Эстәлеккә күсергә

Австрия Эрцгерцоглығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Австрия Эрцгерцоглығы
Erzherzogtum Österreich
Флаг Герб
Флаг Герб

Австрия Эрцгерцоглығы 1477 йылда (хәнәүәт төҫө менән билдәләнгән)
Австрия Эрцгерцоглығы 1477 йылда (хәнәүәт төҫө менән билдәләнгән)

 
 
 
1453 — 1918
Баш ҡала

Вена

Телдәр

Бавар диалекты

Дин

Рим-католик сиркәүе

Идара итеү формаһы

монархия

Австрия тарихы

Тарихҡа тиклем Австрия
Норик һәм Реция
Көнсығыш марка
Австрия герцоглығы
Австрия Эрцгерцоглығы
Изге Рим империяһы
(Габсбург монархияһы)
Австрия империяһы
Австро-Венгрия
Беренсе республика
Альп һәм дунай рейхсгау
Союз оккупацияһы
Икенсе республика

Австрия Эрцгерцоглығы (нем. Erzherzogtum Österreich) — Изге Рим империяһы сиктәрендәге иң мөһим дәүләттәрҙең береһе, Габсбургтар монархияһы үҙәге һәм Австрия империяһынан алдараҡ булдырылған дәүләт. Хәҙерге Австрия федераль ере Түбәнге Австрия һәм шулай уҡ Үрге Австрия еренең бер өлөшө булған эрцгерцоглыҡтың үҙәгендә баш ҡалаһы Вена менән яҡынса 700 йыл эсендә ул маркграфлыҡтан империя үҙәгенә әүерелә.

Тәүге осорҙағы Урта быуат дәүерендәге Эрцгерцоглыҡ булған Австрия территорияһы Көнсығыш марка исеме аҫтында билдәле була. Этник немец мигранттары IX һәм X быуаттарҙа урындағы славян халҡын ҡыҫырыҡлап сығара. 955 йылда Лех йылғаһы янындағы алышта был төбәк Изге Рим империяһының маркаһы булып китә һәм 960 йылда маркграфлыҡ статусын ала. 976 йылдан алып төбәк Бабенбергтар династияһы хакимлығы аҫтында була.

Австрия Герцоглығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1156 йылда марграфлыҡ статусы Изге Рим империяһы императоры Фридрих I сығарған Privilegium Minus ярҙамында герцоглыҡ статусына тиклем күтәрелә. 1278 йылда Рудольф I Пржемысл Отакар II еңә һәм Герцоглыҡта Габсбургтар хакимлығын булдыра.

Австрия Эрцгерцоглығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1359 йылда яһалма Privilegium Minus герцог Рудольф IV тарафынан герцоглыҡ статусын эрцгерцоглыҡ статусына тиклем күтәрер өсөн ҡулланыла, әммә был аҙымды Изге Рим империяһы ҡабул итмәй. Беренсе булып эрцгерцог титулын Эрнст ала.1453 йылда Фридрих III етәкселегендә Габсбургтар Изге Рим империяһы императоры өҫтөнән контроль урынлаштырғанға тиклем, эрцгерцоглыҡ рәсми рәүештә танылмай. Австрия эрцгерцоглыҡ статусы булған берҙән — бер дәүләт була.

XVI быуаттан эрцгерцог титуллы Габсбургтар башҡа Европа король династияларының принц йәки принцессаларына тиңләштерәләр. 1512 йылдан алып эрцгерцоглыҡ шулай уҡ Изге Рим империяһының башлыса Габсбургтарҙың мираҫҡа ҡалған ерҙәренән торған Австрия округы үҙәге була.

Габсбургтар империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1804 йылда Наполеон Бонапарт баҫымы аҫтында һуңғы император Франц II Изге Рим империяһы тәхетенән баш тарта һәм Франц I исеме аҫтында Габсбургтар биләмәләре нигеҙендә булдырылған Австрия империяһы императоры була. Изге Рим империяҙы ерҙәре күп һанлы ирекле дәүләттәргә һәм ҡалаларға тарҡала. Австрия эрцгерцоглығы империя сиктәрендә Үрге һәм Түбәнге ерҙәргә бүленһә лә, таж ере булараҡ тереклек итеүен дауам итә. Эрцгерцог титулын император ғаиләһе ағзалары ҡулланыуын дауам итә һәм эрцгерцоглыҡ тик 1918 йылда, Австро-Венгрия емерелгәндән һуң һәм өр — яңы Австрия Республикаһында Үрге һәм Түбәнге Австрия айырым федераль ерҙәр ойошторолғандан һуң, туҡтатыла.