Эстәлеккә күсергә

Мырҙабаев Хәсән Хәмзә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мырҙабаев Хәсән Хәмзә улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 декабрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ибрай, Байдәүләт ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө гистолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Мырҙабаев Хәсән Хәмзә улы (8 декабрь 1951 йыл) — гистолог. Медицина фәндәре докторы (2002)[1].«Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреү өлкәһенең Маҡтаулы хеҙмәткәре», Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Хәсән Хәмзә улы Мырҙабаев 1951 йылдың 8 декабрендә Ейәнсура районының Ибрай ауылында Хәмзә һәм Миңлебаныу Мырҙабаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ибрай һигеҙ йыллыҡ һәм Күгәрсен урта мәктәптәрен тамамлай[2].

Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Институтта уҡыу осоронда уҡ Хәсән Мырҙабаевта фән менән ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә һәм ул үҙен был йүнәлештә бик һәләтле итеп таныта. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй, төплө эҙләнеүҙәр ҙур уңышҡа алып килә. Профессор Бикбулатов етәкселегендәге фәнни хеҙмәте Мәскәүҙә СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалын яулай. Мырҙабаев СССР Юғары белем биреү министрлығы билдәләгән Ленин стипендияһын алып уҡый һәм институтты Ҡыҙыл дипломға тамамлай 1978 йылда тамамлай. Һәләтле йәш белгес 1981 йылдан алып эшкә институтта ҡалдырыла[2]. 1999—2020 йылдарҙа — Гистология кафедраһы мөдире, 2003—2015 йылдарҙа Педиатрия факультеты деканы булып уңышлы эшләй. Институтта гистология, цитология, эмбриология курстары уҡый.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылдан алып гистология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003—15 йылдарҙа педиатрия факультеты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге пуля яралары төҙәлеү барышында терәк‑хәрәкәт аппараты ағзалары туҡымаһы регенерацияһының морфологик нигеҙҙәрен, травмалар һәм киҫкен анемия ваҡытында һөлдә мускулдарының күҙәнәк эсендәге процестарын тикшереүгә, яңы тыуған балаларҙың гематологик күрһәткестәрен һәм лейкоциттарының цитохимик үҙенсәлектәрен, балаларҙа периферик ҡан күрһәткестәренә экологик факторҙар йоғонтоһон өйрәнеүгә арналған[1]. Мырҙабаев тарафынан көкөрторганик берләшмәләр ҡулланып гистологик препараттар әҙерләүҙең тиҙләтелгән ысулы эшләнә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы[1].

Хәсән Хәмзә улы 1987 йылда Мәскәүҙә гистология, цитология, эмбриология темаһына кандидатлык, 2002 йылда Санкт-Петербургта «Морфологические основы посттравматической регенерации тканей органов опорно-двигательного аппарата(экспериментальное исследование)» темаһына докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай.[3]

Рәсәй һәм Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, съездарҙа, симпозиумдарҙа әүҙем ҡатнашып, төплө сығыштар яһай. Халыҡ-ара, федераль һәм республика кимәлендәге журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа 110-дан ашыу фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан, ике күләмле монография һәм биш уйлап табыу авторы. Профессор Мырҙабаев етәкселегендә бер нисә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре
  • Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреү өлкәһенең Маҡтаулы хеҙмәткәре
  • Салауат Юлаев ордены
  • Башҡортостан Президенты Указы менән Республиканың Маҡтау грамотаһы
  • Гистология кафедраһының Маҡтаулы мөдире
  • «БДМУ-ға тоғролоҡ өсөн» миҙалы