Хәлилов Венер Рамаҙан улы
Хәлилов Венер Рамаҙан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 8 ноябрь 1939 |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 апрель 2004 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, ғалим |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXV съезы[d] һәм XXVI съезд КПСС[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәлилов Венер Рамаҙан улы (8 ноябрь 1939 йыл — 12 апрель 2004 йыл) — хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан Стәрлетамаҡтағы химия заводында (артабан Каустик производство берләшмәһе яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән предприятиенең етештереү начальнигы урынбаҫары һәм начальнигы, 1972—1980 йылдарҙа Өфөләге «Химпром» производство берекмәһенең баш инженеры, 1980—1983 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1979). Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. СССР-ҙың почётлы химигы. Октябрь Революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венер Рамаҙан улы Хәлилов 1939 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ауылында (хәҙер Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе) тыуған.
КПСС-тың XXV һәм XXVI съездары делегаты.
Халыҡ депутаттарының район, ҡала Советтары, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты.
«Урыҫ общиналары Конгресы — Юрий Болдырев хәрәкәте» һайлау блогынан[1] (уға "«Нур» хәрәкәте"нән инә) Дәүләт Думаһына һайлана.
2003 йылда[2] Башҡортостан президентлығына кандидат, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы ҡарары менән ситләтелә, 2003 йылдың 25 ноябрендә Рәсәй Юғары судына бирелгән кассация ялыуы ҡәнәғәтләндерелмәй (ҡарар өс көндән һуң ғына 2003 йылдың 28 ноябрендә ҡабул ителә)[3].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Техник фәндәр кандидаты (1979).
Уйлап табыуға ике авторлыҡ таныҡлығы бар, донъя күргән дүрт ғилми хеҙмәт авторы.
Академик, Хәүефһеҙлек, оборона һәм хоҡуҡ тәртибе академияһы профессоры (2008 йылда ябыла).
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1972—1980 — Өфөләге «Химпром» производство берекмәһенең баш инженеры;
- 1980—1983 — КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе секретары, беренсе секретары;
- 1983—1985 — «Союзхлор» Бөтә Союз сәнәғәт берекмәһе начальнигы урынбаҫары;
- 1985—1986 — Зимин химик заводының (Көнсығыш Себер) баш инженеры;
- 1987—1989 — «Союзхлор» Бөтә Союз сәнәғәт берекмәһе начальнигы;
- 1989—1990 — СССР Химия һәм нефть-химияһы сәнәғәте министрлығы Хлор һәм сода сәнәғәте баш идаралдығы начальнигының беренсе урынбаҫары;
- 1990—1991 — «Химокомплекс» хлор сәнәғәте концернының идара рәйесе, генераль директоры;
- 1991—1992 — «Химволокно» Башҡорт производство берекмәһенең генераль директоры;
- 1992—1995 — «Батекс» АЗОТ-ы (Башҡорт полиэфир комплексы) президенты;
- 1995—1996 — «Батекс» асыҡ акционер йәмғиәтенең генераль директоры;
- 1996—1998 — «Социаль яҡлау халыҡ йорто» Рәсәй мәрхәмәтлелек фондының вице-президенты.
Ижтимағи эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Рәсәй һәм Украина халыҡтарының дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәте» генераль директоры урынбаҫары (1998 йылдан)
- «Миннефтехимпром» коммерция булмаған партнерлыҡ президенты (2002 йылда)
- «Хәләл» татар рухи мираҫын үҫтереү мәрхәмәтлелек фонды вице-президенты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- Октябрь Революцияһы ордены (1977)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- СССР-ҙың почётлы химигы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Федеральный список блока «КРО — Движение Юрия Болдырева»
- ↑ ЦИК считает, что предвыборная кампания в Башкирии под угрозой 2005 йыл 2 май архивланған.
- ↑ http://www.supcourt.ru/vs_case_info.php?page=26&name=%D6%E5%ED%F2%F0%E0%EB%FC%ED%E0%FF%20%C8%E7%E1%E8%F0%E0%F2%E5%EB%FC%ED%E0%FF%20%EA%EE%EC%E8%F1%F1%E8%FF&(недоступная ссылка)
- 8 ноябрҙә тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Ишембайҙа тыуғандар
- 2 апрелдә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС-тың XXVI съезы делегаттары
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- 10-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Техник фәндәр кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй сәйәсмәндәре
- 12 апрелдә вафат булғандар
- КПСС ағзалары