Әхсән Баян

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхсән Баян
Тыуған көнө 8 декабрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (91 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Илеш районы, Ишҡар ауыл Советы (Илеш районы), Ашман
Ерләнгән урыны Емикеево[d]
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Ҡазан университеты[d]
Эш урыны Ишҡар һәм Үрге Йәркәй

Әхсән Баян (тулы исеме Әхсән Фәтхелбаян улы Баянов, 8 декабрь 1927 — 7 май 2013) — шағир, прозаик һәм драматург, Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (2004) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1999), Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхсән Баянов 1927 йылдың 8 декаберендә Башҡортостандың Илеш районы Әшмән ауылында тыуған. 1943 йылда күрше Ишҡар ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, күп йылдар колхозда эшләй, 19471950 йылдарҙа район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге Мәҙәниәт йортонда сәнғәт етәксеһе булып эшләй. Төп эше менән бер рәттән урта мәктәпте лә тамамлай. Бер йыл ауылда уҡытыусы булғандан һуң, 1951 йылда Ҡазанға килә лә, Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегене уҡырға инә. 1956 йылда университетты тамамлағандан һуң, Әхсән Баянов күп йылдар журналистика өлкәһендә эшләй. 19561962 йылдарҙа — «Социалистик Татарстан» гәзите редакцияһында хәбәрсе, аҙаҡ — әҙәбиәт-сәнғәт бүлеге мөдире, 19621966 йылдарҙа — «Казан уттары» журналының яуаплы секретары, 19771981 йылдарҙа баш редактор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Әхсән Баянов шиғырҙары республика матбуғатында 1951 йылдан күренә башлай. 1959 йылда «Диңгеҙ шауы» исемле беренсе йыйынтығы баҫылып сыға. Хәҙерге көндә ул шиғри әҫәрҙәре тупланған тиҫтәнән артык китап авторы. Уның күп һанлы лирик һәм фәлсәфәүи-публицистик шиғырҙары, балладалары, «Яшел мәйдан» (1957), «Диңгез шавы» (1958), «Мират» (1959), «Сез аңларсыз мине» (1963), «Сәяхәтнәмә» (1969), «Һәйкәл» (1970), «Кышкы чәчәкләр» (1974) поэмалары бөгөнгө татар поэзияһында ҙур урын алып торалар.

Әхсән Баян проза һәм драматургия жанрҙарында ла эшләй. Нигеҙҙә һуғыш алды, һуғыш ваҡыты һәм һуғыштан һуңгы ауыл тормышы вакиғаларына бәйләп, кешеләр араһындагы катлаулы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған «Яшьлегемне эзлим» (1966), «Дүрт монолог» (1968), «Тау ягы повесте» (1972), «Төлке тоту кыен түгел» (1975), «Тавыш — табигать бүләге» (1977), «Аязучан болытлы һава» (1978), «Аргы яр» (1979) һәм «Ут һәм су» (1971), «Таш китап» (1981) романдары уҡыусылар һәм әҙәби йәмәғәтселеккә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әҙиптең «Күзләре нинди иде» һәм «Һәйкәл» исемле драмалары төрлө театр сәхнәләрендә ҡуйылды, ә «Тау ягы повесте» буйынса телевидение өсөн өс сериялы нәфис фильм дә төшөрөлгән.

Әхсән Баян әҙәби ижад эшен йәмәғәт эштәре менән тығыҙ бәйләнгән. Ул 1974 йылдан бирле Татарстан Яҙыусылар берлеге идараһы ағзаһы. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар «Казан утлары» журналы һәм Идель «Казан утлары» журналы һәм "Идел"дә редколлегияның ағзаһы булып тора. Әхсән Баян 2013 йылдың 8 майында Татарстандың Кама Тамағы районында Йәрмәкәй ауылында тормош иптәше эргәһендә ерләнгән.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәттең үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн 1977 йылда «Почёт Билгеһе» ордены менән бүләкләнә.