Власов Илья Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илья Власов битенән йүнәлтелде)
Власов Илья Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны Күмертау, Көйөргәҙе районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө волейболист
Командалағы уйын позицияһы центральный блокирующий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Факел (волейбольный клуб)[d]
Спорт төрө Волейбол[1]
Бейеклеге/буйы 212 сантиметр
 Власов Илья Сергеевич Викимилектә

Власов Илья Сергеевич (3 август 1995 йыл, Күмертау) — Рәсәй волейболсыһы, Мәскәүҙең «Динамо» һәм Рәсәй йыйылма командалары уйынсыһы, Европа чемпионы (2017), халыҡ-ара класлы спорт мастеры[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағында Илья Власов дзюдо һәм йөҙөү менән шөғөлләнә, ә волейболға 16 йәшендә генә эләгә, уны волейбол майҙансығында уйын ваҡытында Яңы Уренгой «Факел» командаһының статисы Алексей Королев күреп ҡала. Королев Ильяға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 1995—1996 йылда тыуған перспективалы малайҙарҙы Йәштәр лигаһы һәм үҫмерҙәр йыйылма командаһында сығыш яһарға әҙерләүҙәре тураһында һөйләй[3]. Илья 2011 йылдың авгусында бер нисә ай дауамында был команда урынлашҡан Анапа эргәһендәге «Витязь» һауыҡтырыу комплексына килә, беренсе күнекмәнән һуң бында ҡалырға ризалыҡ бирә[4].

Тренер Павел Иванов етәкселегендә 2011 йылдың октябрь айында Власов «Факел-95» өсөн Йәштәр лигаһында беренсе тапҡыр сығыш яһай, ноябрь айында биш клубташы менән бергә Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында Островец-Свентокшиск ҡалаһында үткән Көнсығыш-Европа волейбол зона ассоциацияһының чемпионатында еңеүсе була, ә 2012 йылдың февралендә Түбәнге Новгородта Ямал-Ненец автономиялы округы йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионатының алтын миҙалын яулай. Йәштәр лигаһында беренсе миҙгелде «Факел» 7-се урында тамамлай, ә Илья бөтә ҡатнашыусылар араһында беренселектә мәрәйҙәр һаны буйынса икенсе була (32 уйында 90).

2012/13 миҙгелендә «Факел» үҫмер спортсылары ҙур алға китешкә өлгәшә — Йәштәр лигаһының беренселегендә команда тик мәскәү «Динамо-Олимп» командаһынан ҡалышып, финишҡа икенсе позицияла килеп етә[5]. Беренселек тамамланыу менән Власов Илья Рәсәй йыйылма үҫмер спортсылар командаһына ҡушыла һәм Александр Кариков командаһы составында Европа чемпионатында еңеүсе була һәм турнирҙың иң яҡшы ҡамаусыһының шәхси призына эйә була.

Илья 2013 йылда «Факел» йәштәр командаһының капитаны булып һайлана. Уның командаһы яңы миҙгелдә тулыһынса өҫтөнлөк итә, ваҡытынан алда чемпион титулын юллай. Икенсе йыл рәттән Йәштәр лигаһының иң яҡшы ҡамаусыһы була, (36 уйында 156 мәрәй), шулай уҡ Власов был юлы Йәштәр лигаһының — 2013/14 финалында иң яҡшы уйынсы призына лайыҡ була[6].

2014 йылдың сентябрендә Нитр һәм Брно ҡалаларында үткән Европа чемпионатында Илья Власов Рәсәй йыйылма командаһы составында алтын миҙал яулай. Турнирҙың иң оҙон буйлы уйынсыһы сиктән тыш һикереүе һәм селтәр буйында күсеү тиҙлеге һәм еңеллеге менән беренселек ойоштороусыларының иғтибарын йәлеп итә. «Ысынлап та, ышаныуы ауыр, сөнки Власов барлығы волейболда өс йыл ғына уйнай», — тип билдәләнә 19 йәшлек команданың төп уйынсыһына арналған Сергей Шляпниковтың мәҡәләһендә[7].

Европаның йәштәр чемпионатындағы еңеүенән һуң дүрт көн үткәс, Илья Власов беренсе «Факел» командаһы составында Санкт-Петербургта Рәсәй Кубогының баштағы этабында тәү башлап сығыш яһай[8]. Ил чемпионатының башынан Суперлигала Илья «Факел» командаһындағы элекке партнерҙары, уйынды тамамлаусылар Дмитрий Волков һәм Егор Клюкин менән бергә старт составында матчҡа тотороҡло сыға, һәм был өсәүҙең уйын сифатын белгестәр юғары баһалай[9][10]. Миҙгелдең һөҙөмтәләре буйынса Илья чемпионаттың иң яҡшы ҡамаусылары исемлегенә инә, ә Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Андрей Воронков уның фамилияһын Донъя лигаһына милли команданың киңәйтелгән заявкаһына индерә[11].

2015 йылдың июнь айында Баҡы ҡалаһындағы Европа уйындарында Илья Власов Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза миҙал яулай. Был турнирҙа ул рәсәй командаһында һөҙөмтәләре буйынса Виктор Полетаевтан ҡалыша икенсе була, 8 матчта 32 мәрәй блокта йыя һәм 74 % нәтижәлелектәге һөжүм итеүҙә 67 мәрәй йыя. Икенсе көнө Мәскәүгә ҡайтҡас, Власов студенттар йыйылма командаһы составында (уларҙың һигеҙе уның менән Европа уйындарында ҡатнаша) Кванджа ҡалаһына Универсиадаға юллана. Владимир Хроменковтың командаһы бөтә уйындарҙа ла алтын миҙал яулай, ә Илья Универсиаданың иң яҡшы ҡамаусылары рейтингында 3-сө урынды биләй[12][13].

Власов Ильяның икенсе һәм студенттар йыйылма командалары өсөн сығышын милли команданың тренерҙар штабы һиҙмәй ҡалмай һәм 20 июлдә, Универсиада тамамланып бер аҙна үткәс, йәш ҡамаусы Новогорск ҡалаһында йыйылма команданың йәнә башында торған Владимир Алекно етәкселегендәге күнекмәләргә тотона[14]. 8 сентябрҙә Хамамацу ҡалаһында Донъя кубогы сиктәрендә Власов Рәсәй йыйылма командаһы өсөн тәү башлап рәсми матч үткәрә, унда команда Венесуэла командаһы өҫтөнән еңеү яулай[15]. 2015 йылдың октябрь айында Европа чемпионатында ҡатнаша.

Бер йыллыҡ тәнәфестән һуң, Власов 2017 йылда Сергей Шляпников етәкләгән милли команда составына ҡайта. Донъя лигаһы турнирында Илья старт составында була, әммә ҡамауҙа уңышһыҙ ергә баҫып, Польша йыйылма командаһы менән интерконтиненталь раундта йәрәхәт ала, һәм «Алтауҙың финалында», командаһына ярҙам итә алмай[16]. Йәрәхәте юнәлгәс, шул уҡ йылдың сентябрь айында Рәсәй йыйылма командаһы составында Польшалағы Европа чемпионтаында алтын миҙал яулай. Болгария менән старт матчын үткәреп, тәүге сетта Куркаев Ильяс урынына алмашҡа Словения командаһына ҡаршы сыға. Артабан Рәсәй йыйылма командаһының бөтә матчтарында турнир аҙағына тиклем стартлы алтауҙа сығыш яһай.

Яңы Уренгой «Факел» командаһының составында Илья Власов 4 миҙгел үткәрә, 2017 йылдың апрель айында саҡырыу Кубогының еңеүсеһе була. 2017/18 миҙгеле тамамланыу менән «Факелдан» мәскәү «Динамоһына» күсә[17].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыйылма командалар менән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Европа чемпионы (2017).
  • Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы (2013).
  • Үҫмерҙәр араһында EEVZA чемпионаттары еңеүсеһе (2011, 2012, 2013).
  • Йәштәр командалары араһында Европа чемпионы (2014).
  • Европа уйындарының бронза призеры (2015).
  • Универсиада чемпионы (2015).

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәштәр лигаһының чемпионы(2013/14)
  • Йәштәр лигаһының көмөш призеры (2012/13)
  • Йәштәр лигаһы Кубогының көмөш (2013) һәм бронза (2014) призеры
  • Саҡырыу Кубогына эйә булыусы (2016/17) һәм финалсыһы (2015/16)

Шәхси бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Европа чемпионатының үҫмерҙәр араһында иң яҡшы ҡамаусыһы (2013).
  • Йәштәр лигаһының иң яҡшы ҡамаусыһы (2012/13, 2013/14).
  • Йәштәр лигаһы финалының иң яҡшы уйынсыһы (MVP) (2014).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www-old.cev.eu/PlayerDetail.aspx?PlayerID=47946 (ингл.)
  2. Приказ Министерства спорта Российской Федерации № 19-нг от 21 марта 2016 г. «О присвоении спортивного звания „Мастер спорта России международного класса“». Дата обращения: 28 март 2016. 2017 йыл 17 март архивланған.
  3. У самого чёрного моря... «Факел» открыл в Витязево молодёжный проект. «Советский спорт» (25 февраль 2011). Дата обращения: 4 июль 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Илья Власов: из дзюдо и плавания к вершинам волейбола. ВК «Факел» (23 март 2015). Дата обращения: 4 июль 2015.(недоступная ссылка)
  5. «Динамо-Олимп» — второй победитель Молодёжной лиги! ВК «Факел» (17 март 2013). Дата обращения: 4 июль 2015. 2014 йыл 7 апрель архивланған.
  6. «Готов выкладываться на двести процентов!» VolleyballNews.ru (16 апрель 2014). Дата обращения: 4 июль 2015.
  7. From swimming pool to volleyball: Ilia Vlasov shines in Russian team (ингл.). Европейская конфедерация волейбола (4 сентябрь 2014). Дата обращения: 4 июль 2015.(недоступная ссылка)
  8. Кубок России, день 1. «Факел» — «Искра». ВК «Факел» (10 сентябрь 2014). Дата обращения: 4 июль 2015. 2016 йыл 6 март архивланған.
  9. Мы открылись! «Советский спорт» (25 ноябрь 2014). Дата обращения: 4 июль 2015. 2016 йыл 30 сентябрь архивланған.
  10. Павел Борщ: в 19 лет играть в сборной — не рано. «Чемпионат.com» (20 май 2015). Дата обращения: 4 июль 2015. 2015 йыл 21 июль архивланған.
  11. «Хочется победить во всех турнирах». «Чемпионат.com» (27 май 2015). Дата обращения: 4 июль 2015. 2015 йыл 22 июль архивланған.
  12. Золотые. Молодые. Наши. ВК «Факел» (12 июль 2015). Дата обращения: 12 июль 2015. 2015 йыл 13 июль архивланған.
  13. Players Ranking by Skills (ингл.). Официальный сайт XXVIII летней Универсиады. Дата обращения: 12 июль 2015. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.(инг.). Официальный сайт XXVIII летней Универсиады. 12 июль 2015 тикшерелгән.
  14. Алекно вызвал в сборную 19 волейболистов для подготовки к Кубку мира-2015. «Р-Спорт» (17 июль 2015). Дата обращения: сентябрь 2015.
  15. Возвращение Тетюхина: победа над Венесуэлой и человек в чёрной маске. «Спорт-Экспресс» (8 сентябрь 2015). Дата обращения: сентябрь 2015.
  16. Куркаев: Власов поскользнулся на мокром следе от футболки Волкова. «Чемпионат.com» (16 июнь 2017). Дата обращения: 6 июль 2017.
  17. Центральный блокирующий Илья Власов продолжит карьеру в столичном «Динамо». ВК «Динамо» Москва (30 апрель 2018). Дата обращения: 30 апрель 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]