Эстәлеккә күсергә

Алтын Балыҡ (персонаж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтын Балыҡ
Портрет
Ижад итеүсе:

Халыҡ һәм әҙәби әкиәттәр

Әҫәрҙәр:

Сказка о рыбаке и рыбке[d], Сказка о рыбаке и рыбке[d], Вовка в Тридевятом царстве[d] һәм Карлик — золотая рыбка[d]


Алтын Балыҡ — әҙәби һәм фольклор персонажы. Кеше телендә һөйләшә һәм теләктәрен үтәй белгән балыҡ.

Фольклор һәм әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтын балыҡ (йәки тылсымлы сифаттарға эйә булған башҡа балыҡ) ҡайһы бер халыҡтарҙың фольклорында осрай. Әкиәттәрҙә ул, ғәҙәттә, тылсымлы ярҙамсы ролен башҡара, тотоп алыусыға уны ебәргән өсөн рәхмәт йөҙөнән билдәле бер хеҙмәт тәҡдим итә (теләкте үтәү йәки ҡатмарлы хәлдә ярҙамға килеү).[1] Шул уҡ ваҡытта изгелек яһаусының ҡомһоҙлоғо, ҡағиҙә булараҡ, ҡаты язалана.

Рәсәйҙә иң билдәле әҫәре — А. С. Пушкиндың «Сказка о рыбаке и рыбке» әкиәте. Сюжет Пушкин тарафынан ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың «О рыбаке и его жене» әкиәтенән алынған, тигән фекер бар.[2]

Совет мультипликацияһында алтын балыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теләктәрҙе үтәй алған тылсымлы ярҙамсы ролендә алтын балыҡ бер нисә совет йәнһүрәттәре персонажы булып тора:

  • «Сказка о рыбаке и рыбке» (режиссёр А. Птушко, «Мосфильм», 1937)
  • «Сказка о рыбаке и рыбке» (режиссёры М. Цехановский, «Союзмультфильм», 1950)
  • «Вовка в Тридевятом царстве» (режиссёры Б. Степанцев, «Союзмультфильм», 1965)
  • «Леопольд и золотая рыбка» (режиссёры А. Резников, т/о «Экран», 1975)
  • «Мама, папа и Золотая рыбка» (режиссёры В. Костылева, «Киевнаучфильм», 1976)

Алтын балыҡтың тыуған ере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтын Балыҡ рус фольклоры геройы булараҡ, бер юлы ике «туған ил»гә эйә, унда персонаж территорияның туристик бренды сифатында була.

  • 2008 йылда Вологда өлкәһенең Вашкинский районында «Белоозеро — Алтын Балыҡ батшалығы» проекты старт ала. Әкиәт геройының тыуған төйәге тип райондың административ үҙәге — Липин Бор ауылы иғлан ителә. Районда балыҡсылыҡ кәсебенең (Липин Бор ауылы Аҡ күл буйында урынлашҡан) традицион үҫеше, шулай уҡ район гербында йәбештерелгән балыҡ һүрәте проекттың идеологик нигеҙе булып тора[3]. Урындағы диалектта ул «вашкалок»[4] тип атала; веп теленән «баҡыр балыҡ тигәнде аңлата, тип раҫлана»[5]. 2009 йылға ҡасабала музей экспозицияһы менән Балыҡ һәм балыҡсылыҡ йорто асыла, Алтын Балыҡ өйө төҙөлә, художество кәсептәре оҫталарының эше әүҙемләштерелә. Йыл һайын 16 июндә Липин Бор ауылында «Алтын Балыҡтың тыуған көнө» байрамы үтә[6]. 2009 йылдың 9 айында туристар иҫәбе 12 мең кеше тәшкил иткән (2006 йылда, проект тормошҡа ашырыла башлағанға тиклем - 300 кеше)[7].

2011 йылда «Рәсәйҙең әкиәт картаһы» проекты координаторы Алексей Козловский «Алтын Блыҡтың тыуған иле» тип Түбәнге Новгород өлкәһенең Оло Болдино ауылын иғлан итә, уның һүҙҙәре буйынса унда А.С. Пушкин үҙенең билдәле әкиәтен яҙа. Козловский шулай уҡ, шул саҡтағы өлкә губернаторы Валерий Шанцевҡа туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса тәҡдимдәр менән хат ебәрелде, тип хәбәр итә. 2012 йылдың ғинуарына проектты киңәйтеү тураһында мәғлүмәт бирелмәй.[8].

Алтын Балыҡҡа һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер ҡалаларҙа Алтын Балыҡҡа һәйкәлдәр ҡуйылған, улар ҡала халҡы һәм туристар араһында «теләктәрҙе үтәүсе» репутацияһын яулай. Әлеге ваҡытта А.С.Пушкиндың әкиәт героиняһына һәйкәлдәр Ишембай[9], Калуга, Санкт-Петербург, Әстерхан, Кемеров[10], Донецк, Новосибирск ҡалаларында ҡуйылған.

  • Сказка о рыбаке и рыбке
  • По щучьему веленью
  1. Пропп В. Я.морфология «волшебной» сказки//Гл. 5. Волшебные дары 2015 йыл 20 июнь архивланған..
  2. Н. Щербанов. Яик, Строфилус-Птица, самозванцы и «Сказка о рыбаке и рыбке» 2017 йыл 2 август архивланған. Альманах «Гостиный Двор», 10 августа 2012 г.
  3. «Царство золотой рыбки» откроется в ближайшие годы на Вологодчине Архивная копия от 20 июнь 2015 на Wayback Machine Интерфакс, 3 апреля 2008 г.
  4. Словарь говоров русского языка. Том 2// под ред.члена-корреспондента РАН А. Матвеева. — Екатеринбург: Изд-во Уральского государственного университета, 2002. — С.36
  5. Липин Бор — царство Золотой Рыбки сайт CultInfo
  6. Праздник «День рождения Золотой рыбки» отметят на Вологодчине Аргументы и Факты — Северо-Запад,15 июня 2011 г.
  7. Развитие туризма в вологодской области(недоступная ссылка) Информационная справка
  8. «Родиной» Золотой рыбки назвали нижегородское село 2012 йыл 17 ноябрь архивланған. Аргументы и Факты, 17 февраля 2011 года
  9. Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : чч. VIII, IX : [арх. 26 июнь 2018] // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 23 (6 июнь). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  10. Памятник Золотой Рыбке в Кемерово(недоступная ссылка) Памятники и фонтаны: необычные достопримечательности всего мира
  • Золотая рыбка // Сказочная энциклопедия / Составитель Наталия Будур. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2005. — С. 166—167. — 608 с. — 5000 экз. — ISBN 5-224-04818-4.