Венгрҙар
Иштван I, Матьяш Хуньяди, Габор Бетлен, Бела Барток; Тивадар Костка Чонтвари, Янош Бойяи, Лоранд Этвёш, Йожеф Этвёш | |
Үҙ атамаһы |
Magyarok |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 14,5 млн Сербия 293 299 (2002)[5] Германия 135 600 Франция 100 000—200 000 (2004) Бразилия 80 000 Австралия 67 616 Австрия 55 038 (2014) Бөйөк Британия 52 250 (2011) Чили 50 000 Швеция 40 000-70 000 Аргентина 40 000-50 000 Хорватия 16 595 (2001) Чехия 14 672 (2001) Ирландия 8034 (2011) Төркиә 6800 (2001) Словения 6243 (2002) Таиланд 3029 Рәсәй Федерацияһы 2781 (2010), 3768 (2002) Төньяҡ Македония 2003 (2002) Яңы Зеландия 1476 Филиппин 1114 Пуэрто-Рико 1050. | |
Тел | |
Дин |
Католицизм, протестантизм, грекокатолицизм, православие, ислам, суннизм (мажары, мадьяраб) |
Раса тибы |
Европеоид |
Туғандаш халыҡтар | |
Этник төркөм |
Ве́нгрҙар, мадьярҙар (үҙ атамаһы — мадьярҙар, мадьярса magyarok [ˈmɒɟɒrok]) — Европа халҡы. Венгрияның төп халҡы. Венгрҙарҙың күп өлөшө, шулай уҡ, Румыния (Трансильвания тарихи өлкәһе), Сербия (Воеводина крайының төньяҡ өлөшө), Словакия, Украина, Рәсәй, Германия, Бөйөк Британия, Австрия, АҠШ, Чили һәм Канадала йәшәй. Венгриянан тыш венгр халҡы АҠШ-та йәшәй — 1,5 миллиона кеше.
Венгрияның үҙендә 9,5 млн венгр йәшәй, был бөтә халыҡтың 93 %[7]. Дине буйынса венгрҙарҙың күпселеге — католиктар, шулай уҡ протестанттар һәм православтар бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Урал буйында ярым күсмә тормошта йәшәгән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән һуғышсан халыҡ венгрҙарҙың ата-бабаһы тип иҫәпләнә[8][9]. Б. э. I меңенсе йылында венгрҙар Түбән Кама йылғаһы бассейнының Ҡара диңгеҙ һәм Азов диңгеҙе далаларына, ул ваҡытта Ҡазан татарҙары, сыуаштар, башҡорттарҙың ҡайһы бер ырыуҙары власы аҫтында булған хазар һәм болғарҙарға, күсеп ултыралар.
Боронғо венгр конфедерацияһы ете ырыуҙан һәм Хазар ҡағанатынан айырылып сыҡҡан, өс союздаш хазар этник ырыуҙан торған. Георгий Амартола 836—839 йылдарҙағы болгар-венгр конфикты тураһында яҙғанда венгрҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ҡалдырған.[10] 896 йылда Арпад һәм Курсан етәкселегендә улар Трансильванияға күсеп килә, унан һуң Паннония, хәҙерге көнсығыш Австрия һәм Словакияны яулап ала. Венгрҙар Көнбайыш Европаға яу менән барыр булғандар.
Ваҡыт үтеү менән (X—XI быуат) килмешәк-венгрҙар урындағы валах халҡы менән ассимиляциялаша. Ултырыҡ тормошҡа күсә, урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтенә, мәҙәниәтенә күсә. Үҙ тарыхында төрлө биләмәләрҙе алған Венгрия короллеге барлыҡҡа килә. Венгр милләте ойоша.
XVII быуатта Венгрия, бер ни тиклем үҙидара менән, Австрия власына эләгә. Шуға күрә, венгрҙар милләт булараҡ юғалмай, телен һәм мәҙәниәтен үҫтерә. Австро-Венгрия (1867) дәүләте ойошҡас, венргҙар дәүләттең бер өлөшө һәм халҡы булараҡ киң хоҡуҡ алалар.
Беренсе донъя һуғышынан һуң Австро-Венгрия тарҡала. Империяның бер киҫәгендә Венгрия барлыҡҡа килә.
Этноним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ телендә пол. węgier праслав. *ǫgъrinъ (бор.-урыҫ. ѹгринъ, укр. ву́гор, у́гор, серб.-иск.-слав. ѫгринъ, ѫгре, сер. у̀гар, у̀гра, шулай уҡ у̀грин, болг. унгарци, чех uher, словак. uhor, пол. węgier, węgrzyn, лит. vengras) телдәрендәге венгр һүҙенән алынған[11].
Европа телдәрендә лат. Ungari, Ungri, грек. Οὑγγρικός, Οὖγγροι, франц. hongroi(s), нем. Ungar(n), ингл. Hungarian(s), швед. ungrare формаһында ҡулланыла.
Бөтә экзоэтнонимдар болғар телендәге оn ogur (унуғыр төрки ҡәбиләһенең атамаһы) һүҙенән килеп сыҡҡан[11]. Баштағы h- өнө Hunni «һундар» этнонимынан ҡушылған. Оҙаҡ ваҡыт Венгрияны Һундар короллеге тип йөрөткәндәр. Венгрҙар һундар союзнигы булараҡ Европаға һөжүм иткәндәр.
Тел белгесе Ә. М. Аҙнабаев буйынса этноним түбәнге өлөштәрҙән тора: баш+уғыр//уғор+т: биш+уғыр+т (бында «биш» — һан, «уғыр» — ҡәбилә атамаһы, «т» — дөйөм алтай күплек күрһәткесе). Әхмәр Аҙнабаев этнонимды «венгр» (вун[12] уғар//уғыр) һәм «болғар» (бäл[13] уғор//уғар//уғыр) этнонимдарының этимологиялары менән сағыштыра[14].
Венгҙарҙың үҙатамаһын мадьярса mаgуаr(ok) «мадьяр, мажар» (боронғо мадьярса Моgоr, урта грек. Μεγέρη) телдәрендә беренсе өлөшөн — mōś — манси халҡының үҙатамаһы Мось менән бәйләйҙәр. Икенсе өлөшө билдәһеҙ, фин-уғыр телендәге фин. yrkö «ир» һүҙе булыуы мөмкин тигән фараз бар[15].
Н. А. Баскаков буйынса төрки һәм монгол телдәрендә һүҙ башындағы b ~ т алмашыусанлығы нигеҙендә, «башҡорт» һәм «мадьяр» этнонимдары бер үк сығышлы тигән һығымтаға килә: башҡорт — badža oγur (оғурҙар бажаһы, уғырҙар бажаһы) > badž(a) oγur > badžγar ошо форманы ала madž(a) oγur > madžγur > madžγar > madjar[16].
Көнкүреш һәм ғөрөф-ғәҙәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрҙар күп тармаҡлы иҡтисад, сәнәғәт һәм хеҙмәт күрһәтеү даирәһендә эшләй. Халыҡтың яртыһынан күбеһе ҡалала йәшәй. Элекке ғәҙәти тармаҡ ауыл хужалығы булған. Малсылыҡ әһәмиәтле тармаҡ булараҡ үҫешкән. XIX быуатта игенселек әһәмиәтле тармаҡҡа әүрелә. Альфред провинцияһы тигеҙлегендә көтөүлектәртәрҙә малсысыҡ, көньяғында йылҡысылыҡ үҫеш алған. Сусҡасылыҡ үҫеш алған. Үҫемлекселектә төп культура — бойҙай (XVII быуаттан), XVIII быуаттан бәрәңге үҫтерелә. Баҡсасылыҡ һәм йәшелсә үҫтереү таралған. Шарап етештереүҙең боронғо традициялары бар.
Етен, киндер эшкәртеү, сигеү, һуғыу, көршәк эшләү, күн эшкәртеү —венгрҙарҙың ғәҙәти кәсептәре.
Йәшәгән урындары төрлөсә. Ауыл ерендә ҙур ауылдар һәм кескенә хуторҙар. Урта быуаттарҙағы ҡалалар (Буда, Дьёр, Печ һ. б.) бар. Крәҫтиәндәр йәшәгән ауыл хужалығы ҡалалары бар, мәҫәлән, Альфёльд.
Тораҡтары балсыҡ менән һыланған ер стеналы йәки ағастан төҙөлгән йорт булған. Хәҙер кирбестән төҙөйҙәр. Ҡалалар ғәҙәттәге европа архитектураһы стилендә төҙөлгән.
Роман, готика, ренессанс, барокко, классицизм, историзм (эклектизм), модерн стилендә төҙөлгән архитектураны осратырға мөмкин.
Халыҡ мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ фольклоры йырҙарға, балладаларға (юлбаҫарҙар тураһында), әкиәттәргә бай. Венгр музыкаһы үҙенсәлекле. Боронғо йырҙарҙа Волга буйы халыҡтары музыкаһы һыҙаттары ишетелә, яңы йырҙарҙа — хәҙерге заман ритмдары. Венгрҙарҙың матди һәм рухи музыкаһына венгрҙарҙың этник биләмәһендә йәшәгән ҡыпсаҡтар, влахи, немецтар, француздар, итальяндар, цыгандар, йәһүдтәр йоғонто яһаған.
Мадьяр исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгр исемдәре мадьярлаштырылған христиан исемдәре булып тора (Дьёрдь — Георгий, Иштван — Степан, Янош — Иоанн). Славян, герман, төрки телдерҙән алынған исемдәр бар. Фин-уйғыр теленән алынған исемдәр бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ nepszamlalas.hu сайтында демографик мәғлүмәт 2011 йыл 12 май архивланған.
- ↑ http://www.arges.insse.ro/phpfiles/RPL2011NIVEL%20NATIONAL.pdf 2013 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ hhrf.org сайтында демографик мәғлүмәт
- ↑ сайтында демографик мәғлүмәт 2019 йыл 31 март архивланған.
- ↑ 2006. évi jelentés a szlovákiai magyarság helyzetéről
- ↑ hhrf.org сайтында демографик мәғлүмәт
- ↑ Hungarian
- ↑ Molnár E. A magyar nép őstörténete. Bp., 1952.
- ↑ Чернецов В. Н., Мошинская В. И. В поисках древней родины угорских народов // По следам древних культур. От Волги до Тихого океана. М., 1954. C. 163—192.
- ↑ Юрасов М. К. Когда появились венгры в Северном Причерноморье? // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2003. № 4 (14). С. 89.
- ↑ 11,0 11,1 Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
- ↑ Сыуаш телендә «вун» — 10 һанын аңлата
- ↑ Сыуаш телендә «пилллек//пилек» — 5 һанын аңлата
- ↑ Аҙнабаев Ә. М. Тағы ла «башҡорт» этнонимы тураһында // Ватандаш. — 2002. — № 6. — С. 100—106. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Майтинская К. Е. Венгерский язык // Основы финно-угорского языкознания. — М.: Наука, 1976. — Т. 3. — С. 342—343.
- ↑ Баскаков Н. А. О происхождении этнонима башкир // Сборник «Этническая ономастика». Академия наук СССР. Институт этнографии имени Н. Миклухо-Маклая. — М.: Наука, 1984.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Подольный Р. Г. Пути народов, М., «Детская литература», 1975. (рус.)
- Справочник личных имен народов РСФСР, М.: Рус. яз., 1989(стр. 305). (рус.)
- Шушарин В. П. Ранний этап этнической истории венгров. Проблемы этнического самосознания. М., 1997. (рус.)
- Энциклопедия «Народы и религии мира», М., 1998. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русско-Венгерский словарь
- Uralistica — Финно-угорское сообщество 2010 йыл 26 апрель архивланған.
- Международный консультативный комитет финно-угорских народов 2012 йыл 8 апрель архивланған.
- «Учреждение Фенно-Угриа»
- Информационный центр финно-угорских народов 2010 йыл 29 август архивланған.