Эстәлеккә күсергә

Трофимук Андрей Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Трофимук Андрей Алексеевич
бел. Трафімук Андрэй Аляксеевіч
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 (16) август 1911[1]
Тыуған урыны Федьковичи[d], Кобринский уезд[d], Гродно губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 март 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (87 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, Новосибирск өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Көньяҡ зыярат[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө геолог
Эшмәкәрлек төрө геология
Эш урыны Новосибирск дәүләт университеты
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми исеме академик АН СССР[d] һәм РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Трофимук Андрей Алексеевич Викимилектә

Трофимук Андрей Алексеевич (бел. Андрэй Аляксеевіч ТрафімукТрафімук Аляксеевіч Андрэй; 3 август 1911 йыл25 март 1999 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм геология өлкәһе ғалимы, геология-минералогия фәндәре докторы, СССР һәм Рәсәй Фәндәр академиялары академигы.

"Икенсе Баҡы"ны үҙләштереүҙә ҙур роль уйнаусы, Рәсәй Фәндәр академияһының геология һәм геофизика институтын ойоштороусы. Мәскәүҙә институт директоры булыуына ҡарамаҫтан, баш ҡала академиктары араһынан иң беренсе булып Новосибирскиҙа төҙөлөп ятҡан академия ҡаласығына күсеп килеүсе академиктарҙың береһе.1998 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденынан дәүләттең үҙ граждандарына ҡарата алып барған сәйәсәт законы менән ризалашмау гражданлыҡ позицияһы арҡаһында баш тарта. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944). Ике беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.

Андрей Алексеевич Трофимук Белоруссияла 3 (16) августа 1911 года Хветковичи ауылында (хәҙерге Жабинковский районы, Брест өлкәһе, Беларусь) тыуа. Белорус.

1929 йылда Ҡазан дәүләт университетының геология факультетына уҡырға инә. 1930 йылда Уралда тимер һәм боксит мәғдәнен фәнни-тикшереү партияһы начальнигы булып эшләй. 1933 йылда Ҡазан университетын тамамлағандан һуң, шул уҡ уҡыу йортонда аспирантурала ситтән тороп белем ала. 1938 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Университетты тамамлап, аспирантураға уҡырға ингәс, 1933 йылда А. А. Трофимук Башҡортостанға эшкә күсереүҙәрен һорай һәм шул йылдарҙа бында беренсе булып нефть ятҡылығы асылған Ишембайнефть тресында геолог булып эшләй башлап, баш геолог дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Беренсе йыл эшләгәндә уҡ ул Ишембай районы нефть ятҡылыҡтарын комплекслы өйрәнә һәм нефть тотҡолоҡтарының рифогенлы тәбиғәтен асыҡлай. «Ишембай нефть тотоусы эзбизташ» кандидатлыҡ диссертацияһында А. А. Трофимук Урал тауҙары буйында яңы типтағы нефть ятҡылыҡтарын эҙләүҙең зарурлығын иҫбатлай (1938 йыл).

Һуғыш башланыу менән нефткә ихтыяж ҡырҡа арта, ә уны Әзербайжандан ташыу ныҡ ҡатмарлаша, сөнки немец армияһы Волга һәм Төньяҡ Кавказға еткән була. Күп кенә тикшеренеүселәрҙең шиләнеүенә ҡарамаҫтан, А. А. Трофимук Карлинский-Кинйәбулат брахиантиклиналь йыйырсыҡтары зонаһында нефть быраулай башлауҙы тәҡдим итә. Тәүге скважиналар тоҡомдарҙа нефть булмауын күрһәтә, шунлыҡтан күп күренекле геологтар быраулауҙы туҡтатырға ныҡыша. Әммә Трофимук пермь ҡатламдарындағы ярыҡтарҙа нефть коллекторҙары булыуын дәлилләй. 1943 йылда нефть табыла. А. А. Трофимук девон нефтен эҙләү юлдарын дәлилләй. 1944 йылда Туймазы нефть ятҡылығы майҙанында ҙур нефть ятҡылығы асыла, 1946 йылда — Баулыла һәм башҡа ятҡылыҡтарҙа ла нефть табыла. А. А Трофимук етәкселегендә ул заман өсөн юғары дебитлы ярыҡ аргиллитарҙа Кинйәбулата нефть ятҡылығы табыла. 1944 йылдың 26 сентябрендә девон тоҡомдарында гигант Туймазы нефть ятҡылығы асыла. Героик һуғыш йылдары өсөн был геологтарының ҙур ҡаҙанышы була. Ул Волга-Урал нефть-газ провинцияһының донъялағы иң эре ятҡылығы булып һанала. Был шул ваҡыттағы һынаулы һуғыш йылдарында Совет Армияһы алып барған хәрби операцияларҙа беҙҙең танктарҙы һәм авиацияны нефть продукттары менән тәьмин итергә ҙур мөмкинселек бирә[2].

1944 йылдың 24 ғинуарында «Правда» гәзитендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «Башнефть» тресының баш геологы Трофимук Андрей Алексеевичкә яңы ятҡылыҡтар асҡаны һәм уларҙы табыуҙың прогрессив юлдарын индергәне өсөн геологтар араһынан иң беренсе итеп Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.[3]

Докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң (1949) 1950 йылда А. А. Трофимук СССР нефть сәнәғәте министрлығының геология хеҙмәтен етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында Татарстанда, Украинала һәм башҡа төбәктәрҙә яңы нефть ятҡылыҡтары асыла. Бер үк ваҡытта А. А. Трофимук Фәнни тикшеренеүен дауам итә һәм 1953 йылда ул СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. А. А. Трофимук СССР нефть сәнәғәте министрлығында эшләгән йылдарында Себерҙә нефть һәм газ эҙләү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. 1951 йылда ул Красноярск крайының төньяҡ райондарының, Яҡут АССР-ының нефть һәм газлы райондарын баһалаусы Хөкүмәт комиссияһын етәкләй. 1952 йылда Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә нефть ятҡылыҡтарын эҙләү эштәрен көсәйтеү өсөн әүҙем рәүештә саралар ойоштора.

1957 йылда А. А. Трофимук академик М. А. Лаврентьев саҡырыуы буйынса академиктарҙан иң беренсе булып, Мәскәүҙәге институт директоры вазифаһын ташлап, Новосибирскиға күсә, ундағы яңы академия ҡаласығының ғилми эшмәкәрлеген, яңы ғилми үҙәкте ойоштора. Бер тиҫтә йыл дауамында ул М. А. Лаврентьев, Г И. Марчук, В А. Коптюг менән бергә ғәжәйеп донъя һәм Ватан фән үҙәге булдыра. Был СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе барлыҡҡа килгәндән алып СССР-ҙың иң шәп ғилми үҙәге булып тора. Уның бүлексәләре Иркутск, Кемерово, Красноярск, Томск, Төмән, Улан-Удэ, Якутскиҙә барлыҡҡа килә. Новосибирскиҙа эшләү ваҡытында ғалим Көнбайыш Себерҙә нефть эҙләүҙең зарурлығын иҫбатлай,, ғәмәлдә Алыҫ төньяҡтың, Көнсығыш Себерҙең, Яҡут АССР-ының Уренгой, Самотлор, Федоровский, Медвежий, Ямбург һәм Правдинский нефть ятҡылыҡтарын асыуға булышлыҡ итә. А. А. Трофимук Себер платформаһының һәм Лена-Тунгус провинцияһының нефтле-газлы булыуын фәнни нигеҙҙә иҫбатлауға тос өлөш индерә. Үҙенең уҡыусылары һәм фекерҙәштәре менән бергә планеталағы иң боронғо докембрий нефть һәм газлы ҡатламдарҙы сәнәғәттә үҙләштереп ҡулланыуҙы асыҡ иҫбатлай һәм киң масштабта асыҡ (Юрубчено-Тохомский, Среднеботуобинский, Верхнечонский һәм башҡа) ҙур һәм гигант ятҡылыҡтарҙы прогнозлай һәм уларҙы үҙләштереү программаларын нигеҙләй.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1930 йыл — ғилми-тикшеренеү партияһы (тимер мәғдәне, Урал бокситын өйрәнеү) етәксеһе;
  • 1933 — технорук, өлкән геолог, «Востокнефть» (Өфө) тресының Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе ;
  • 19401942 — «Ишембайнефть» тресының баш геологы;
  • 19501953 — СССР Миннефтепромының Главнефтеразведкаһында баш геолог ;
  • 1953 — СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы;
  • 19551957 . — Бөтә союз нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү институты директоры (Мәскәү);
  • 19571988 — СССР Фәндәр академияһының геология һәм геофизика институты директоры ;
  • 1958 — СССР Фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы;
  • 19581988 — СССР Фәндәр академияһы рәйесенең урынбаҫары, беренсе урынбаҫары;
  • 1960 — Новосибирск университетының профессоры;
  • 19881999 — СССР Фәндәр академияһы президиумы кәңәшсеһе;
  • 1988 — СССР Фәндәр академияһының почетлы директоры; (1990 йылдан алып — РФА-НЫҢ берләшкән геология, геофизика һәм минералогия институты).

РСФСР-ҙың 6-10-сы саҡырылыш Юғары Советының депутаты (1963—1990). 1999 йылдың 24 мартында вафат була. Новосибирск ҡалаһының Көньяҡ (Чербузинский) зыяратында ерләнгән.

  • 1927 йыл — Славгородта ете йыллыҡ мәктәп-интернатты тамамлай ;
  • 1929 — урта мәктәпте Ҡазанда тамамлай;
  • 19291933 йылдарҙа — Ҡазан дәүләт университетының геология факультетында уҡый;
  • 1933 — Ҡазан дәүләт университетының ситтән тороп уҡыусы аспиранты;
  • 1938 — кандидатлыҡ диссертацияһы «Ишембайҙың нефтле эзбизташы»;
  • 1949 — докторлыҡ диссертацияһы «Башҡортостан палеозойының нефть йөрөтөүе».
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1944 йылдың ғинуарында)
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — девон нефте ятҡылыҡтарын асыу өсөн
  • Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — Туймазы ятҡылығын контурҙан тыш һыу менән тултырыуҙы уйлап сығарған һәм тормошҡа ашырған өсөн
  • Себер докембрий платформаһының нефть йөрөтөүен фәнни нигеҙләп асҡаны өсөн Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1994)[4]
  • алты Ленин ордены (24.01.1944; 08.05.1948; 29.04.1967; 17.09.1975; 14.08.1981; 20.08.1986)
  • Октябрь революцияһы ордены (12.08.1971)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.03.1959; 16.08.1961[5],19??)
  • «4-се дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[6] (РФ Президенты Б. Н. Ельцин үткәргән сәйәсәткә ҡаршы протест билдәһе итеп баш тарта)[7]
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн.» миҙалы
  • «В. И. Лениндың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләү хаҡына Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «Көнбайыш Себер нефть һәм газ ер аҫты комплекстарын үҙләштереү һәм үҫтереү өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны»миҙалы
  • ҡырҡ йыл «юбилей миҙалдары 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк ватан һуғышында еңеү.»
  • утыҙ йыл «юбилей миҙалдары 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк ватан һуғышында Еңеү.»
  • "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең егерме йыллығы."миҙалы
  • Новосибирскиҙың почетлы гражданы (1983)[8].
  • СССР Фәндәр академияһының А. П. Карпинский исемендәге премияһы;
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре;
  • Саха АССР-ы, Башҡорт АССР-ы, Бүрәт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе;
  • Почетлы ер аҫтын разведкалаусыһы;
  • РАЕН-дың Почетлы академигы;
  • Рәсәй экология академияһының почетлы ағзаһы;
  • 2000 йылда "Новосибирск өлкәһенең XX быуаттағы гражданы "маҡтаулы исеменә лайыҡ була.
Новосибирскиҙың Көньяҡ зыяратында А. А. Трофимуктың ҡәбере
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы Андрей Алексеевич Трофимуктың хөрмәтенә Берләшкән геология, геофизика һәм минералогия институты бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • 2000 йылда СО РАН Берләшкән геология, геофизика һәм минералогия фәндәре институтына академик А. А. Трофимук исеме бирелә.
  • Академик хөрмәтенә Новосибирск академия ҡаласығының бер урамы академик Трофимук урамы тип аталған.
  • Ҡазан, Новосибирск университеттарында А. А. Трофимук исеме менән уҡыу аудиториялары аталған.
  • Себер геодезия академияһы һәм Новосибирск дәүләт университеты студенттары һәм шулай уҡ йәш ғалимдар өсөн СО РАН һәм Новосибирск ҡала мэрияһы тарафынан А. А. Трофимук исемендәге премиялар булдырылған.

А. А. Трофимук лично и в соавторстве написал более 500 научных трудов, в том числе десятки крупных монографий.

  • Нефтеносность палеозоя Башкирии, М. — Л., 1950;
  • Урало-Поволжье — новая нефтяная база СССР. (История открытия, состояние, перспективы), М., 1957;
  • Газовые ресурсы СССР, М., 1959 (соавтор);
  • Нефтегазоносность Сибирской платформы, «Геология и геофизика», I960, № 7;
  • Миграция рассеянных битумоидов, Новосибирск, 1971 (соавтор);
  • Геология нефти и газа Западной Сибири, М., 1975 (соавтор);
  • О стратегии поиска нефти и газа в СССР, 1991;
  • Концепция создания крупных баз газонефтедобычи в Восточной Сибири, 1994;
  • Сорок лет борения за развитие нефтегазодобывающей промышленности Сибири, 1997;
  • Школа Лаврентьева 2009 йыл 27 май архивланған.;
  • Геология и нефтегазоносность Западно-Сибирской низменности — новой нефтяной базы СССР. Новосибирск, 1963;
  • Геолого-химические критерии нефтегазоносности. Новосибирск, 1976;
  • Методы прогнозной оценки нефтегазоносных районов Сибири. Новосибирск, 1982.
  • Андрей Алексеевич Трофимук. Изд. 2-ое, дополненное. Составители: Д. Х. Гик, Р. И. Кузьменко, Г. С. Фрадкин. М., «Наука», 1991. — 176 с.
  1. 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  2. Библиотека Дамирджана — Геология нефти и газа № 1999_03_04 2016 йыл 16 август архивланған.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда работникам нефтяной промышленности» от 24 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 3 февраля (№ 6 (266)). — С. 1
  4. О присуждении Государственных премий Российской Федерации 1994 года в области науки и техники. Указ Президента Российской Федерации от 10 июня 1994 года N 1187 (п. 5)
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР. «За науку в Сибири» 2017 йыл 4 октябрь архивланған.
  6. О награждении государственными наградами Российской Федерации. Указ Президента Российской Федерации от 23 февраля 1998 года N 188
  7. Новосибирская Книга Памяти | ТРОФИМУК АНДРЕЙ АЛЕКСЕЕВИЧ
  8. Официальный сайт города Новосибирска. Почётные жители