Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы
Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 июль 1925 |
Тыуған урыны | Хәйбулла районы |
Вафат булған көнө | 2017 |
Нәҫеле | сәйәсмән |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13 июль 1925 йыл — 2017 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1972 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се (1945) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәлғәт Шаһимәрҙән улы Дәүләтбаев 1925 йылдың 13 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Хәйбулла ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы) тыуа[1].
1937 йылдан 1941 йылға тиклем Өфө гелогия-эҙләнеү техникумында уҡый. Диплом алғас, 1941—1942 йылдарҙа Хәйбулла районының финанс бүлегендә һалым буйынса бухгалтер, инспектор булып эшләй. Артабан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла: 1942—1947 йылдарҙа Көньяҡ Урал пулемёт училищеһы курсанты, отделение командиры, кесе лейтенанттар әҙерләү буйынса армия курсы курсанты, уҡсылар батальоны, мотоциклетлы механикалаштырылған батальон комсоргы. 1945 йылдан партия ағзаһы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылда Өфө нефть институтын тамамлай;
1952—1957 йылдарҙа — СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының кесе ғилми хеҙмәткәре, тау-геология институты аспиранты. Артабан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Президиумының эҙләнеүҙәр бүлегенең кесе һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм ғилми секретары;
1957 йылдан башлап (өҙөклөк менән) 1966 йылға тиклем Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, быраулау бүлегенең етәксеһе вазифаһын башҡарыусы;
1961—1963 йылдарҙа — Сүриәлә эшләй.
1966 йылдан 1972 йылға тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире, 1972—1982 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе.
1982—1986 йылдарҙа — БАССР-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
БАССР-ҙың 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ғилми эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Опыт бурения электробуром в Башкирии. Уфа, 1958;
- Влияние перфорации на цементное кольцо и колонну в нефтяных скважинах. Уфа, 1960 (авторҙаш);
- Крепление и освоение скважин уменьшенного и малого диаметра. Уфа : Башкнигоиздат, 1961. — 84 с. (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945);
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены(1985);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976);
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1981);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2020)
- Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы;
- Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы.