Әдүтовтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Әдүтовтар — башҡорт кантон башлыҡтары.

Дөйөм ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әдүтовтар сығышы менән Уҫы өйәҙе Ғәйнә улусы (хәҙерге Пермь крайы Барҙы районы) Елпачиха (Үдик) ауылы башҡорттарынан[1]. Әдүтовтар һәм Түмәсовтар нәҫелдәре Темәскә барып тоташа, уның дүрт улы була — Ғабдрахман, Мәсғүт, Әҙиғот һәм Мансур. Әҙиғот Темәсов (1719 — ?; Адигут Тимясев) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы, мулла була. Уның улы:

  • Мөхәмәҙей Әдүтов (1754 — ?), 1820 йылға ҡәҙәр 1-се башҡорт кантоны башлығы. Уның улдары:
    • Баһауетдин Әдүтов (1788 — 1850) — зауряд-есаул. Ике йыл дауамында Иркутск губернаһында дистанция башлығы булып хеҙмәт итә. 1820—1831 йылдарҙа 1-се башҡорт кантоны башлығы. 1831 йылда Санкт-Петербургта император Николай I аудиенцияла була. Ике тирмәндең хужаһы була.
    • Камалетдин Әдүтов — зауряд-есаул. 1831—1841 йылдарҙа 1-се башҡорт кантоны башлығы[1].
  • Низаметдин Баһауетдин улы Әдүтов — зауряд-хорунжий. 1850 йылдан 1-се башҡорт кантоны башлығы. 5 тирмәндең хужаһы була. Уның улы Ниғмәтйән (Ниғәмәй; 1838 — ?) төрлө вазифалар башҡара, Елпачиха (Үдик) ауылында үҙ аҡсаһына мәсет төҙөтә, мәҙрәсә аса. Уның беренсе улы Хөсәйен Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Граждандар һуғы­шы осоронда аҡтар тарафынан атып үлтерелә. Ниғмәтйәндең икенсе улы Мир­зийән Елпачихала мәҙрәсә һәм балалар приюты тот­ҡан, урыҫ-башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалған[2].

Нәҫелдең башҡа билдәле шәхестәре[2]:

  • Яҡуп ӘдүтовҠазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрә­сәһендә уҡыта.
  • Абдулла Әдүтов-Камский (1902 — 1942) — филология фәндәре кандидаты, «Буратино»ны татар теленә тәржемә итеүсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Фәйез Әдүтов — рәссам, Хөсәйен Әдү­тов­тың ейәне.
  • Роберт Дәүләт улы Мөхәмәтйәров — техник фәндәр докторы, академик, Ҡазан аэрокосмос приборҙар эшләү институты директоры.
  • Рауил Дәүләт улы Мөхәмәтйәров — физика-математика фәндәре докторы, Екатеринбург ҡалаһында йәшәй.
  • Олег Брызгин — техник фәндәре докторы, профессор, Киев ҡалаһында йәшәй.
  • Рафаэль Мәсғүт улы Әдүтов — публицист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәк-ара бәйләнәштәре комитеты ағзаһы, «Татаро-башкирская эмиграция в Японии» һәм «Дети Удигутов» монографиялары авторы. Яр Саллы ҡалаһында йәшәй.

Шулай уҡ 1912 йылда Үдиктә яҙылған Хөббихужа Темәсовтың шәжәрәһенә ярашлы, был нәҫелгә Исмәғил Тасимовтың һәм Туҡтамыш Ишбулатовтың нәҫелдәре барып тоташа[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]