Худякова Лариса Петровна
Худякова Лариса Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 сентябрь 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Суйынсы ауылы, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тикшеренеүсе |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Худякова Лариса Петровна (2 сентябрь 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы һәм химигы. Техник фәндәр докторы (2008). Профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лариса Петровна Худякова 1946 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районының Суйынсы МТС-ында тыуа[2].
1968 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1968—1975 йылдарҙа Өфө нефть институтының Яңы мәғлүмәт системалары өлкән лаборанты (1968), дөйөм һәм аналитик химия (1968—1972), нефть ятҡылыҡтарын эксплуатациялау (1972—1974) нефть һәм газ технологиялары (1974—1975) кафедраларында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1975 йылдан ВНИИСПТнефттә (1992 йылдан — «Энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты») эшләй: 1975—1982 йылдарҙа — өлкән инженер, 1982—2002 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
2002 йылдан — химик һынау лабораторияһы начальнигы, бер үк ваҡытта 2010 йылдан — Энергоресурстарҙы транспортлау проблемаһы институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.
2008 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын яҡлай[3].
2007—2016 йылдарҙа — БР Фәндәр академияһының Торба үткәргес транспорты гидравликаһы үҙәге директоры[4].
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лариса Худякованың фәнни эшмәкәрлеге нефть-газ эксплуатациялау ҡорамалдары һәм торбаларын ҡулланыухәүефһеҙлегенә агрессив мөхиттең йоғонтоһон тикшереүгә арнала. Худякова тарафынан торбаларҙың коррозияһын мониторинглау системаһын приборҙар һәм программалар менән тәьмин итеү регламенты, ҡорамалдарҙың туҙыуын баһалау, металды коррозиянан һаҡлау ысулы эшләнә. Эшләнмәләр Рәсәй федерацияһы, Башҡортостан республикаһы, Вьетнам предприятиеларына индерелә.
150-нән ашыу фәнни эш авторы.
Маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премия лауреаты (2005).
- И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2009).
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оценка безопасного срока эксплуатации конструктивных элементов трубопроводов. Уфа, 2005 (соавт.);
- Торможение развития повреждений в трубопроводах накладными элементами. Уфа, 2005 (соавт.);
- Торможение развития разрушений элементов нефтепроводов испытаниями. Уфа, 2005 (соавт.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Худякова Лариса Петровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Худякова Лариса Петровна // Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- ↑ Чуюнчи (Давлеканвоский район) 2020 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Диссертация 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
- ↑ АН РБ Худякова Л. П.