Эстәлеккә күсергә

Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (67 йәш)
Тыуған урыны Туғай, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы (2 сентябрь 1957 йыл) — рәссам, график (офорт, уникаль графика, акварель, пастель). 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт  премияһы лауреаты (1997) — Ишембай ҡалаһынан яҡташы Камил Ғөбәйҙуллин менән берлектә 1995—1997 йылдарҙа ижад иткән «Юрматы ере» полиптихы өсөн. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2009). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәсамы (2020) [2].

Рафаэль Рәшит улы Ҡадиров 1957 йылдың 2 сентябрендә Ғафури районы Туғай ауылында тыуған. Өфөлә Республика сәнғәт мәктәбен (1974), Башҡорт дәүләт педагогия институтының сәнғәт-графика бүлеген (1979) тамамлай. 1979 йылдан алып Ишембай ҡалаһында йәшәй.

1985 йылдан алып — республика, бөтә Рәсәй һәм бөтә Союз, шул иҫәптән махсус (график), зона, төбәк, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. 15-тән ашыу шәхси, шул иҫәптән 3 сит ил күргәҙмәләре үтте.

«Март» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993). 1996 йылдан — «Рәсәй рәссамдары союзы» Рәсәй ижади йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы региональ бүлеге (АЮ при РО ВТОО «СХР» РБ) ағзаһы.

Әҫәрҙәренең һаҡланған урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

60-тан ашыу әҫәре 15 Рәсәй Дәүләт музейҙарында һәм картина галереяларында һаҡлана:

150-гә яҡын әҫәр — Башҡортостандың төрлө учреждениеларында һәм 100-ҙән ашыуы — сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа: Испания, Франция, АҠШ, Австрия, Германия, Израиль, Канада, Италияла һ.б. илдәрҙә һаҡлана.

Уның ҡулы менән ҡаланың һәм райондың символикаһы эшләнгән — Ишембай районы гербы, Ишембай районының флагы [3], шулай уҡ Яруллин Сыңғыҙхан Әсхәт улы менән берлектә — Ишембай ҡалаһының гербы һәм флагы.

Ишембай картина галереяһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның директоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Тарих сәнғәттә» (История в искусстве) күргәҙмә-конкурсының «Живопись» номинацияһы дипломанты (1999);
  • Иң яҡшы әҫәр өсөн премия дипломанты (2000);
  • Иң яҡшы әҫәр өсөн — Гран-при (2000);
  • Рәсәй художество академияһы дипломанты (2005);
  • «Урал 2008» Х Төбәк сәнғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалы (2008);
  • Рәсәй Федерацияһының рәссамдар союзы секретариатының «Традиции, духовность, мастерство» көмөш миҙалы (2009).
  • Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2009).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2020) [3].