Википедия:Хаким вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын ҡарау
Хаким вазифаһына дәғүә итеү тәртибе
[сығанаҡты үҙгәртеү]Хаким исеме был проектта ҡатнашҡан ышаныслы кешеләргә бирелә, иң беренсе сәбәбе - вәхшилектән һаҡланыу. Был исемде биреүҙәге иң мөһим тотҡарлыҡ, ҡатнашыусының эйә булған мөмкинселектәрен кәрәкле урында ҡулланып ҡулланмаясағы. Бынан башҡа, хәким булырға теләүсенең ышаныслы булыуы ғына етмәй, хәкимлек вазифаһын башҡарыу өсөн теләге һәм мөмкинселеге лә булырға тейеш. Хәкимдең хоҡуҡтарының күп булыуы, бурыстарының да күп булыуы менән тигеҙләнергә тейеш.
Хаким исеме бейҙәрҙең береһе тарафындан бирелә. Бының өсөн хәкимлек вазифаһын башҡарырға теләүсенең ғариза яҙыуы кәрәк. Хәкимлек исемен биреү ваҡытында күп күрһәткестәр иҫәпкә алына; бигерәк та башҡа ҡатнашыусыларҙың хәкимлек исеменә дәғүә итеүсе тураһындағы фекер алышыуҙары һәм һайлау һөҙөмтәләре. Һайлау, ҡатнашыусының хәкимлек исеменә дәғүә итеүе тураһында белдереү менән башлана (ҡотҡо һалыу өсөн баш ороу иҫәпкә алынмай) һәм дәғүә итеүсенең битендә уның турында уртаҡ фекергә барыу билдәле булғандан һуң бер аҙна (7 көн) үткәс тамамлана. Һайлауҙа теркәлгән һәм хәким исеменә дәғүә итеү белдерелгәнгә тиклем кәмендә 5 төҙәтеү эшләгән ҡатнашыусылар ҡатнаша ала.
Дәғүә итеүсенең башҡорт телендәге Википедия бүлегендә кәмендә дүрт ай ҡатнашыуы һәм иң әҙендән биш йөҙ төҙәтеү эшләүе талап ителә. Әгәр ҡатнашыусының хәким исенә лайыҡлы булыуындан шөбһәләнәһегеҙ икән – ҡаршы тауыш бирегеҙ, әгәр ул кеше тураһында бер ни ҙә белмәһәгеҙ – һайлауҙан тыйылығыҙ.
Бейҙәрҙең бурысы – ҡатнашыусыларҙың фекер алышҡан һәм асыҡ рәүештә ыңғай тауыш алғаны билдәле булған кандидаттарҙы ҡарау. Бейҙәр хәким исемен биреүгә бик яуаплы һәм ентекле ҡарарға тейештәр. Һайлау һөҙөмтәләренә ҡарау ғына етмәй, уның ҡылған эштәрен (бигерәк тә аҙаҡҡы осорҙа) ентекле тикшереү, шулай уҡ уның өсөн тауыш биргән ҡатнашыусыларҙың һайлау өсөн генә теркәлмәүе - ысын булыуы кәрәк.
Әгәр бер сәбәптән дәғүә итеүсенең талабы кире ҡағылған икән (бейҙәр сәбәптәрҙе бик ентекле аңлатырға тейештәр), яңынан дәғүә итеүгә тиклем ҡатнашыусыға Википедияның үҫешендә арыуыҡ ҡына ваҡыт әүҙем ҡатнашыуы кәңәш ителә. Кире ҡағылыуға һис тә үпкәләү кәрәкмәй, кире ҡағыу ҡатнашыусының Википедияға кереткән өлөшөн баһалау түгел, ул ҡатнашыусының хәким исеменә тап килеүе тураһында берләшмәнең бик ышанысы булмауы ғына.
Әгәр бер аҙналыҡ мөҙҙәттең бөтөүенә ҡарамаҫтан бейҙәр тарафындан ҡарар бирелмәһә уларға был турала белдерегеҙ, сөнки яуап бирмәү күбеһенсә онотҡанлыҡтан килә: аҙна аҙағында биттәге әүҙемлек һүнеп ҡала тигәндә була.
Хаким вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын яҙыу тәртибе
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаризаны теләгән рәүештә яҙығыҙ, ләкин етди булһын, башҡа ҡатнашыусыларҙың шаяртыуығыҙҙы аңламауҙары мөмкин. Ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ:
- Хакимдәрҙең ҡайһы вазифаларын башҡарасаҡһығыҙ?
- Википедияға кереткән өлөшөгөҙҙө нисек баһалайһығыҙ?
- Википедияның башҡа ҡатнашыусылары менән аңлашмаусанлыҡтарығыҙ булдымы? Булды ниһә, уны нисек хәл иттегеҙ һәм тағы ла булыр тип уйлайһығыҙмы?
