Магна Һунгария

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Магна Һунгария

Магна Һунгария (лат. Magna Hungaria, Hungaria maior, мадьярса  Nagy-Magyarorszag, рус. Великая или Древняя Венгрия ) — Плано Карпиниҙың (13 быуат) юл отчетында иҫкә алынған этно-территориаль төшөнсә. Сығанаҡтарҙа аныҡ мәғлүмәттәрҙең булмауы венгр ҡәбиләләренең Көнсығыш Европала төйәкләнеүе тураһында һәм «Магна Һунгария» реаль йәшәүе хаҡында күп һанлы гипотезалар тыуҙырған. Дискуссияла Рәсәй һәм Венгрия лингвистарының, тарихсыларының, этнографтарының һәм археологтарының бер нисә быуыны ҡатнашты. «Магна Һунгария» Төньяҡ Кавказда (Б. Мункачи), Түбәнге Волга буйында (А. П. Смирнов), Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көнбайыш ипкенендә (Р. Ғ. Кузеев, Т. М. Ғарипов), Урта Волга буйының урман-дала райондарында (П. Д. Степанов) урынлашыуы тураһында фекерҙәр әйтелде. Хәҙерге заманда тарихи-археологик әҙәбиәттә ике ҡараш өҫтөнлөк итә. Е. А. Халиҡова, А. Х. Халиҡов, Е. П. Казаков, В. А. Иванов һәм башҡалар фекере буйынса, «Магна Һунгария» хәҙерге Башҡортостандың урман-дала райондарында боронғо венгр-мадьярҙар ҡалдырған Кушнаренко һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәттәре таралған урында булған. Н. А. Мәжитов был ҡомартҡыларҙы боронғо башҡорттар менән бәйле тип иҫәпләй, ә күп тапҡырҙар тап килгән башҡорт-венгр лингвистик параллелдәренең [хәҙерге Венгрия территорияһында Башҡортостандағы «Һаҡмар», «Таҙлар», «Туҡсаба», «Уриал», «Дим» һәм башҡа ер-һыу атамаларының ҡабатланыуы, «дьярмат» (башҡортса «юрматы»), «ене» (башҡортса «йәнәй»), «тарҡан» (башҡортса «тархан»), «кеси» (башҡортса «кесе») һәм башҡа этнонимдарҙың] булыуын боронғо башҡорттарҙың бәшнәктәр менән ҡәбиләләр союзына инеп, 11 быуат уртаһында Паннония территорияһына күсенеуе менын аңлата[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. — 392 бит

Был темаға арналған әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аннинский С. А. Известия венгерских миссионеров XIII—XIV вв. о татарах в Восточной Европt // Исторический архив. Т. III. М.-Л., 1940;
  • Гарипов Т. М., Кузеев Р. Г. Башкиро-мадьярская проблема// Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962;
  • Иванов В. А. Magna Hungaria — археологическая реальность?// Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.