Әһлетдин Биктуғанов
Әһлетдин Биктуғанов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Себер даруғаһы, Ҡыр-Танып улусы, Ҡайпан ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Ҡазан губернаһы, Ҡазан ҡалаһы |
Атаһы |
Уранғол |
Әһлетдин Биктуғанов (1705—1774) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Мулла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әһлетдин Биктуғанов сығышы менән Себер даруғаһы Ҡыр-Танып улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Ҡайпан ауылы башҡорттарынан. Старшина булып хеҙмәт итә[1].
1773 йылдың октябренән — 1774 йылдың беренсе яртыһына тиклем Әһлетдин Биктуғанов Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында баш күтәреүселәр менән етәкселек итә[2].
1774 йылдың яҙы һәм йәйендә Өфө провинцияһының Бөрө ҡалаһын алыуҙа, О. И. фон Дуве командалағында батша ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[2].
1774 йылдың июлендә Йомаҡай Асҡаров, Әҙиғот Темәсов, Рахманғол Иртуғанов, Ғәбдесәләм Рәмзин менән бергә Әңгәсәк заводын һаҡлаусы хөкүмәт отрядына ҡаршы һуғыша[1].
1774 йылдың сентябрендә Әһлетдин Биктуғановтың отряды Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла. Батша хөкүмәтенә тоғро ҡалған башҡорт старшиналары менән баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәшмәүҙе һорап һөйләшеүҙәр алып бара[2].
1774 йылдың октябрь аҙағында әсирлеккә эләгә. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була. Үлем язаһына хөкөм ителә, әммә ул тән язаһы менән алыштырыла[2].
1774 йылда Ҡазан төрмәһендә вафат була[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 История башкирских родов. Танып. Том 6. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, Ф. X. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 6. — С. 24. — 376 с. — ISBN 978-5-85051-629-1.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Асфандияров А. З., Гвоздикова И. М. Әһлетдин Биктуғанов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З., Гвоздикова И. М. Аладин Бектуганов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.