Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәрүәр Сурина
Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 8 декабрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы (псевдонимы Кинйә Мәзит; 8 декабрь 1957 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2000) һәм Журналистар (1982) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2001) лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина (ҡыҙ фамилияһы Искәндәрова) 1957 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған.

1975 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә.

Бында һөнәр алғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Башҡортостан дәүләт радио һәм телевидение комитетының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһында мөхәррир булып башлай.

Сәрүәр Суринаның хеҙмәт юлы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн телевизион тапшырыуҙар ойоштороуҙан башлана. «Йәйғор», «Әкиәт йомғағы», «Күңелле станциялар», «Яҙыусылар — балаларға», «Фронт хаттары», «Туған яҡ биҙәктәре», «Туған моңдар», «Йырлайбыҙ ҙа уйнайбыҙ» кеүек бик күп телевизион теҙмәләр халыҡ ижады, илһөйәрлек рухы менән һуғарыла.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, йыр тарихтары буйынса махсус программалар әҙерләй, уның сценарийҙары буйынса ҡуйылған «Ҡаҙҙы кем ашаған?», «Балта һурпаһы», «Аҡыллы ҡыҙ», «Кем көслө?», «Ҡырлай урманында осрашыуҙар», «Батыр ҡуян» һ.б. телеспектаклдәре телевидение фондында һаҡлана.

1992 йылдан «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының «Хазина» ижади берекмәһе хеҙмәткәре.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәрүәр Сурина мәктәп йылдарында уҡ шиғыр һәм хикәйәләр яҙа башлай. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа, нәҡ ошо ваҡыттарҙа бигерәк тә емешле эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнеп, ҡәләмен шымарта. Уның балалар өсөн шиғырҙарҙан, әкиәттәрҙән һәм пьесаларҙан торған дүрт китабы донъя күргән, әҙәби әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғатта баҫылып тора. Журналист булараҡ, республикабыҙҙың гәзит һәм журналдарында йәшәйешебеҙҙең төрлө яғына, тәү сиратта халыҡ ижадына һәм шөғөлдәренә арналған мәҡәләләр менән даими сығыш яһай.

Шағир, яҙыусы һәм драматург[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәрүәр Сурина әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр баш ҡала театрҙарында бара:

  • «Алтын балта» (Йәш тамашасы театры, 1992),
  • «Заятүләк менән Һыуһылыу» (Башакадемтеатр, 1999),
  • «Янһарының тылсымлы санаһы»(Ҡурсаҡ театры, 2001),
  • «Ҡаҙ батшаһы» (Ҡурсаҡ театры, 2003),
  • «Аҫыл йөрәк» (Башакадемтеатр, (2003),
  • «Һыуһылыу әкиәте» (Милли йәштәр театры, 2005).
  • «Урал легендалары. Торатау менән Ағиҙелһылыу», мюзикл (Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе, 2019).
  • «Ҡанифа юлы» (Сибай, «Сулпан» балалар театры, 2019).
  • «Донъя бабай» (Сибай, «Сулпан» балалар театры, 2020).
  • «Абау, яусы килә!» (Салауат башҡорт драма театры, 2020).
  • «Мамытбатыр менән Дәлеү Ғәйшә», Ҡашҡар ауылы тарихы (Сибай филармонияһы, 2021)

Халыҡ театрҙары сәхнәһендә:

  • «Тылсымлы хыял» (Дүртөйлө халыҡ театры, 2005),
  • «Аласабыр менеп кил, йәнем!» (Сәйетбаба халыҡ театры, 2005),
  • «Сыңрау торна ҡаурыйы» (Ғафури халыҡ театры, 2005),
  • «Гөлбәзир» (Балтас халыҡ театры, 2006).
  • «Аҫыл йөрәк» (Ейәнсура халыҡ балалар театры, 2016).

Тәржемәсе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәрүәр Сурина тәржемәһендә классик драматургия әҫәрҙәре сәхнәлештерелә:

  • В.Шекспир («Лир король»), 2001,
  • К.Гольдони («Ике байға бер шомбай»), 2002,
  • А.Островский («Глумов хатаһы йәки Дүрт аяҡлы аттың һөрөнгәне»), 1998,
  • Ф.Бүләков («Саҡ-Суҡ ҡиссаһы», «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!»), 2005, 2008,
  • Н.Абдыкадыров («Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге», «Тылсымлы сәңгелдәк»), 2005, 2006.
  • Назим Хикмәт («Йүләркәй»), 2009,
  • Владимир Ольшанский «Ун өсөнсө йондоҙ», 2011,
  • Вл. Гуркин «Саня, Ваня һәм дә Римас», 2010.

Сәрүәр Сурина театр терминдарының башҡорт теленә ярашлы ҡулланышын эҙләй.

Башҡорт академия драма театрының тарихын сағылдырған «Театр юлы» китабын (Суфия Күсемова, 2005) тәржемә итә.

Актёрлыҡ оҫталығы хаҡында «Ғәмәл» уҡыу әсбабында (Таңсулпан Бабичева, 2000) башҡортса сәхнә терминдары һүҙлеген төҙөй.

Сценарист[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәрүәр Сурина төҙөгән сценарийҙар буйынса үткәрелгән «Салауат йыйыны» (2004, 2005 йй. — ҡуйыусы режиссёры Альмира Ҡыуатова, 2008 й. — режиссёры Азат Йыһаншин, 2009 й. — режиссёры Рөстәм Хәкимов) республика фольклор байрамдары, «Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу һәм Шәжәрә байрамы» (2004), «Мәжит Ғафуриҙең тыуына 125 йыл» (2006), «Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл» (2006) тантаналары, шулай уҡ йыл һайын ойошторолған «Йәш тауыштар» (2006, 2007) әҙәби фестивале, төрлө кимәлдәге етәкселәр, белгестәр, ҡунаҡтар һәм уларҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, бай йөкмәткеле һәм юғары идея-художестволы булыуҙары менән барыһының да күңеленә хуш килгән.

Сәрүәр Сурина сценарийҙарҙары буйынса оло шәхестәрҙең республика күләмендә билдәләнгән юбилей һәм хәтер кисәләре үтте:

Шулай уҡ 1-се мәктәп-интернаттың 60 йыллығына, Рәүеф Ғәзиз улы Кәримовтың юбилей кисәһенә арналған сараларҙың сценарий авторы Сәрүәр Сурина класташы Альмира Ҡыуатова менән бергә тыуған мәктәптәренә рәхмәт хистәрен сағылдырҙы.

Республика мәҙәни-фольклор байрамдарынан «Ауаз» (2014), «Уйын» (2016), «Сәсән»(2016), «Ғаилә ҡото» (2017) һәм билдәле шәхестәрҙең ижад кисәләре С. Р. Сурина сценарийҙары буйынса үтә.

Әҙип яҙған сценарийҙар буйынса төшөрөлгән «Балта ашы», «Аҡыллы ҡыҙ», «Ҡырлай урманында осрашыу», «Кем көслөрәк?», «Батыр ҡуян балаһы» һәм башҡалар Башҡортостан телевидениеһының «алтын фонды»на ингән.

Тележурналист[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәрүәр Сурина Юлай Ғәйнетдинов, Әнүәр Нурмөхәмәтов менән бергә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының (БСТ) «Хазина» ижад берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе.

Унда 1992 йылдан алып эшләү дәүерендә, республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында, Рәсәйҙең милләттәштәребеҙ көн иткән күп төбәктәрендә булып, башҡорт халҡының күп яҡлы ижад өлгөләрен табыуға, уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлауға һәм пропагандалауға тос өлөш индерә.

Ул халыҡ ижадының аҫыл үрнәктәрен сағылдырыусы айырым ижадсылар һәм фольлор коллективтары тураһында «Тыуған яҡ байрамдары», «Халыҡ оҫталары», «Туған тел дәрестәре» исемле тапшырыуҙар циклдарын әҙерләй. Уларҙа ижадсының тормошҡа киң һәм заманса ҡарашы, туған телгә, халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, ауыҙ-тел ижадына һәм әҙәбиәтенә ихтирамлы һәм һаҡсыл ҡарашы сағыла. Бер үк ваҡытта был тапшырыуҙарҙа журналистың бай һәм тасуирлы теле, бай лексикаһы ярылып ята.

«Уҙаман», «Заң», «Шәхес» тигән баш аҫтында үҙенең авторлыҡ программаларын эфирға сығара. Тапшырыуҙарҙа башҡорт халҡының арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарының эшмәкәрлеге, уларҙың ғибрәтле-фәһемле яҙмыштары, оло ваҡиғалар шаңдауы һәм бөгөнгө заман проблемалары күрһәтелә. Был рубрикалар аҫтында Жәлил Кейекбаев, Рамаҙан Өмөтбаев, Зәйнәб Биишева, Фатима Мостафина, Салауат Дәүләтбаев, Земфира Сәхипова, Камил Әхиәров, Суфиян Поварисов, Хәлимә Ҡорбанаева, Әкрәм Бейешев, Рим Йәнғужин, Сәлимә Түлебаева, Фуат Биишев, Ғөбәйҙулла Илишев, Вәли Псәнчин, Флүрә Аҙнабаева, Ғайса Хөсәйенов, Нәжибә Мәҡсүтова, Азат Айытҡолов, Хәнифә Әбүбәкерова, Миҙхәт Байрамғолов, Вәсилә Садиҡова һәм башҡалар хаҡында сағыу, үҙенсәлекле һәм тәрән йөкмәткеле телевизион портреттары тыуҙырыла.

  • Миәкә районындағы «Большевик» колхозының (Илсеғол ауылы) 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында Дондан Эльбаға тиклем һуғыш юлы үтеп кире әйләнеп ҡайтҡан «Керчь» ҡушаматлы аты тураһындағы «Толпар атым — уң ҡанатым» («Яугир ат Керчь», 1986, 2000),
  • Дәүләкән районындағы ҡасандыр берғаҙандар (пеликандар) төйәк иткән «Берҡаҙан» һаҙлығы яҙмышына арналған «Пеликандарҙың төньяҡ баш ҡалаһы Берҡаҙан» (2000) исемендәге,
  • боронғо туҡыу-һуғыу һөнәре оҫталары хаҡында «Миәкә йәйғоро — аҫалы балаҫ» (2001),
  • төньяҡ-көнсығыш башҡорт төбәге хазинаһы «Уралдың тамбурлы сигеү оҫталары» (2005) телевизион фильмдәре,
  • шулай уҡ «Аҡмулланың аҡ көндәре»,
  • «Башҡорт һүҙлеген төҙөүселәр»(2000),
  • «Урал батыр» эпосын һөйләүселәр,
  • кейеҙ баҫыусыларҙың «Тамға» республика байрамы,
  • «Мәңгелек наҙ — башҡорт шәле» (2005, 2009)
  • «Йыһан көмбәҙе — башҡорт тирмәһе» (2006—2010)
  • «Башҡорт китабы — Ҡояштан үрнәк» (2009)
  • «Ашҡаҙар таңдары» (2006, 2008, 2011) кеүек ысынбарлыҡ-рухиәт бәйләнешен сағылдырған телевизион ҡиссалар авторҙың башҡа бик күп эштәре менән бер рәттән тамашасыларҙың оло ҡыҙыҡһыныуын уятты.

Икенсе яҡтан, был ижад ынйылары халҡыбыҙҙың бай рухи мәҙәниәтен төрлө яҡлы итеп күрһәтеүҙәре менән киләсәк быуындар өсөн дә оло әһәмиәткә эйә.

Сәрүәр Сурина әҙерләгән «Китабеннас» (1999—2003) тапшырыуҙары бөгөнгө нәшриәттәр, фәһемле яңы баҫмалар, боронғо ҡулъяҙмалар яҙмышын бәйән итә.

«Донъяның аҡ кейеҙе» (2000—2010) циклы халыҡ кәсептәрен үҫтереүсе оҫталарҙың ҡаҙаныштарын тасуирлай.

«Алтын тирмә яҡтыһы» (1998—2009) теҙмәһе халыҡ театрҙарының ижади тормошон, «Алтын һуҡмаҡ» телеочерктары оло быуын уҡытыусыһының мәғрифәти мираҫын яҡтырта.

Шәйехзада Бабич шәхесе хаҡында «Шағирҙың күңел баҡсаһы» (2006), Кинйә Арсланов яҙмышы хаҡында «Кинйә абыҙ васыяты» (2007), Зәйнәб Биишева ижады тураһында «Бейеш быуаты» (2007) кеүек нәфис-тарихи телефильмдарҙа арҙаҡлы шәхестәр яҙмышы һүрәтләнә.

Сәрүәр Сурина 2010 йылда «Бер ауылдың тарихы» рубрикаһында республиканың көнбайыш төбәгендәге башҡорт ауылдары халҡы һәм уларҙың тарихи хәтере һаман да саф, төплө булып, башҡорт тамырҙарын онотмауы хаҡында утыҙҙан ашыу тапшырыуҙар теҙмәһе әҙерләй. 18-се быуатта Башҡортостанға припущенник булып күсеп килергә мәжбүр булған сарайлы-мең ырыуы башҡортары Миәкә районының Шатмантамаҡ, Елдәр, Сатый, Баязит, Кәркәле, Ҡасыған ауылдарына нигеҙ һалған, шулай уҡ Бишбүләк районы Айыт, Елбулаҡтамаҡ, Мораҙым, Дүсән, Исекәй, Ҡасҡын ауылдары тарихы буйынса тапшырыуҙар әҙерләй. Балтас районы Сәйтәк, Ҡарыш, Иҫке Балтас, Маты, Тушҡыр ауылдары тарихы ла яҡтыртыла.

2011—2016 йылдарҙа «Орнамент» телепроекты аша халыҡ һөнәрмәндәре, йолалары, фольклор йыйындары, һәләтле ижади төркөмдәр тураһында йөҙ илле фильм һәм махсус репортаждар уның авторлығында аҙна һайын эфирға сыға.

С. Р. Сурина Өфөләге 1-се республика гимназия-интернаты (1-се мәктәп-интернат) тарихы, уҡытыусылары һәм уҡыусылары тураһында Башҡортостан телевидениеһында даими сағылдырып утыҙҙан ашыу репортаждар, очерктар, фильмдар әҙерләй. Уҡыу йортоноң илле йыллығына ҡарата әҙерләнгән 1-се мәктәп-интернаттың тарихын һүрәтләгән «Халҡым өмөттәрен һаҡлаған йорт» («Дом, где хранятся надежды моего народа» (1994) видеояҙмаһы телевидениеның алтын фондына ингән.

Дүрт бала әсәһе булған ижадсы бигерәк тә балалар өсөн телевизион тапшырыуҙар әҙерләүгә күп көс һала. Уларҙың һәр береһенә яңыса күҙлектән ҡарай, бер-береһен ҡабатлауға юл ҡуймай. «Минең әкиәтем», «Тыуған яҡ легендалары», «Тыуған моңдар», «Әкиәт йомғағы» телебәйгеләре тамашасыларҙың һөйөүен яулай.

Йәш быуында ил һөйәрлек хистәрен үҫтереүгә, уларҙа матурлыҡ һәм гүзәллек тойғолары тәрбиәләүгә арналған «Йәйғор», «Күңелле туҡталыштар», «Тыуған яҡ биҙәктәре», «Яҙыусылар — балаларға», «Фронт хаттары», «Йәйғор төҫтәре», «Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә» тип исемләнгән тапшырыуҙар циклы кескәй тамашасыларҙа ғына түгел, уларҙың оло туғандарында һәм ата-әсәләрендә лә оло һоҡланыу уята.

Баҫылған китаптар«Кем кеҫәлде тәмлерәк бешерә?» Балалар өсөн әкиәттәр йыйынтығы. — Өфө: Китап, 1994. — 26 бит.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Сыйырсыҡ тәсбихе». Балалар өсөн пьесалар, шиғырҙар, әкиәттәр йыйынтығы. — Өфө: Китап, 2001. — 176 бит.
  • «Аҫыл йөрәк». Пьесалар, сценарийҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 480 бит.
  • «Талисман счастья» — «Ҡот тәңкәһе». Пьесы, драматические композиции, сценарии литературных вечеров и фольклорных праздников. Уфа, «Китап», 2009, 450 с.
  • «Волшебный узелок» — «Тылсымлы төйөнсөк». Пьесы, сказки, стихи. Уфа, 2015 г. 165с.
  • «Моң көмбәҙе» — «Купола мелодий». Сборник сценариев для республиканских народных праздников. «Самрау». Уфа, 2017, 240с.
  • «Биҙәктәрҙе кем яһаған?». Әкиәттәр. Китап. Өфө, 2018, 75 б. — «Кто создал узоры?». Сказки. Уфа, 2018, 75с.
  • «Хоҙайҙан маҡтау» — «Хвала от Бога». Очерки, рассказы, сценарии фильмов о мастерах народных промыслов. Уфа, 2018, 210с.
  • Сәрүәр Сурина төҙөгән һәм ойошторған китап баҫмалары:
  • "Ырғыҙ ҡыҙы". Мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина (1913-1998) тураһында иҫтәлектәр (42 авторҙан интервью), фотографиялар. Өфө, "Педкнига", 2013 й.2, 263 б.
  • «Первый Президент Республики Башкортостан Муртаза Губайдуллович Рахимов. Библиографический указатель.» Уфа, 2014, 170 с. Сост. С. Р. Бишева и С. Р. Сурина.
  • "Жизнь вопреки". "Элиза Мугафаровна Ахмерова. Воспоминания, фотовкладыши. Уфа, "Педкнига", 2014 г., 226 с.
  • "Иҫтә, һаман да иҫтә Оло Эйек буйҙары". Роза Арғынбаева иҫтәлектәре, документаль фотолар. Өфө, "Педкнига". 2017 й.
  • "Бөрйән йөрәге". Детдом яҙмалары. Беренсе китап. Керамика рәссамы, скульптор Фәүзиә Усманова (1942) яҙмышнамә. Өфө, "Самрау", 2015, 156 б.
  • "Бөрйән йөрәге" "Киске Өфө" һабаҡтары. Гәзит мәҡәләләре, фотографиялар. Өфө, "Самрау", 2015, 220 б.
  • "Тайсын хикмәттәре". Рәмилә Тайсынова (1962) йыйған һәм башҡортсаға тәржемә иткән ғибрәтле хикәйәттәр, көләмәстәр йыйынтығы. Өфө. "Самрау", 2018 й., 260 б.
  • "Северное сияние". Ветеран труда Аниса Иншакова. Рассказы о вахтовиках на Севере. Уфа, "Самрау", 2017. 240 с.
  • "Йырлы йөрәк". Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Шәрип Фатихов (1926-2018). Шиғырҙар, иҫтәлектәр, фотолар.Өфө, "Самрау", 2018, 232 б.
  • "Колосья моего поля". Салихьян Шарипов. "Стихи и авторские фотографии. Уфа, "Инеш", 2018, 150 с.
  • "Хәтер ҡуҙҙары". Мәйсәрә Кучаева "Туҡ буйында ниҙәр юҡ" серияһынан 1-се китап. Иҫтәлектәр, документаль фотолар. Өфө, "Педкнига", 2017 й., 230 б.
  • "Юлдашым - оло юл башым". Мәйсәрә Кучаева "Туҡ буйында ниҙәр юҡ" серияһынан 2-се китап. Иҫтәлектәр, документаль фотолар. Өфө, "Самрау", 2018 й., 260 б.
  • "Йәшәү ҡәҙере". Мәйсәрә Кучаева "Туҡ буйында ниҙәр юҡ" серияһынан 3-сө китап. Иҫтәлектәр, документаль фотолар. Өфө, "Самрау", 2019 й., 232 б.
  • "Рәмил Мәжитов хаҡында һүҙ". Хәтернамә. Иҫтәлектәр, шиғырҙар, фотолар, мәҡәләләр. Өфө, "Инеш" 2021 й., 294 б.
  • "Яугирҙың ҡуйын дәфтәре". Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Зәйнулла Сәлимов. Шиғырҙар, мәҡәләләр. Өфө, "Самрау", 2022 й, 172 б.
  • "Һөйөү вәғәҙәһе", Юрик Салдыев, Ҡәнифә Салдыева. Шиғырҙар, иҫтәлектәр. Өфө, "Самрау", 2022 й., 202 б.

Телефильмдәрҙең видеояҙмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Р. Камалов. «Драматурги — люди с детской душой» — «Драматургтар — бала күңелле кешеләр». «Башкортостан», 1998, 20 февраль.
  • Г. Ҡотоева. «Из тысячей чудес состоит мир» — «Мең мөғжизә бит ул донъя». «Башҡортостан ҡыҙы», 2004.
  • Т. Лотфуллина. «Могла быть певицей» — «Йырсы була алыр ине». «Аҙна». 2005, 16 сентябрь.
  • С. Абузаров. «Потрясающее зрелище»- «Йән тетрәткән тамаша». «Башҡортостан», 2005, 15 сентябрь.
  • Э. Халикова. «Обыкновенное чудо». «Ватандаш». 2006-5.
  • Л. Абдуллина. «Балаларға рәхмәтле». «Йәшлек», 2008, 21 сентябрь.
  • Ә. Үтәбай. «Яҡтыға ынтылыу». «Ағиҙел», 2017, № 12.
  • Л. Бейешева. Тереләрҙең ҡәҙерен бел! «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 15 август 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған..

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2020)
  • Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]