Эстәлеккә күсергә

Сәйфулла Сәйҙәшев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйфулла Сәйҙәшев
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Тонтортүз ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы)

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Сәйфулла Сәйҙәшев — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Мулла.

Сәйфулла Сәйҙәшев сығышы менән Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Тонтортүз ауылы башҡорттарынан[1][2].

1773 йылдың ноябрь аҙағында Әбдей Абдуллов отрядына ҡушыла. 1773 йылдың 14 декабрендә, Уҫы даруғаһының башҡорт старшиналары, йөҙбаштары һәм рядовой общинниктар делегацияһы составында, Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ихтилал үҙәктәренең береһе булған Чесноковкаға килә. 1773 йылдың ҡышында Сәйфулла Сәйҙәшев Бердаға бара, Е. И. Пугачёвта хеҙмәт иткән ике энеләре менән осраша һәм улар менән бергә Төп ғәскәрҙең башҡорт атлыларының (конница) командиры Кинйә Арыҫлановҡа бара. Кинйә Арыҫланов уға указ тапшыра һәм Уҫы даруғаһының 200 башҡорто менән туған яғында көрәште дауам итергә ебәрә. Сәйфулла Сәйҙәшевҡа һәм уның энеләренә полковник званиеһы бирелә[3][4].

1773 йылдың көҙөндә-ҡышында Әбдей Абдуллов, Батырҡай Иткинин һәм Әҙел Әшмәнев менән берлектә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында хәрәкәт иткән баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе була. 1773 йылдың декабренең икенсе яртыһынан Сәйфулла Сәйҙәшев, Әбдей Абдуллов, Батырҡай Иткинин һәм Әҙел Әшмәневтең отрядтары Уҫы ҡалаһы янын, Сарапул һәм Каракулино һарай ауылдарын, Йоҡ ҡаҙна, Аннинский, Рождественский, Башап, Шәрмәйет һәм башҡа заводтарҙы баҫып алалар. 1773 йылдың декабрь аҙағында баш үтәреүселәрҙең отрядтары Уҫы ҡалаһы янында туплана[5]. 1774 йылдың ҡыш һәм яҙында Уҫы, Шәрмәйет заводы һәм Йоҡ-Кама заводтарында ихтилалсыларҙың үҙидара органдарына хәрби ярҙам күрһәтә[1].

1774 йылдың мартында Сәйфулла Сәйҙәшев, Әҙиғот Темәсов һәм Әҙел Әшмәнев етәкселегендәге 2 мең кешенән торған йыйылма отряд Ҡазан губернаһы ның Бәли ауылы янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1774 йылдың июнендә Салауат Юлаевтың отрядтары составында Уҫы ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1774 йылдың йәйендә Е. И. Пугачёв Төп ғәскәре составында Воткинск һәм Ижевск заводтарын, Мамадышты алыуҙа, Ҡазанды штурмлауҙа ҡатнаша[1].

Ҡазан янында ихтилалсыларҙың ғәскәре тар-мар ителгәндән һуң Сәйфулла Сәйҙәшев Кама буйына ҡайта. 1774 йылдың июль—авгусында Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә[1].

1774 йылдың октябрь аҙағында Себер даруғаһының Ҡайпан ауылы янында Шәрип Кейеков отряды тарафынан әсиргә алына. Шул уҡ йылдың ноябрендә Ҡазан йәшерен комиссияһына килтерелә. Бында үлем язаһынан азат ителә, ҡамсы менән һуҡтырылып, һөргөн полкына ебәрелә[1][6].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Гвоздикова И. М. Сәйфулла Сәйҙәшев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы
  3. История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 71. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  4. Таймасов С. У., 2000, с. 297
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Кулбахтин Н. М. Из истории гайнинских башкир. — Уфа: Китап, 1996. — С. 23.