Словактар
Слова́ктар (словак. Slováci, көнбайыш славян халҡы, Словакияның төп халҡы булып һанала. Словактарҙың байтаҡ ҡына общиналары Чехияла, АҠШта, Венгрияла, Румынияла, Сербияла, Хорватияла һәм Канадала йәшәй. Словак әҙселегенең иҫәбе АҠШта - 797 764 (2000 йыл), Чехияла - 147 000-дән 350 000-гә тиклем, Венгрияла -17 693 (2001 йыл), Канадала - 50 000-дән 100 000-гә тиклем, Сербияла - 59 000 һәм шуның 56 000-е Воеводинала, Польшала -10 000 -дән 47 000-гә тиклем, Румынияла - 18 000, Украинала - 7 000-дән 17 000-гә тиклем, Хорватияла (тәү сиратта көнсығыш Славонияла), Европа Союзының башҡа илдәрендә, Австралияла һәм Латин Америкаһында тәшкил итә.
Этнонимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Словак» термины тәүге тапҡыр 1444 йылдың 7 сентябрендәге яҙма сығанағында Словак исемле кеше булараҡ телгә алына. Бөйөк Моравия халҡы словактарҙың ата-бабаларын бер нисә сығанаҡ буйынса лат. sclavi йәки иск.-слав. словѣне тип билдәләй (ахыры, был Бөйөк Моравия халҡының үҙ-үҙенә ҡушҡан исеме). Венгрияның латын телендәге сығанаҡтарында ниндәйҙер славян халҡын йәки яңы славян колонистарын билдәләү өсөн файҙаланылған sclavi термины XII быуаттан да һуң түгел барлыҡҡа килә. В XI—XIV быуаттарҙа Венгрия менән күрше булған илдәрҙә словак исеме бигүк булмаған, ахыры. XIII быуат сығанаҡтарында sclavi һүҙе венгрҙар һәм немецтар менән бергә йәшәгән төньяҡ венгр халҡы булараҡ телгә алына. 1381 йылда Жилина ҡалаһының славян халҡы Людовик I немецтар тарафынан ҡыҫырыҡланыуҙары тураһындағы ялыу менән мөрәжәғәт итә. XV быуатҡа тиклем словактар үҙҙәрен «словен»дар тип атай. Заманса «словак» (словак. Slovák) термины XV быуатта Чехияла, фараз буйынса Праганың Карлов университетында барлыҡҡа килә ][5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]V—IX быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Словактарҙың ата-бабалары (өҫтөнлөк итеүсе фекерҙәр буйынса) сама менән беҙҙең эраға тиклем 500 йыл элек, Халыҡтарҙың бөйөк күсеше ваҡытында уҡ, хәҙерге Словакия өлкәһендә йәшәгән. Словак халҡының ата-бабалары торған ер тураһында берҙәм фекер юҡ. Бер фекер буйынса, хәҙерге Словакияға славяндарҙы күсереп ултыртыу ике тулҡында бара – төньяҡтан һәм көньяҡтан. Икенсе фекергә ярашлы, Нестор йылъяҙмаһы һәм Олег Николаевич Трубачев фекере буйынса, уларҙың күсереп ултыртылған районы Халыҡтарҙың бөйөк күсешенә тиклем үк Карпат районынын баҫып алған була. Словак лингвистары ҡарашы буйынса, Словак яҙыуы нигеҙенең тәүге үҫеш фазаһы славяндарҙың килеүе менән бергә башлана.
VII быуатта словактарҙың ата-бабалары Само державаһы халҡының ҡушма өлөшө булып һанала. Археологик табылдыҡтарға ярашлы, Само дәүләте ваҡытындағы һәм VIII—IX быуаттарҙағы табылдыҡтар араһында бер ни тиклем өҙлөкһөҙлөк күҙәтелә.
VIII быуатта словактарҙың ата-бабалары Нитран кенәзлегенә нигеҙ һала. Ул 833 йылда Бөйөк Моравия державаһының ҡушма өлөшө була. Улар чехтарҙың ата-бабалары менән бергә Бөйөк Моравия халҡы үҙәген булдыра. Ҡайһы бер Славистарҙың фекере буйынса, словак теле туранан-тура Праславян теленән үҫеш ала. Словак лингвистарының өҫтөнлөклө фекеренә ярашлы, словак теленең праславян нигеҙе үҫеше VIII быуатта башлана. IX быуаттың мөһим ваҡиғаһы булып, Салониктан ике туған Кирилл һәм Мефодийҙың Бөйөк Моравияға славян миссияһы тора. Изге Кирилл Константин миссия өсөн махсус тәүге славян алфавиты - Глаголицаны булдыра, бөгөн Словакияның дәүләт гербы булған ике диезлы Византия символын индерә, моравия миссияһы өсөн иҫке славян телен һайлай һәм Изге Мефодий менән әҙерләп ҡуйған литургия, Библия текстарының тәүге тәржемәләрен иҫке славян теленә күсерә. Моравия миссияһы ваҡытында иҫке славян теле Көнбайыш славян теле диалектының күп кенә элементтарын үҙләштерә. Шулай итеп, глаголицаның ул ваҡыттағы версияһында ла бөгөнгө Словакия диалектында ғына файҙаланған (dz) хәрефе бар. Икенсе яҡтан, хәҙерге Словак телендә иҫке славян теленән алынған бик күп дини төшөнсәләр бар. Бөйөк Моравияға миссияһы ваҡытында туғандар бөтә Библияны һәм шулай уҡ закондар йыйылмаһын, литургик текстарҙы һәм башҡаларҙы иҫке славян теленә тәржемә итә һәм ошо миссия арҡаһында улар бөтә славян әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусылар булып иҫәпләнә. 868 йылдың мартында иҫке славян теле хатта Рим папаһы тарафынан көнбайыш сиркәүҙәге латин теле, грек һәм Иврит телдәре менән бер рәттән дүртенсе, дини тел булараҡ рөхсәт ителә. Локаль элементтар менән тәьмин ителгән иҫке славян теле Бөйөк Моравияла рәсми һәм дини маҡсатта латин теле менән бергә файҙаланыла. Бөйөк Моравияла локаль телдең мәҙәни формаһы һарайҙа һәм белемле кешеләр тарафынан ғына файҙаланыла.
X—XV быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]X быуат башында хәҙерге көньяҡ Словакияға венгр-мадьяр ҡәбиләләренең баҫып инеүе Бөйөк Моравия державаһының тарҡалыуына килтерә. X-XI быуаттарҙа Словакия, ә уның төньяҡ өлкәһе XIV быуатта ғына Венгрия короллеге составына инә. XII быуатҡа тиклем Нитран кенәзлеге Венгрия короллеге составында ҡала. «Повесть временных лет» Славяндарҙы Словакияла XI быуаттағы урта Дунайҙың үҙ аллы халҡы тип һүрәтләй. Нитран кенәзлегенең хаҡимы Эммерих Словакияның кенәзе булараҡ билдәләнә («dux Sclavoniae») (1029 йыл). Славистар төркөмө праславян теле берҙәмлеге бары тик X быуатта ғына тарҡала, тип иҫәпләй. Словак лингвистарының өҫтөнлөклө фекере буйынса, X быуаттан словак теле үҙаллы тел булараҡ үҫешә башлай.
Урта быуаттарҙа, урыны менән унан да һуңыраҡ, словактар венгр-мадьярҙар менән бергә хәҙерге Венгрияла ла, көньяҡ-көнсығыш Моравияла ла йәшәгән. Урта быуат аҙағына тиклем был өлкә өлөшләтә Венгрияныҡы, төньяҡ-көнбайыш Румынияныҡы һәм шулай уҡ Австрияныҡы, Украинаҡы була.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Словактарҙың күбеһе рим-католик сиркәүенә ҡарай. XVI-XVII быуаттарҙа словактарҙың бер өлөшө, 10,8%-ы, Лютерандар була. Әҙерәк өлөшө, 0,64%-ы,[6]) Чехословакия православ сиркәүенә ҡарай.
Чехословакияның тарҡалыу сәбәбе булып, словактар менән чехтарҙың дингә булған мөнәсәбәте тора. Словактарҙың күбеһе дини һәм быны асыҡтан-асыҡ белдерә. Чехтар киреһенсә, дингә булған ҡарашын белдереп барырға тырышмай. Халыҡтың 30 – 40%-ы бөтөнләй динһеҙ (коммунистик хөкүмәт ваҡытында был һан күпкә түбән булған)
Словактар башҡа илдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Словактар Сербияла үҙҙәренең әҙселек советына эйә. Милли әҙселектең Йәшелдәр партияһы 0,7% йыйып, Сербия парламентында 1 урын алған. Сербиялағы словактар протестанттар. Улар Бачки-Петровац общинаһында күпселекте – 65,4%-ы, тәшкил итә. Шулай уҡ улар Ковачица общинаһында иң эре этник төркөм, 41,85%, булып тора. Бач общинаһында ла уларҙың һаны күп, унда словактар дөйөм халыҡ иҫәбенең 20%-ын тәшкил итә. Быларҙан тыш, словактар Нови-Садта – 6393, Стара-Пазовала – 5212 һәм Бачка-Паланкала ла, 5047 кеше, йәшәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ TAB. 115 Obyvateľstvo podľa pohlavia a národnosti (билдәһеҙ) (xlc). Český statistický úřad (2011). — Распределение населения по полу и национальности по результатам переписи населения (2011) на сайте Статистического бюро Словакии. Дата обращения: 25 октябрь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ 200 US census
- ↑ Národnostní struktura obyvatel (чеш.) (PDF). Český statistický úřad (30 июнь 2014). — Этнический состав населения Чехии на сайте Чешского статистического управления — C. 5. Дата обращения: 25 октябрь 2015.
- ↑ Population by ethnicity by 1921–2011 censuses (ингл.) (PDF). Český statistický úřad (2011). — Население по национальности по результатам переписей населения (1921—2011) на сайте Чешского статистического управления. Дата обращения: 25 октябрь 2015.
- ↑ Виноградова, А. И. и др. К проблеме становления этнического самосознания словаков. — Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху зрелого феодализма. — М.: Наука, 1989. — С. 233, 236—238, 242, 243.
- ↑ Перепись населения 2001 года 2016 йыл 14 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грацианская Н. Н. Словаки: К проблемам этнокультурной истории / Отв. ред. д-р ист. наук М. С. Кашуба; Институт этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая РАН. — М.: ИЭА РАН, 1994. — 224 с. — 300 экз. — ISBN 5-201-00856-9. (обл.)