалаһы була алмаған. Карфагендар был талапҡа буйһоноуҙан баш тартҡан; Карфагенды ҡамау башлана. Карфагендар бар тырышлыҡтарын һалып, яңы флот һәм ҡорал булдырған һәм иң һуңғы сиккә тиклем һаҡланырға ҡарар иткән. Гасдрубал уларҙың башлығы бурысын үҙ иңенә алған.

Тәүҙә римдар ҡаланы штурм менән алыуҙа уңышһыҙлыҡҡа осраған һәм дөрөҫ ҡамау башларға мәжбүр булған. Б. э. т. 149 һәм 148 йыл римдар өсөн уңышһыҙ үткән. Б. э. т. 147 йылда Корнелий Сципиондар фамилияһы бирелеп, уллыҡҡа алынған Эмилий Павелдың улы консул Публий Корнелий Сципион Эмилиан Утикаға килеп төшкән. Сципион ҡамауҙағы армияны ике нығытма линияһы менән ҡаплап, Карфагенды бөтөнләй ҡоро ерҙән киҫеп ташлай, был аҙыҡ-түлек килтереүҙе ҡыйынлаштыра һәм Карфаген халҡының байтаҡ өлөшөн ҡасыуына һәм бирелеүенә килтергән. Башҡалары иҫке ҡалала һәм Бирстың нығытмаһында бикләнгән. Дамба төҙөп, Сципион диңгеҙҙән гаванға инеү юлын япҡан, әммә карфагендар гаванға яңы инеү юлын ҡаҙған, флот төҙөгән, хәйер, был ғына аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә алмаған.

Б. э. т. 146 йылдың яҙында римдар ҡалаға инеп, сауҙа майҙанына сыҡҡан һәм Бирс ҡалаһына барып еткән. Был ваҡытта байтаҡ өлөшө яндырылған ҡалала көрәш оҙаҡ барған. Етенсе көнөнә Бирсала бикләнгән карфагендар ҙа бирешкән. Бәләкәй отряд (күпселеге Рим ҡасҡындары) Гасдрубал менән ҡорамдарҙың береһенә бикләнгән. Гасдрубал бирелгән, ләкин ҡатыны, балалары һәм башҡалар утта һәләк булған. Римдар, ҡаланы талап, бик ҙур табыш алған; унан һуң улар Карфагенды яндырған һәм ул торған урынды һабан менән һөрөп үткән, ә һуңыраҡ барлыҡҡа килгән риүәйәткә ярашлы, еренә тоҙ һибелгән. Легенда Боронғо донъяның Кембридж тарихының тәүге баҫмаһында Бертранд Холлвардтың хатаһы арҡаһында барлыҡҡа килгән[1]. Ләғнәт менән ҡурҡытып, был урында ҡаланың тергеҙелеүе тыйылған. Әсирҙәрҙең күбеһе ҡоллоҡҡа һатылған; карфаген өлкәһе Рим провинцияһына әйләнгән, баш ҡалаһы Утика булған. Ләкин һуңыраҡ римдар яңынан Рим Африкаһының баш ҡалаһын Карфагенда урынлаштырған, һәм ул ғәрәп яулап алыуҙарына тиклем Рим империяһының иң ҙур ҡалаларының береһе булған. Хәҙерге ваҡытта боронғо Карфаген ерҙәре Тунис ҡала яны биләмәһенә инә.

Һуғыштар Римда һәм бөтә Урта диңгеҙ буйында мөһим социаль һәм сәйәси үҙгәрештәргә килтергән. Шул ваҡытҡа тиклем Римға тотҡарлыҡ яһаған державаның юҡҡа сығыуы иң мөһим эҙемтә булған. Карфагенды еңеү генә Рим хакимлығының Урта диңгеҙҙең бөтә ярҙарына таралыуына юл асҡан.

Великий Карфаген вёл три войны. После первой он ещё оставался великой державой, после второй он ещё существовал, после третьей он был уничтожен.

Бынан тыш, Римға хәрби әсир ҡолдар һәм башҡа табыштар килеүе ҡолбиләүселек үҫешен тиҙләтә. Рим италий дәүләтенән Көнбайыш һәм Төньяҡ Африка һәм Испания ҡәбиләләре өҫтөнән идара иткән иң ҙур Урта диңгеҙ державаһына әүерелгән. Баҫып алынған территориялар (Сицилия, Сардиния һәм Корсика, Испания, Төньяҡ Африканың көнбайыш өлөшө) Рим провинцияларына әйләнгән. Римдың үҙендә, баҫып алынған ерҙәрҙе талауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған, аристократия менән йәмғиәттең сауҙа-ростовщик ҡатламдары араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар киҫкенләшкән. Элекке Карфаген ерҙәренән көмөштөң килеүе Рим иҡтисадының үҫешенә килтергән һәм шул рәүешле Римды Боронғо донъяның ҡеүәтле державаһы иткән.

  • Полибий. Всеобщая история в 40 кн. — Пер. с греч. Ф. Г. Мищенко. — В 3 т. — М., 1890—1899 (кн. 1, 3, фрагменты из 7—15, 36—39).
  • Тит Ливий. Римская история от основания города. — Пер. с лат. под ред. П. Адрианова, т. 3—4. — М., 1892—1899 (кн. 21—30).
  • Аппиан Александрийский. Римская история. — Пер. с греч. С. П. Кондратьева. — Кн. 6. Иберийско-римские войны («Иберика») // ВДИ, 1939, № 2; кн. 8. События в Ливии // ВДИ, 1950, № 3—4.
  • Дельбрюк Х. История военного искусства в рамках политической истории / Пер. с нем. — Т. 1. — М., 1936.
  • Елисеев М. Б. Вторая Пуническая война. — М.: Вече, 2018. — 480 с.: ил. — (Античный мир). — ISBN 978-5-44446521-9.
  • Ельницкий Л. A. Возникновение и развитие рабства в Риме в VIII—III вв. до н. э. — M.: Наука, 1964.
  • Машкин Н. A. Последний век Пунического Карфагена // Вестник древней истории. — 1949. — № 2.
  • Maяк И. Л. Социально-политическая борьба италийских общин в период Ганнибаловой войны // Вестник древней истории. — 1963. — № 4.
  • Парк Герберт Уильям. Греческие наемники. Псы войны древней Эллады / Пер. с англ. Л. А. Игоревского. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2013. — 288 с. — ISBN 978-5-9524-5093-6.
  • Пунические войны: история великого противостояния. Военные, дипломатические, идеологические аспекты борьбы между Римом и Карфагеном: Сб. ст. / Под ред. О. Л. Габелко и А. В. Короленкова. — СПб.: Гуманитарная Академия, Ювента, 2017. — 440 c.: ил. — (Историческая библиотека).
  • Ревяко К. А. Пунические войны. — Минск: Университетское, 1988. — 272 с. — ISBN 5-7855-0087-6.
  • Шифман И. Ш. Возникновение карфагенской державы. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1963.
  • Jäger О. Die Punischen Kriege nach den Quellen erzählt. — 3 Bände. — Halle, 1869—1870.
  • Warmington B. H.ruen Carthage. — London, 1960.

Ҡалып:Пунические войны Ҡалып:Войны Древнего Рима Ҡалып:Древний Рим Ҡалып:Нет сносок