Рафиҡов Мансур Миңлебай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рафиҡов Мансур Миңлебай улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 8 декабрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Күгәрсен ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Ҡазан юғары хәрби команда училищеһы
Хәрби звание полковник[d]
Ғәскәр төрө танк ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Батырлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены

Рафиҡов Мансур Миңлебай улы (8 декабрь 1964 йыл) — 1982—2012 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ғәмәлдәге хәрби хеҙмәткәре, танкист. Запастағы гвардия полковнигы (2012). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мансур Миңлебай улы Рафиҡов 1964 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Күгәрсен ауылында тыуған.

1982 йылда, урта белем алғас, Ҡазан юғары танк команда училищеһына уҡырға инә һәм уны 1986 йылда уңышлы тамамлай. Башта Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә, артабан Кавказ аръяғы хәрби округында, Төньяҡ-Кавказ хәрби округында хеҙмәт итә.

1994 йылдың декабре — 1995 йылдың февралендә 20-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһының айырым танк батальоны командиры вазифаһында Чечен Республикаһы территорияһында конституцион ҡоролошто тергеҙеү буйынса хөкүмәт заданиеһын үтәүҙә ҡатнаша.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 1996 йылдың 20 ғинуарында гвардия майоры Рафиҡов Мансур Миңлебай улына «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

1999 йылда офицер Бронетанк ғәскәрҙәренең хәрби академияһын тамамлай. Төньяҡ-Кавказ хәрби округында 255-се мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә. 1999 йылдың сентябрь айынан 2000 йылдың июненә тиклем Төньяҡ-Кавказ төбәгендә террорға ҡаршы операцияла ҡатнаша. Һуңынан Себер хәрби округында хеҙмәтен дауам итә.

2006 йылдан полковник Рафиҡов М. М. — Калуга өлкәһе хәрби комиссары урынбаҫары, 2012 йылдан — запаста.

Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы
  • Батырлыҡ ордены,
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» ордены,
  • миҙалдар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]