Әҙиғот Темәсов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әҙиғот Темәсов
Тыуған көнө:

1719({{padleft:1719|4|0}})

Тыуған урыны:

Елпачиха (Үдик) ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы)

Ил:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

билдәһеҙ

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Әҙиғот Темәсов (1719 — ?) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Мулла.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙиғот Темәсов сығышы менән Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Елпачиха (Үдик) ауылы башҡорттарынан[1][2]. Үҙ ҡулы менән төрки телендә яҙылған баш күтәреүселәрҙең указында үҙен «мулла Һөҙһөт бин Темәс» тип атай. Исеменең рус формаһы — Адигут Тимячев[3].

Мәҙрәсәлә белем ала. Пермь провинцияһында, Ҡазан губернаһында һәм Екатеринбург ҡалаһында сауҙа менән шөғөлләнә[1].

1774 йылдың ғинуарында Әбдей Абдуллов отрядына ҡушыла. Сәйфулла Сәйҙәшев һ.б. менән бергә Кама буйында баш күтәреүселәр отрядтары менән етәкселек итә[1].

1774 йылдың мартында Әҙиғот Темәсов, Сәйфулла Сәйҙәшев һәм Әҙел Әшмәнев етәкселегендәге 2 мең кешенән торған йыйылма отряд Ҡазан губернаһының Бәли (Беляевское) ауылы янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1774 йылдың июнендә Салауат Юлаевтың отрядтары составында Уҫы ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1774 йылдың йәйендә Е. И. Пугачёв Төп ғәскәре составында Воткинск һәм Ижевск заводтарын, Мамадышты алыуҙа, Ҡазанды штурмлауҙа ҡатнаша[1].

1774 йылдың йәйен—көҙөндә Әһлетдин Биктуғанов менән бергә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә[1].

1774 йылдың ноябрендә А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт командаһы тарафынан әсиргә алына. Ҡазан йәшерен комиссияһына килтерелә, бында үлем язаһынан азат ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

Вариҫтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙиғот Темәсовтың вариҫтары — Әдүтовтар тиҫтәләгән йылдар дауамында Уҫы һәм Пермь өйәҙҙәрендәге 1-се Башҡорт кантоны менән етәкселек иткән[4][5]:

  • Мөхәмәҙи Әдүтов (1819—1820)
  • Баһауетдин Мөхәммәтдин улы Әдүтов (1820—1828; 1832—1841)
  • Камалетдин Әдүтов (1828—1832)
  • Низаметдин Камалетдин улы Әдүтов (1850—1855)
  • Низаметдин Баһауетдин улы Әдүтов (1856—1863)[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Гвоздикова И. М. Әҙиғот Темәсов // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы
  3. История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Б. 27. — 696 б. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  4. История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Б. 82. — 696 б. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  5. Әдүтовтарҙан тыш кантон менән 1816—1819 йылдарҙа Сәйфелмөлөк Сыуашаев, 1841—1850 йылдарҙа Хәсән Ҡолой улы Көсөков, 1855—1856 йылдарҙа Хәмиҙулла Мәүләғол улы Ишбулатов етәкселек итеүе билдәле
  6. 1855 йылдағы реформанан һуң, I башҡорт кантоны XII башҡорт кантоны составына керә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]