Югославия короллеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге Югославия короллеге
Краљевина Југославија
Kraljevina Jugoslavija
Флаг Герб
Флаг Герб

Девиз: «серб-хорват кир. Један народ, један краљ, једна држава
серб-хорват лат.
Jedan narod, jedan kralj, jedna država
(Бер халыҡ, бер король, бер держава)»

Гимн: «Химна Краљевине Југославије»
Югославия короллеге гимны

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
1918 — 1941 (1945)
Баш ҡала

Белград

Телдәр

серб-хорват[1]

Идара итеү формаһы

дуалистик монархия
абсолют монархия (1929—1931 йылдарҙа де-юре, 1929—1935 йылдарҙа де-факто)

Династия

Ҡарагеоргиевичтар

Валюта

югославия кронаһы (1920 йылға тиклем)
югославия динары (1920 йылдан һуң)

Тарихы
 • 1 декабрь 1918

Бойондороҡһоҙлоҡто иғлан итеү (Австро-Венгриянан)

 • 6 ғинуар 1929

Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллегенең исемен Югославия короллеге тип үҙгәртеү

 • 6 апрель 1941

Югославияны оккупациялау

 • 29 ноябрь 1945

Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы иғлан ителә

 Югославия короллеге Викимилектә

Югосла́вия короллеге (сер. Краљевина Југославија, хорв. Kraljevina Jugoslavija)[1]Балҡан ярымутрауының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләттең 19291941 йылдарҙа (формаль рәүештә 1945 йылға тиклем) рәсми атамаһы. Хәҙер был территорияла Словения, Хорватия, Сербия, Черногория, Босния һәм Герцеговина, Македония һәм Косово илдәре урынлашҡан.

Король Александр I Ҡарагеоргиевич яһаған дәүләт түңкәрелешенән һуң, 1929 йылдың 6 ғинуарында «Югославия» атамаһы ҡабул ителә. Быға тиклем 1918 йылдың 1 декабренән ил Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге (сер. Краљевина Срба, Хрвата и Словенаца) тип аталған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылда Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллегенең Ойоштороусы скупщинаһы «Видовдан конститутцияһын» ҡабул итә. Бынан һуң Александр I Ҡарагеоргиевич король булып китә. 1921—1929 йылдарҙа сәйәси партияларҙы сикләгән саралар ҡабул ителә. 1921 йылдың 1 авгусында ҡабул ителгән «Дәүләтте ҡурсалау тураһында» закон Югославия коммунистар партияһын тыя һәм депутат-коммунистарҙың 58 мандатынғәмәлдән сығара[2]. 1923 йылдың йәйендә Хорват крәҫтиән партияһы тыйыла[3]. Был осорҙа корольдең идара итеүенә авторитар-консерватив тенденциялар хас булған.

1929 йылдың 6 ғинуарында король Александр I Ҡарагеоргиевич манифест баҫтырып сығара, уға ярашлы бөтә партияларҙа тыйыла һәм шулай итеп илдә үҙенең диктатураһын урынлаштыра. 1931 йылдың 3 сентябрендә король илгә яңы конституция һәм парламентҡа һайланырға рөхсәт бирә. Әммә 1931 йылғы һайлауҙарҙа теркәлеү өсөн ҡаты талаптар ҡуйылғас, хөкүмәт тарафынан төҙөлгән исемлек кенә унда ҡатнашырға хоҡуҡ ала. Был исемлек буйынса һайланған депутаттар берҙен-бер рөхсәт ителгән партияны — Югославия радикал-крәҫтиән демократияһын (1933 йылдан — Югославия милли партияһын) ойоштора[4].

1932 йылдың 7 ноябрендә Крәҫтиән-демократик коалиция «Пунктациялар» ҡабыл итә, уларҙа күп милләтлек һәм Югославияны федераллаштырыу тураһында һүҙ алып барыла[5]. Яуап итеп документҡа беренсе ҡул ҡуйған коалицияның лидеры Владко Мачек 1933 йылда ҡулға алына һәм 3 йылға иркенән мәхрүм ителә.

1934 йылда Александр I Ҡарагеоргиевичты хорват усташтары тарафынан үлтергәнгә тиклем, Югославия Көнбайыш Европа демократик илдәре менән союзда булған (Кесе Антантаға кергән). Власҡа кенәз-наместник Павел Ҡарагеоргиевич килгәндән һуң дәүләт Германия һәм Италия фашистик илдәре менән дуҫ булыу йүнәлешенә күсә.

Бынан башҡа милли сәйәсәт үҙгәрә — 1934 йылда уҡ хорваттарҙың лидеры Мачек иреккә сығарыла. 1939 йылдың 26 авгусында короллек сиктәрендә айырым бановина булараҡ Хорватияға автономия бирелә.

1941 йылдың мартында Югославия хөкүмәте (Драгиш Цветкович кабинеты) Германия етәкләгән Берлин пактына ҡушылыу тураһында Вена протоколына ҡул ҡуя, был илдә киң протест хәрәкәтен тыуҙыра. 27 мартта хөкүмәт алып ташлана.

1941 йылдың 6 апрелендә Югославияға Германия һәм уның союздаштарының ғәскәрҙәре һөжүм итә, Югославия операцияһы барышында улар илде оккупациялай һәм бүлгеләй. Усташтар етәкселегендә айырым Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте ойошторола (ул шуалай уҡ Боснияны контролдә тота), илдең бер өлөшө Германия һәм Италияға күсә, серб геноциды башлана. Югославияла халыҡ-азатлыҡ көрәше башлана. Уны менән бер яҡтан Иосип Броз Тито етәкселегендәге коммунистар (Югославия коммунистар партияһы), икенсе яҡтан Дража Михайлович етәкселегендәге монархистар етәкселек иткән; ҡайһы саҡта улар бер-береһенә ҡаршы һуғышҡандар. Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшө 1944 йылда СССР ғәскәре һәм Югославияның халыҡ-азатлыҡ армияһының берҙәм һөжүмдәре һөҙөмтәһендә азат ителә. 1945 йылдың 29 ноябрендә Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы иғлан ителә.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт власының юғары органы — Милли Йыйылыш (Народна Скупштина), 4 йыл мөҙҙәткә халыҡ тарафынан һайланған. Дәүләт башлығы — Король (Краљ). Башҡарма орган — Министрҙар Советы (Министарски Савет), ул король тарафынан ойошторолған.

Сәйәси партиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Збор» Югославия халыҡ хәрәкәте (Југословенски народни покрет «Збор») — ультра уң, серб фашизмы
  • Югославия радикал союзы (Југословенска радикална заједница) — ультра уң, фашистик
  • Югославия милли партияһы (Југословенска национална странка) — консерватив, монархистик
  • Халыҡ радикал партияһы (Народна радикална странка) — консерватив, серб милләтселеге
  • Словен халыҡ партияһы (Slovenska ljudska stranka) — христиан-демократик, автономистик
  • Черногория федералистик партия (Crnogorska federalistička stranka) — аграр, автономистик
  • Демократик партия (Демократска странка) — либераль, үҙәк
  • Бойондороҡһоҙ демократик партия (Самостална демократска странка) — социал-либераль
  • Хорват крәҫтиән партияһы (Hrvatska seljačka stranka) — һул-үҙәк, аграр, автономистик
  • Югославия социалистик партияһы (Социјалистичка партија Југославије) — социал-демократик
  • Югославия коммунистар партияһы (Комунистичка партија Југославије) (легаль өлөшө — Югославияның бойондороҡһоҙ эшселәр партияһы) — марксист-ленинстик

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Короллек өлкәләргә (бановиналарға) бүленгән. Өлкәнең вәкиллекле органдары — өлкә йыйылштары (обласна скупштина), өлкә комитеттары (обласни одбор).

Мәғарифы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Югославия халҡының ҙур өлөшө уҡый-яҙа белмәгән. 1931 йылға йәниҫәп буйынса Югославияла белемһеҙҙәрҙең өлөшө 44,6 % тәшкил иткән (1921 йылда — 51,5 %)[6]. Бановианаларға ҡарап белемһеҙҙәрҙең өлөшө бик ныҡ айырлған. Словендар йәшәгән Драва бановинаһында уҡый-яҙа белмәгәндәрҙең өлөшө 1931 йылда тик 5,5 % тәшкил иткән (мәҫәлән, Белград ҡалаһында — 10,9 %)[7]. 1931 йылда белемһеҙҙәрҙең һаны бигерәктә Вардар (70,9 %) һәм Врбас (72,6 %) бановиналарында юғары булған[8]. Мәктәп белемендә башта етди төбәк айырмалыҡтары булған. 1929 йылда халыҡ мәктәптәре тураһында закон ҡабул ителә, уға ярашлы мәктәптәге белем 14 предметтан торған берҙәм уҡыу программаһы буйынса «серб-хорват-словен» телендә алып барылырға тейеш булған[9].

Тышҡы сәйәсәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Югославияның тышҡы сәйәсәте СССР-ға ҡаршы йүнәлтелгән. Короллектә аҡ эмиграцияһының күп вәкилдәре килеп төпләнә, улар Югославияла үҙҙәренең кадет корпустарын ойоштора. Югославия коммунистар партияһы эшмәкәрлеге тыйыла. Югославия тик 1940 йылда СССР-ҙы таный. Шулай уҡ Югославияның Италия менән мөнәсәбәттәре көсөргәнешле була. Шул уҡ ваҡытта Греция менән бәйләнештәр уңышлы үҫеш ала. 1923 йылғы грек-югослав конвенцияһы, Белградҡа Грецияның Салоники портында 50 йылға ирекле зона тапшыра[10]. Был зонаға Югославиянан тимер юл һалына.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Tomasz Kamusella. The Politics of Language and Nationalism in Modern Central Europe. Palgrave Macmillan, 2008, pp. 228, 297.
  2. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 251. Режим доступа: http://www.inslav.ru/resursy/elektronnaya-biblioteka/2372-2011-jugoslavija-v-xx-veke
  3. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 252. Режим доступа: http://www.inslav.ru/resursy/elektronnaya-biblioteka/2372-2011-jugoslavija-v-xx-veke
  4. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 267, 272. Режим доступа: http://www.inslav.ru/resursy/elektronnaya-biblioteka/2372-2011-jugoslavija-v-xx-veke
  5. Харитонова Н. А. Внешняя политика Югославии до убийства короля Александра в 1934 г. // Исторические, философские, политические и юридические науки, культурология и искусствоведение. Вопросы теории и практики. — 2011. — № 7-1. — С. 185
  6. Биро Л. Регионализм и централизм между двумя войнами (на примере Югославии). Взгляд из Венгрии // Славянский мир в третьем тысячелетии. — 2013. — № 8-1. — С. 223.
  7. Биро Л. Регионализм и централизм между двумя войнами (на примере Югославии). Взгляд из Венгрии // Славянский мир в третьем тысячелетии. — 2013. — № 8-1. — С. 224.
  8. Биро Л. Регионализм и централизм между двумя войнами (на примере Югославии). Взгляд из Венгрии // Славянский мир в третьем тысячелетии. — 2013. — № 8-1. — С. 223—224.
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  10. Гибианский Л. Я. Югославия в балканской и европейской политике в начале Второй мировой войны: политика лавирования и её крах // Вестник МГИМО Университета. — 2009. — № 4. — С. 19.

Ҡалып:Малая Антанта Ҡалып:Балканская Антанта