Эстәлеккә күсергә

Википедия:Викидаусыллыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ВИДАУ

Ҡалып:Эссе Викидаусыллыҡ (арбитромания, дәүғәселлек) — википедиясыларҙың Википедия ҡағиҙәләрен һәм принциптарын абсурдҡа еткереп даулашыуҙан торған «ауырыуы». Викидаусыллыҡ хас булған викиҡатнашыусы:

  1. һәр һорауҙы АЮғары шура ҡарамағына еткерергә тырыша,
  2. юридик терминологияны һәм төрлө илдәрҙең ҡануниәтен Википедия ҡағиҙәләренә боҙоп, шаштырып бәйләргә тырыша,
  3. ҡағиҙәләрҙең һәр хәрефенә йәбешеп ятып, уларҙы ҡағиҙәләр белдергән принциптарҙан юғары ҡуя,
  4. ҡағиҙәләргә яңылыш аңлатма биреп, уларҙы үҙенең емерткес ғәмәлдәрен аҡлау өсөн ҡуллана.

Ҡағиҙә булараҡ, түбәндәге осраҡтарҙа барлыҡҡа килә:

  1. Ҡағиҙәләрҙе уҡый һәм/йәки аңлай белмәгәндән һәм/йәки теләмәгәндән (етлекмәгән арбитромания);
  2. Конфликттарға үҙе ҡыҫылырға теләмәгәндә (тыныс арбитромания);
  3. Юҡтан-буштан конфликт тыуҙырырға тырышҡанда (ижадкәр арбитромания);
  4. Бәхәс ҡыҙғанда — әгәр күпселек дошман яғы ҡабул итһә (яман арбитромания). Ҡағиҙә булараҡ, «хакимдар мафияһы», хакимдарҙың бер-береһен «яҡлауы» админ-береһенең хәрәкәте, шулай уҡ айырым ҡатнашыусыларҙың шәхес культы тураһында лаф ороу менән оҙатыла.

Ҡайһы бер ҡатнашыусылар иҫәпләүенсә, арбитромания ҡайһы берҙә Википедия хакимдарының һүҙ ҡуйышыуы эҙемтәһе булып тора —хакимдар, берәй коллегаһының дөрөҫ эшләмәүен һиҙеп, уны асыҡтан-асыҡ хөкөм итергә йә етешһеҙлектәрен туранан-тура әйтергә ҡыйынһына һәм мәсьәләне ҡарауҙы Юғары шураға тапшыра.

Википедия ҡағиҙәләре һәм процедуралары айыҡ аҡыл менән ҡаралырға тейеш, әммә типик викидаусыл суд ҡарауы барышына оҡшатып процедураларға һәм дәлилдәргә бәйләнеү стилендә эш итә, юридик терминология ҡуллана, хакимдар йә Юғары шура ла дәүләт суды ҡағиҙәләренә эйәрергә тейеш, тип уйлай. Ҡайһы берҙә викидаусылдар ғәҙел талаптар ҙа ҡуйғылай, ләкин яуаплылыҡтан ҡасыу йә мәсьәләнең хәл ителеүенә аяҡ салыу өсөн шундай риториканы һайлай.