Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 декабрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (67 йәш)
Тыуған урыны Илсе, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты

Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы (8 декабрь 1956 йыл), журналист. 1985—2002 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, 2011 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары, 2015 йылдан — баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Шәрифулла улы Кәлимуллин 1956 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Илсе ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1975—1976 йылдарҙа Учалы районының «Серп и Молот» — «Ураҡ һәм Сүкеш» гәзитендә тәржемәсе булып эшләй.

1976—1978 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә слесарь һәм оператор булып хеҙмәт һала.

1978 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Юғары белем алғандан һуң, 1983 йылдан «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең спорт һәм фән бүлеген етәкләй.

1985 йылда «Совет Башҡортостан» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитенә эшкә саҡырыла. Бында 2002 йылға тиклем осорҙа хәбәрсе, хәбәрсе-күҙәтеүсе һәм бүлек мөдире вазифаларында эшләй, редколлегия ағзаһы була.

1996 йылда ситтән тороп ул саҡтағы Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының дәүләт хеҙмәте факультетын тамамлай. «Дәүләт менән идара итеү факторы булараҡ йәмәғәт фекерен формалаштырыу» тигән темаға диплом эше яҡлай.

Хеҙмәттәге юғары күрһәткестәре өсөн һәм Башҡорт матбуғаты көнө уңайы менән 1999 йылдың июнендә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[2].

2002 йылда ул саҡтағы Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе тарафынан Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәтенә баш белгес вазифаһына эшкә саҡырыла.

2006—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү секторы мөдире була.

2009—2011 йылдарҙа «Новая экономическая газета» яуаплылығы сикләнгән йәмғитәттең директоры вазифаһында эшләй[3][4].

2011 йылда шулай уҡ „«Труд» в Башкортостане»“ гәзите хәбәрсеһе, бер үк ваҡытта «Тәбиғәт» исемле экологик журналдың баш мөхәррире була.

2011 йылдың авгусынан — «Башҡортостан» республика гәзите директоры—баш мөхәррире урынбаҫары, 2015 йылдың апреленән — баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының тәүге партия ойошмаһы секретары.
  • «Совет Башҡортостан» һәм «Башҡортостан» гәзите редакцияһының профсоюз комитеты рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).
  • Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://vk.com/wall539269942_1501
  2. Указ Президента РБ от 18.06.1999 N УП-378 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан“ работникам печати республики» 2021 йыл 15 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2021)
  3. https://www.find-org.com/search/chief/Kalimullin_Rashit_SHarifullovich ОБЩЕСТВО С ОГРАНИЧЕННОЙ ОТВЕТСТВЕННОСТЬЮ "НОВАЯ ЭКОНОМИЧЕСКАЯ ГАЗЕТА". Карточка ЮЛ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2021)
  4. https://www.find-org.com/chiefs/361979_ooo_nehg История смены руководителей ООО "НЭГ". 01.01.2010. ДИРЕКТОР Калимуллин Рашит Шарифуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2021)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]