Ғимаев Ирек Фәрит улы
Ирек Фәрит улы Ғимаев | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тулы исеме |
Ғимаев Ирек Фәрит улы |
Гражданлығы | |
Клуб |
Салауат Юлаев (1976-79) |
Тыуған датаһы |
2 сентябрь 1957 (65 йәш) |
Тыуған ере |
БАССР-ҙың Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылы |
Тренеры | |
Ғимаев Ирек Фәрит улы (2 сентябрь 1957 йыл) — СССР хоккейсыһы һәм тренеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ирек Фәрит улы Ғимаев 1957 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылында тыуған. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979), СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1985). «Салауат Юлаев» СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Марат Азаматов). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1974—79), ЦСКА (1979—87) командаларында уйнай. 1987—91 йй. — Япония, 1991—92 йй. Словения клубтары өсөн сығыш яһай. Донъя (1979, 1982—83), Европа (1979, 1982—83, 1985), СССР (1980—87) чемпионаттары, Европа (1979—86), Швеция (1980), Канада (1981), Париж (1984) чемпионаттары Кубогын яулаусы. «Известия» («Хәбәрҙәр»; 1981, 1984), «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1977—78), «Руде право» («Ҡыҙыл хоҡуҡ»; Чехословакия, 1983—84) гәзит приздарына халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионаты (1977). Үҫмерҙәр араһында Европа (1976) һәм СССР (1973) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—85). 2000—03 йй. ЦСКА‑ла тренерлыҡ эшендә; 2006 й. алып Калининград өлкәһе һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2010 й. Спорт буйынса агентлыҡ етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1982).
Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хоккейсы булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1976—1979
Салауат Юлаев
- 1979—1987
ЦСКА
- 1987—1991
Одзи Сейси
- 1991—1992
Олимпия (Любляна)
Тренер булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Донъя чемпионаты (1979, 1982, 1983)
Донъя чемпионаты (1985)
Европа чемпионаты (1979, 1982—83, 1985),
Канада Кубогын яулаусы (1981)
СССР чемпионаты (1980—88)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Почёт Билдәһе» ордены (1982).
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салауат Юлаев рәсми сайт
- Ғимаев Ирек Фәрит улы(недоступная ссылка) (баш.)