Канн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коммуна
Канны
франц. Cannes, окс. Canas
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Франция

Регион

Прованс — Альпы — Лазурный Берег

Департамент

Приморские Альпы

Округ

Грас

Кантон

Канны-1

Координаталар

43°33′05″ с. ш. 7°00′46″ в. д.HGЯO

Мэр

David Lisnard (2014—2020)

Беренсе мәртәбә телгә алынған

42 год до н. э.

Элекке исеме

Эгитна (грек. Αίγιθνα), Кануа франц. Canua

Майҙаны

19,62 км²

Бейеклеге

0 — 260 м

Климат тибы

Средиземноморский

Рәсми теле

французский

Халҡы

73603 кеше (2012)

Тығыҙлығы

3751,4 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+33 +33 04

Почта индексы

06150

Һанлы танытмалар
Код INSEE

06029

Рәсми сайт

cannes.com
 (фр.) (инг.)

Канны (Франция)
Канны
Канны

Ка́нн[1][2][3], Канн[1][3][2] йәки Кан[4][5][3][2] (франц. Cannes, [kan] , окс. Canas) — Францияның Прованс — Альп — Лазурный Берег (Зәңгәрһыу Яр) төбәгенең, көньяҡ-көнсығышындағы ҡала һәм коммуна. Приморье Альпы департаменты, Грас округы, Канн-1 һәм Канн-2 кантондары[6]. Зәңгәрһыу Ярҙың иң билдәле һәм популяр курорттарының береһе булып тора. Үҙенең йыл һайын үтә торған кинематография фестивале менән билдәле. 2011 йылдың ноябрендә G-20 алтынсы саммитын ҡабул итте.

Исемдең Кан вариантын ҡулланғанда (французса әйткәндә, таҙа, танау өнө [а] менән түгел), һәм уны айырыр кәрәк Кан (франц. Caen [kɑ̃], норманд. Caën лат. Cadomum французса танау өнө менән [ɑ̃] әйтеү) — Францияның төньяҡ-көнбайышындағы ҡала һәм коммуна, Кальвадос департаменты префектураһы (административ үҙәге).

Коммунаның майҙаны — 19,62 км², халҡы — 70 кеше 610[7][8] (2006) тотороҡланыу тенденцияһы менән: 73 603 кеше[9] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 3751,4 кеше/км².

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙ һалынған осорҙа ҡала Эгитна тип аталған. Һуңғараҡ, б. э. X быуатында Канн бейеклек мәғәнәһенә эйә — Кануа тип йөрөтөлгән. Шулай уҡ Кануа исеме «canna» үҫемлегенән барлыҡҡа килгән, тигән фараз бар.

Исемдең Кан вариантын ҡулланғанда (французса, танау өнө [а] менән түгел, таҙа әйтелә), һәм уны айырыр кәрәк Кан (франц. Caen [kɑ̃], нормандса Caën лат. Cadomum французса танау өнө менән [ɑ̃] әйтеү) — Францияның төньяҡ-көнбайышындағы ҡала һәм коммуна, Кальвадос департаменты префектураһы (административ үҙәге).

Французса атамаһы ҡалҡыулыҡта яңғыраған бик боронғо ҡалалар исемлегенә ингән (яҡынса «а» тигән танау тауышы менән); уны Нормандиялағы Кан ҡалаһы менән бутарға кәрәкмәй, шулай ҙа урыҫ ҡолағына оҡшаш яңғырай.

Ҡаланың ранцузса атамаһы (франц. Cannes) [кан] (танау менән түгел, таҙа «а» өнө) менән әйтелә; уны Нормандиялағы «ã» танау әйтелешле Кан (франц. Caen) ҡалаһы менән бутарға ярамай, әммә рус ҡолағына бик оҡшаш яңғырай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910 йылға тиклемге Канн

Канн урынында урынлашҡан Эгитна (грек. Αίγιθνα) ауылына версияларҙың береһе буйынса, б. э. т. 42 йылда римдар, икенсе версия буйынса — б. э. т. 2 быуатта лигурҙар нигеҙ һала. Халҡы башлыса балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән, ә һуңғыһы Лерин утрауҙары менән сауҙа иткәндә порт булараҡ файҙаланылған.

Б. э. 69 йылда — дүрт император йылында — Эгитна Отон менән Вителлий ғәскәрҙәре араһындағы аяуһыҙ бәрелештәр башланған. 891 йылда ҡаланы сарациндар баҫып алған. Кануа (франц. Canua) исемен алған ҡала X быуат аҙағына тиклем уларҙың власы аҫтында ҡалған.

1035 йылда төҙөлгән ҡәлғә төбәктә килеп ултырған монахтарға уны уңышлы обороналарға мөмкинлек биргән. 1530 йылда ҡала сиркәү хакимлығы аҫтынан сыға һәм сағыштырмаса бойондороҡһоҙлоҡ ала. Канн Прованстан ситтә XIX быуатҡа тиклем аҙ билдәле булған.

1834 йылда инглиз канцлеры лорд Генри Питер Брум Италияға барышлай ваба эпидемияһы арҡаһында Канн ҡалаһында ҡалырға мәжбүр була[10]. Лорд Брум был француз ҡаласығының матурлығына, уның күгенә, йомшаҡ климатына шул тиклем хайран ҡала, хатта Канн ҡалаһында йорт төҙөргә ҡарар итә. Күп инглиз аристократтары уның үрнәгенә эйәргән. Оҙаҡламай Каннды үҙҙәре өсөн Рәсәй империяһының бай подданныйҙары ла аса. 1879 йылда Александр II батша улдары Сергей һәм Павел менән бергә ҡалаға императрица Мария Александровна килгән. 1888 йылда Ги де Мопассан Канн тураһында былай тип яҙа: «Принцтар, принцтар, бөтә ерҙә лә шаһзаттар».

Геральдикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канн ҡалаһының гербы

Канн ҡалаһының гербы зәңгәр геральдик ҡалҡандан ғибәрәт, диагональ буйынса уны көмөш пальма ботағы киҫеп үтә, уның ике яғында ла ике алтын ләлә урынлашҡан.

Заманында Лерин аббатлығының зәңгәр ҡалҡанда көмөш пальма һынланған гербы бар ине, риүәйәткә ярашлы, изге Арелат Гонораты йыланды пальма ботағы менән ҡыуып сығарған. 1030 йылда, аббатлыҡҡа Канн ерҙәрен бүләк иткәс, гербта Canna һүҙенән «C» һәм abbatia һүҙенән — «A» хәрефтәре һынланған. 1633 йылда консулдар, король вәкиле маркиз Сен-Шамон[fr] (франц. Melchior Mitte de Chevrières) ризалығы өсөн, хәрефтәрҙе король лилиәләре һүрәтенә үҙгәрткән. 1696 йылда Шарль д'Озье[fr] (франц. Charles d'Hozier) Франция гербтарының Ҙур йыйынтығында беренсе тапҡыр Канндың хәҙерге гербы теркәлә[11].

Коммунаның логотибы бар.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылда коммуна халҡы — 72 607 кеше[12], ә 2012 йылда — 73 603 кеше тәшкил иткән[9].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
196219681975198219901999200620112012
580796715270527722596867667304706107260773603

Халыҡ һаны үҫешенең динамикаһы[7][13]:

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда 42 267 эшкә һәләтле йәштәге кешенең (15-64 йәш) 30 309-ы — иҡтисади яҡтан әүҙем, 11 958-е — актив булмаған (әүҙемлек күрһәткесе 71,7 процент, 1999 йылда — 67,7 процент). 30 309 эшкә һәләтле кешенең 25 691-е (13 197-һе ир-егет һәм 12 494-е ҡатын-ҡыҙ) эшләгән, 4618-е эшһеҙ тип иҫәпләнгән (2193-ө ир-егет һәм 2425-е ҡатын-ҡыҙ). 11 958 эшкә һәләтле әүҙем булмаған граждандың 3636-һы — уҡыусы йәки студент, 3512-һе — пенсионер, тағы 4810-ы башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙемлек күрһәтә алмағандар[14][15].

2010 йыл дауамында коммунала һалым һалынған 39 381 хужалыҡ булып, уларҙа 72 308,0 кеше йәшәгән. Бер һалым түләүсегә килем медианаһы 17 мең 723 евро тәшкил иткән[16].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канн ҡалаһы Урта диңгеҙ климаты зонаһына ҡарай.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C 7,9 8,6 10,1 12,5 15,8 19,3 22,1 22,1 19,7 16,1 11,6 8,8 14,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 88,7 92,3 74,6 69,3 50,3 40,2 16,7 36,0 61,8 121,2 117,3 89,4 857,7

Хәҙерге ҡала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ля Кастр ҡәлғәһенән Канн ҡалаһы күренеше
Круазет яр буйы күренеше
Порт
Канн ҡалаһында Михаило-Архангельский ҡорамы (рус сиркәүе)

Ҡала Франция Ривьераһындағы Бокка кварталынан Фуркад ҡаяларына тиклем 9 саҡрымға һуҙылған иң популяр курорттарҙың береһе.

Канн ҡалаһының үҙәге — Антиб урамы, Азатлыҡ аллеяһы һәм Круазет яр буйы.

Канн ҡалаһында бер нисә тимер юл станцияһы бар: Канн вокзалы, Канн-Ла-Бокка, Ле-Боске, Ла-Фрейер.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке ҡала уртаһында Сюке убаһы — Castrum Canois ҡалҡып тора, уның урамдары һәм йорттары Шевалье тауы битләүҙәре буйында өйкөлөшкән.

22 метр бейеклектәге Сюке манараһы (башня) — иҫке ҡаланың иң сағыу тарихи ҡомартҡыһы. Ә Сюкеның ҡәлғә диуарҙары артына Алла Әсәһе Өмөт (Богоматери Надежды — Notre-Dame de l’Esperance) сиркәүе урынлашҡан.

Канн кинофестивален йыл һайын үткәреү урындарынан — билдәле кинотеатрҙан даими рәүештә экскурсия трамвайсыҡтары йөрөй. Күп һанлы туристар өсөн экскурсия тексы тәржемәләп төрлө телдәрҙә, шул иҫәптән рус телендә лә, тапшырыла.

Музейҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Де ля Кастр музейы (Musée de la Castre). Бында Урта диңгеҙ буйының боронғо йыйылмалары һаҡлана
  • Диңгеҙ музейы (Musée de la Mer) — караптарҙың һәләкәте дәлиле булған артефактар йыйылмаһы
  • Галери де ля Мальмезон (Galerie de la Malmaison) и Musée Chapelle Bellini — хәҙерге заман сәнғәтен һөйөүселәр өсөн

Соборҙары һәм сиркәүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Богоматери Надежды (Notre-Dame de l’Esperance) католик сиркәүе (VII быуат уртаһы);
  • Богоматери Дороги (Notre-Dame de Bon Voyage) католик сиркәүе;
  • Канн яр буйы эргәһендә Сент-Онора утрауында урынлашҡан католик Лерин аббатлығы;
  • Канн ҡалаһындағы берҙән-бер равославие ҡорамы — урыҫ Архангело-Михайловский сиркәүе.

Билдәле Гран-Жас зыяраты ҡаланың иң ҙур паркы булып тора.

Панорамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1815 йылда Наполеон, ҡаланан алыҫ түгел ерҙә, Жуан бухтаһына, килеп төшә. Ул генерал Камброннды, аҙыҡ-түлек, мал аҙығы табыу йомошо менән Канн ҡалаһына ебәрә.

Канн ҡалаһы айырыуса йыл һайын уҙғарылып килгән Канн кинофестивале һәм «Канн арыҫландары» халыҡ-ара реклама фестивале аша билдәле.

Шулай уҡ Канн ҡалаһында Европа 3GSM World Congress мобиль элемтә технологияларының эре йәрминкәһе үтә һәм Европала иң ҙурҙан һаналған «MAPIC» коммерция күсемһеҙ милек күргәҙмәһе ойошторола. 2011 йылдың ноябрендә алтынсы /20 саммитын ҡабул иткәйне.

2011 йылдың ноябрендә Канн ҡалаһы G-20-тың 6-сы саммитын ҡабул итте.

Канн кинофестивале[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канн кинофестиваленең ҡыҙыл келәм юлы

Халыҡ-ара Ка́нн кинофестива́ле (франц. Festival international du film de Cannes) Францияның Канны курорт ҡалаһында һәр йылдың май аҙағында Фестиваль һарайы базаһында кинематография фестивале уҙғарыла. Халыҡ-ара кинопродюсерҙар ассоциациялары федерацияһы (FIAPF) тарафынан уйын фильмдары конкурсының ун ике фестивале («А категориялы фестивалдәр») иҫәбендә аккредитацияланған[17].

Канн ҡалаһында пиротехника фестивале[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канн пиротехника фестивале (франц. Festival d'art pyrotechnique de Cannes) — июль һәм август айҙарының икенсе яртыһында Напуль ҡултығы өҫтөндә үткәрелә торған фейерверктар фестивале. Финал сығышы 24 августа була. Фестиваль 1967 йылдан алып үткәрелә.

«Каннские львы» халыҡ-ара реклама фестивале[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Канн арыҫландары» халыҡ-ара реклама фестивале (Cannes Lions International Advertising Festival, ҡыҫҡартылып IAF) реклама етештереүселәрҙең иң абруйлы халыҡ-ара фестивале һанала. 5-7 көнлөк фестиваль, ғәҙәттә, йыл һайын июндең өсөнсө аҙнаһында уҙғарыла.

MipTV/Milia[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

MipTV/Milia — йыл һайын үткәрелеүсе телетапшырыуҙар, аудиовидеотехнологиялар өлкәһендә етештереүселәрҙең, һатып алыусыларҙың һәм дистрибьюторҙарҙың алдынғы глобаль форумы. Күргәҙмә һанлы контент һәм интерактив технологиялар менән бәйле яңы асыштар менән танышырға тәҡдим итә[18].

«MIDEM»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«MIDEM» — Халыҡ-ара музыкаль аудиопродукция күргәҙмәһе[19].

«MAPIC»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«MAPIC» — Халыҡ-ара сауҙа күсемһеҙ милке күргәҙмәһе[20].

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 [ Канн] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. 2,0 2,1 2,2 Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка. — М.: ООО «Издательство "Мир и Образование", 2010.
  3. 3,0 3,1 3,2 Поспелов Е.М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М.: АСТ, 2002. — С. 185. — 512 с. — ISBN 5-17-001389-2.
  4. Франция, Монако // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 56—57. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  5. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 147.
  6. Décret n° 2014-227 du 24 février 2014 portant délimitation des cantons dans le département des Alpes-Maritimes (фр.). Директива от 24 февраля 2014. legifrance.gouv.fr. Дата обращения: 17 август 2015.
  7. 7,0 7,1 Population selon le sexe et l'âge...2006 (фр.). INSEE. Дата обращения: 17 август 2015. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
  8. Численность населения в 2006 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 17 август 2015.
  9. 9,0 9,1 Численность населения в 2012 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 17 август 2015.
  10. Канны
  11. Страницы 40 и 41 муниципального магазина Cannes Soleil № 85, апрель 2009 года, на официальном сайте коммуны (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  12. Численность населения в 2011 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 17 август 2015.
  13. Население коммуны Канны (фр.). cassini.ehess. Дата обращения: 17 август 2015.
  14. Base chiffres clés: emploi — population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 17 август 2015. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  15. Base chiffres clés: emploi - population active 2010 (фр.). Основные показатели: занятость и трудовая активность населения в 2010 году. INSEE. Дата обращения: 17 август 2015. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  16. Revenus fiscaux des ménages en 2010 (фр.). Облагаемые налогом доходы домашних хозяйств (2010). INSEE. Дата обращения: 17 август 2015. Примечание: дети и внуки, которые проживали в двух местах учтены как 0,5 человека. Глава домашнего хозяйства — один налогоплательщик (НП), другие взрослые члены семьи — по 0,5 НП, дети до 14 лет — по 0,3 НП.
  17. Кинематографическая столица Европы 2011 йыл 7 октябрь архивланған.
  18. Выставка Mip-TV+Milia 2010 год. Каннский дворец фестивалей и конгрессов, Канны, Франция. Архивировано 5 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 5 сентябрь архивланған.
  19. MIDEM
  20. MIPIMWORLD — MAPIC
  21. Fiche du jumelage avec Acapulco sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  22. Fiche du jumelage avec Beverly Hills sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  23. Fiche du jumelage avec Budapest sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  24. Fiche du jumelage avec Gstaad sur le site du ministère français des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  25. Fiche du jumelage avec Kensignton et Chelsea sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  26. Fiche du jumelage avec Sanya sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  27. Fiche du jumelage avec Shizuoka sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  28. Fiche du jumelage avec Tel Aviv-Jaffa sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  29. Fiche du jumelage avec Turin sur le site du ministère des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  30. Fiche du jumelage avec Florence sur le site du ministère français des Affaires étrangères. (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Коммуны департамента Приморские Альпы Ҡалып:Лазурный берег