Эстәлеккә күсергә

Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы Алпаев
Тыуған көнө

1783({{padleft:1783|4|0}})

Тыуған урыны

Өфө провинцияһы, Уҫы даруғаһы, Ирәкте улусы, Яңғыҙнарат ауылы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы (1783 — ?) — зауряд-сотник. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашыусы.

Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы Алпаев 1783 йылда Өфө провинцияһы Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Яңғыҙнарат ауылында тыуған.

1803 йылдан хәрби хеҙмәттә, 6 ай һайын командаларҙы хеҙмәт үтәү урынына саҡлы һәм кире оҙатып йөрөй. Поход сотнигы (яу йөҙ башы) хәрби дәрәжәһен ала[1].

10-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1813 йылда 10-сы Башҡорт полкы составында Пруссия биләмәләрендә һуғыша[2].

1850 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы Алпаев һаман да хәрби хеҙмәт үтәгән. 1859 йылда ул әле иҫән булған, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

  • «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы[2]
  • 1-се ҡатыны Ғәйниса (1796—?), балалары: Зөлхиә (1808—?), Нәсибулла (1811—1858), Фазулла (1812—?), Фәтхулла (1815—?) һәм Заһиҙа (1821—?).
  • 2-се ҡатыны Маһигөл Сәйфулла ҡыҙы (1797—?), балалары: Маһиғазикамал (1834—?), Ғәйникамал (1836—?) һәм Ғәләүетдин (1829—?)[1].
  1. 1,0 1,1 1,2 Хазиахметов У. К. История возникновения с. Ялгыз-Нарат и родословные его жителей. — 2017. — С. 121. — 210 с. — ISBN 978-5-9500457-8-3.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.