Эстәлеккә күсергә

Ишембай картина галереяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай картиналар галереяһы
Нигеҙләнеү йылы:

1992

Урынлашҡан урыны:

Ишембай Ишембай, Ленин проспекты,20

Директоры:

Ҡадыров Рафаэль Рәшит улы

Йүнәлеше:

заман сәнғәте

Телефон:

+7 (34794) 2-35-57

http://ishimbayartgallery.ru/

Ишембай картиналар галереяһы — Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль учреждениеһы[1].

Рәсми атамаһы: БР МР «Ишембай районы» ҠП «Ишембай ҡалаһы» мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль учреждениеһының «Картиналар галереяһы»[2].

Галерея тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылғы 3 ҡатлы торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. 1991 йылда эшҡыуар Н. В. Зубарев һәм рәссам Ҡадыров Рафаэль Рәшит улы көсө менән булдырыла. 1992 йылдың 10 июле көнө музей үҙ ишектәрен аса.

1994 йылдан әлеге исеме аҫтында билдәле[3].

Дөйөм майҙаны — 149,3 м², экспозицион өлөшө — 64 м², фонд өлөшө — 28 м²[3]. Һаҡлау берәмегенең дөйөм һаны— 83, шулар эсендә һынлы сәнғәт — 33, графика — 48, скульптура — 2[4] (ранее — 32, из которых: живопись — 26, графика — 6[3]).

ИКГ-ның рәсми сайтынан:

Тәүге егерме өс һынлы сәнғәт һәм графика әҫәрҙәре коллекция өсөн Ишембай ҡала администрацияһы аҡсаһына алына. Коллекцияны артабан тулыландырыу бағыусылар һәм авторҙарҙың үҙ әҫәрҙәрен бүләк итеү иҫәбенә атҡарыла. Башҡортостан республикаһының, шул иҫәптән, урындағы заман рәссамдарының әҫәрҙәре менән дә байытыла. Башҡортостан Республикаһының М. В. Нестеров исемендәге музейы йыйылмаһынан заманса рәсем сәнғәте күргәҙмәһен, шулай уҡ башҡа музейҙар коллекцияларын, шәхси коллекцияларын, Рәсәй һәм башҡорт рәссамдарының персональ һәм төркөмдәрҙәге күргәҙмәләрен экспортлау эше алып барыла.

http://ishimbayartgallery.ru/general-information.html

.

2011 йылда картиналар галереяһында «Эльф» ижади үҫтереү мәктәбенең художестволы студияһы асыла[5].

2013 йылда ИКГ Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре художестволы күргәҙмәләр проектын тормошҡа ашырыу һәм «Уҡытыусы уҡыусыларында йәшәй» хәтер кисәһе (Ишембай ҡалаһында һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иван Михайлович Павловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата) өсөн бирелгән грантҡа эйә була.

Статусы һәм атамаһы үҙгәреүе тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрының 18.01.1994 йылғы13-сө һанлы «М. В. Нестеров исемендәге Республика Художество Музейының филиалынасыу тураһындағы» ҡарарына ярашлы филиал статусына эйә була[6],

31.12.2005 — «Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ишембай картиналар галереяһы дәүләт учреждениеһы»" үҙгәртеп ҡорола һәм М. В. Нестеров исемендәге Республика Художество Музейынан сығарыла. 27.12.2006 —"Башҡортостан Республикаһының Муниципаль район Ишембай районының ҡала йәшәү урыны Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт Картиналар галереяһы муниципаль учреждениеһы" итеп үҙгәртелә

01.01.2007 — ҡала статус ыменән бергә атмаһы үҙгәреүе: « Башҡортостан Республикаһының Муниципаль район Ишембай районының ҡала йәшәү урыны Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль».

1991—1994 һәм хәҙерге көнгә ҡәҙәр — Ҡадыров Р. Р.;

1994—2000 — Ғәзизуллин И. К.;

2000—2001 — Йомағужин Х. М.;

2002 — Ғөбәйҙуллина Г. Н.;

2004—2011 — Ҡадырова Е. А.

Галерея тупланмаһында — Башҡортостандың хәҙерге заман рәссамдарының, шул иҫәптән, урындағы рәссамдарҙың әҫәрҙәре: Бивняев Виктор Яковлевичтың, Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улының, Рафаэль Ҡадыровтың, Шәймөхәмәтов Фәнил Сафуан улының һәм башҡаларҙың[3].

Галереяла Башҡортостандың көньяғы рәссамдары ассоцияацияһына ингән рәссамдарҙың персональ күргәҙмәләре даими рәүештә үткәрелеп тора.[7].

2010 йылдың 10 авгусында галереяла Ишембай ҡалаһы рәссамы Виктор Шарыгиндың күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтә[8].

2011 йылдың 13 майында картиналар галереяһында Фәнис Хәбибуллинды иҫкә алыуға арналған рәссамдың һынлы сәнғәте күргәҙмәһе үтә[9]. 2011 йылдың 16 июнендә Тольятти ҡалаһы хәҙерге заман оҫталарының «Башҡортостанда Волга миҙгеле» күргәҙмәһе ойошторола. 13 рәссамдың 32 эше ҡуйыла, шулар араһында Валерий Филиппов, Владимир Ротмистров, Анатолий Алёхин, Евгений Уткин, Алексей Зуев һәм башҡалар[10].

2012 йылдың 12 ғинуарында картиналар галереяһында Мәләүез ҡалаһы рәссамы Әхәт Хисаметдиновтың «Минең күңелем моңдары» исемле күргәҙмәһе үтә[11][12]. 2012 йылдың майында галереяла Өфөнөң билдәле рәссамы, Рәсәй рәссамдары берләшмәһе ағзаһы Виктор Домашниковтың «Борғоло Донъя тураһында хыял» күргәҙмәһе үтә[13]. 2012 йылдың сентябрендә Яр Саллы ҡалаһы рәссамдары күргәҙмәһе ойошторола[14]. 2013 йылдың 22 февралендә «Шүрәле иле» тип аталған халыҡ-проекттың күргәҙмәһе ойошторола, һәм ул татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 127 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә[15].

Грешнякова, Т. Окинуть взором волжские просторы: выставка современных тольяттинских мастеров в картинной галерее / Т. Грешнякова // Подметки +.- 2011.- 15 июня.- С.4.

Кагиров, Р. Светлые стороны бытия: в картинной галерее города открылась выставка живописи Фаниса Хабибуллина, посвященная памяти художника / Р. Кагиров // Подметки +.-2011.- 18 мая.- С.3.

Шабанова, О. «Сам себе волшебник»: выставка в картинной галерее салаватского художника Р. У. Яппарова / О. Шабанова // Восход. — 2010. — 19 марта. — С.5.

Валерьева, И. Там царь Кощей над златом чахнет, русалка на ветвях сидит…: выставка Санкт-Петербургского музея восковых фигур в картинной галерее / И. Валерьева // Восход.-2011.- 11 нояб.- С.10.

Вахонина, И. Откровенный разговор: Для кого открыты двери картинной галереи? / И. Вахонина //Восход.-2010.-10 декабря.-С.3.

Вахонина, И. Как жаль, что эта ночь бывает раз в году!: акция «Ночь в музее» прошла в картинной галерее и историко-краеведческом музее / И. Вахонина // Восход.- 2011.- 20 мая.- С.7.

  1. Культура и искусство. Официальный Интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 21 июнь 2011. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 25 август архивланған.
  2. Перечень гарантированных бесплатных для потребителя муниципальных услуг, оказываемых муниципальными учреждениями городского поселения «Город Ишимбай» муниципального района «Ишимбайский район» Республики Башкортостан, и в которых размещается муниципальное задание (заказ) (doc). Официальный Интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 24 март 2013 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ишимбайская картинная галерея. Художественные музеи и картинные галереи России. Дата обращения: 1 март 2013. 2015 йыл 10 июнь архивланған.
  4. Общая информация | Ишимбайская картинная галерея 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. О нас. Школа творческого развития «Эльф». Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 24 март 2013 года. 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
  6. Башкирский государственный художественный музей имени М. В. Нестерова. Министерство культуры Республики Башкортостан. Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 24 март 2013 года. 2011 йыл 26 сентябрь архивланған.
  7. Немчинов Г. П. Жаркий зимний юбилей. Подметки+ (24 февраль 2012). Дата обращения: 3 март 2013.(недоступная ссылка)
  8. Кагиров Р. Я. Картинная галерея приглашает. Ишимбай.ру (10 август 2010). Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 24 март 2013 года.
  9. Кагиров Р. Я. Светлые стороны бытия. Подметки+ (16 май 2011). Дата обращения: 3 март 2013.(недоступная ссылка)
  10. Грешнякова Т. Окинуть взором волжские просторы. Подметки+ (16 июнь 2011). Дата обращения: 3 март 2013.(недоступная ссылка)
  11. Пискарёв Д. Философский мир Ахата Хисамутдинова. Hallart.ru (22 ғинуар 2012). Дата обращения: 3 март 2013. Архивировано 24 март 2013 года.
  12. Грешнякова Т. «Счастье — это комфортное состояние души». Подметки+ (22 ғинуар 2012). Дата обращения: 3 март 2013.(недоступная ссылка)
  13. Грешнякова Т. Грёзы о вечном. Подметки+ (8 май 2012). Дата обращения: 3 март 2013.(недоступная ссылка)
  14. Грешнякова Т. Мир глазами современников. Подметки+ (9 сентябрь 2012). Дата обращения: 3 март 2013.(недоступная ссылка)
  15. Грешнякова Т. В стране Шурале. Подметки+ (24 февраль 2013). Дата обращения: 3 март 2013.(недоступная ссылка)

Ҡалып:Достопримечательности Ишимбая