Бикбулатов Шәһит Хәйбулла улы
Бикбулатов Шәһит Хәйбулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 декабрь 1925 |
Тыуған урыны | Мәҡсүт, Ҡашҡар ауыл Советы (Йылайыр районы), Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 16 сентябрь 2001 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт аграр университеты Магнитогорск дәүләт университеты Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Ғилми дәрәжә | профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бикбулатов Шәһит Хәйбулла улы (8 декабрь 1925 йыл—16 сентябрь 2001 йыл) — иҡтисад фәндәре докторы (1991), профессор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикбулатов Шәһит Хәйбулла улы 1925 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Йылайыр районы) Мәҡсүт ауылында тыуа. Билдәле йырсы һәм мәҙәниәт эшмәкәре Фәрит Бикбулатовтың өлкән ағаһы. Һуғышҡа тиклем судья булып эшләгән, ғәҙел мөнәсәбәттәре һәм ҙур тормош тәжрибәһе менән халыҡ араһында юғары абруй ҡаҙанған Бикбулатов Хәйбулланың күп балалы ғаиләһендә үҫә һәм тәрбиәләнә. Атаһы 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм һуғыштың тәүге айҙарында уҡ һәләк була[2].
Ун алты йәшлек Шәһит әсәһенә, бер туғандарына ярҙам итер өсөн эшләргә мәжбүр була. 1943 йылда үҙе лә Ҡыҙыл армия сафына алына. Шәһит Бикбулатов һуғышта ҡатнаша, 1945 йылдың Еңеү майына тиклем батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Һуғышта күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. 1950 йылда демобилизациялана.
Демобилизациянан һуң Шәһит Хәйбулла улы Башҡортостанға ҡайта һәм тыуған районында эшләй. Шул саҡта ул юғары белем алыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашыра ала[2].
1956 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы өс йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбендә уҡый, 1961 йылда уны уңышлы тамамлай.
1956 йылдан Шәһит Бикбулатов Маҡар районының «Вперёд» район гәзите (хәҙер — Ишембай) мөхәррире булып эшләй. 1958 йылда Маҡар районының «Ударник» колхозын етәкләй[2].
1963 йылдан Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советында яуаплы эштә була, бүлек мөдире урынбаҫары була.
1964 йылда Шәһит Хәйбулла улына эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртергә тура килә, уны Ауыл хужалығы һәм әҙерләү хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты секретары итеп һайлайҙар. Ул республиканы һәм ауылды яҡшы белгәнгә күрә яңы вазифаға үҙенә хас энтузиазм һәм тырышлыҡ менән тотона. Артабанғы йылдарҙа Шәһит Бикбулатов республиканың байтаҡ райондарында була, колхоз һәм совхоздар эшмәкәрлегенең иҡтисади күрһәткестәренә иғтибар итә[2].
1970 йылдан Шәһит Бикбулатов Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытыусы булып эшләй башлай. Бер үк ваҡытта иҡтисад фәне менән дә шөғөлләнә. Кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1980 йылдан Магнитогорск дәүләт педагогия институтында (хәҙерге Магнитогорск дәүләт университеты) эшләй. 1991 йылда иҡтисад фәндәре докторы була.
1993 йылда Шәһит Хәйбулла улы Өфөгә ҡайтып Башҡорт дәүләт университетында үҙенең ғилми-педагогик эшмәкәрлеген дауам итә. 1995 йылда профессор итеп һайлана. Дөйөм иҡтисади теория буйынса лекциялар уҡый. Кафедра коллективы менән бергә төбәк социаль-иҡтисади үҫеш программаларын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. «Экономика природосбережения» тигән яңы уҡыу дисциплинаһын индереү инициаторы була, уҡыу әсбабы, уҡыу программаһы һәм методик материалдар яҙа[2].
Шәһит Бикбулатов 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Уның күп йыллыҡ ғилми тикшеренеүҙәре тәбиғәтте һаҡлау һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш иҡтисадының көнүҙәк проблемаларына арналған. Профессор республика матбуғаты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, баҙар шарттарында экология фәнен популярлаштырыу буйынса күп эштәр башҡара, экология мәсьәләләре буйынса ғилми-популяр мәҡәләләр яҙа, тирә-яҡ мөхиттең сифатын яҡшыртыу һәм тергеҙеү буйынса даими тәҡдимдәр индерә[2].
Шәһит Бикбулатовтың китаптары һәм мәҡәләләре Өфөлә, Ҡазанда һәм Магнитогорскиҙа баҫылып сыға. Уның төп мәҡәләләре — «Развитие экономики Башкирии» (1975), «Труд и его эффективность» (Ҡазан, 1976), «Рабочая сила и механизация труда в совхозах Башкирии» (Өфө, 1981), «Аграрные отношения в условиях рынка» (Магнитогорск, 1981), «Да не осиротеет земля!» (Өфө, 1988), «Грядущим поколениям улучшенную землю!» (1990, Өфө), «Экономика природосбережения» (Өфө, 1995)[2].
Шәһит Бикбулатов 2001 йылдың 16 сентябрендә 76-сы йәшендә вафат була, Өфөлә ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[3]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[4]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[5]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1950)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бикбулатов Шагит Хайбуллович
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Башинформ
- ↑ Память народа. Бикбулатов Шагит Хайбуланович 2022 йыл 7 март архивланған.
- ↑ Награда Шагита Бикбулатова 2022 йыл 7 март архивланған.
- ↑ Бикбулатов Шагит Хайбуллович
- ↑ Юбилейная награда Шагита Бикбулатова 2022 йыл 7 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбулатов Шәһит Хәйбулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбулатов Шагит Хайбуллович
- Память народа. Бикбулатов Шагит Хайбуланович 2022 йыл 7 март архивланған.
- Награда Шагита Бикбулатова 2022 йыл 7 март архивланған.
- Юбилейная награда Шагита Бикбулатова 2022 йыл 7 март архивланған.
- 8 декабрҙә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- 16 сентябрҙә вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Иҡтисад фәндәре докторҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Профессорҙар