Эстәлеккә күсергә

Флорбол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Флорбол
Рәсем
Ил  Швеция
Минимальное число игроков 8
Максимальное число игроков 12
Пиктограмма
Вики-проект WikiProject Floorball[d]
 Флорбол Викимилектә

Флорбол (ингл. floorball, ингл. floor — иҙән һәм ингл. ball — туп) йәки залдағы хоккей — хоккей ғаиләһенең командалы спорт төрө. Ҡаты тигеҙ иҙәнле бина эсендә пластик туп менән уйнала, тупҡа һуғыу махсус сәкәндәр ярҙамында атҡарыла. Уйындың маҡсаты: дәғүәселәр ҡапҡаһына туп индереү.

Уйын, үҙенең уйналыу үҙенсәлеге буйынса флорболға оҡшаған, ул ер шарының күп кенә урындарында билдәле булған. Хәҙерге флорбол, барыһынан бигерәк, 1958 йылда барлыҡҡа килә, ул Америка Лейквиллында (Миннесота штаты) Cosom бренды аҫтында пластик сәкәндәр сығара башлай. Киләһе йыл дауамында Cosom — хоккей АҠШ һәм Канада, әммә башлыса балалар һәм үҫмерҙәр араһында.

Шул уҡ ваҡытта сәкән Cosom эләгә Швеция, ҙур популярлыҡ яулаған, айырыуса университет, мәктәп һәм балалар спорт клубы. Был ваҡытта уйын төрлө исем аҫтында билдәле була: пластик бенди, софт-бенди, залда бенди.

1970 йылда флорбол үҫеш алыу менән, берҙәм стандарттар һәм ниндәйҙер уйын ҡағиҙәләре эшләргә кәрәк икәнлеге асыҡлана. Флорболдың хәҙерге заман төрөнә яҡыны барлыҡҡа килә. Шуға күрә, хәҙерге флорбол нәҡ Швецияла 1970 йылда барлыҡҡа килгән тип һанала. Швецияла был уйын innebandy (ябыҡ бинала туплы хоккей уйнау) тигән исем алған. Был исем уларҙың сәкәндәренең икеһенең дә бенди өсөн ҡулланылған сәкәнгә оҡшаған булыуынан килеп сыҡҡан.

Уйын Швецияла бик тиҙ арала киң таралыш ала. Финляндия менән Швейцария ла флорболды үҙ итәләр. Швейцарияла ул unihockey (унификацияланған хоккей) тигән исем аҫтында билдәлелек яулай, был күренеш әлеге спорт төрөнөң күп төрлө формаларҙа йәшәү мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Финляндияға флорбол тәү башта 3х3 форматында килеп эләгә. Һуңғараҡ флорбол был илдә, Швециялағы кеүек үк, salibandy тигән исем ала, атама бина эсендә йәки ябыулы урында туплы хоккей уйнау тигәнде аңлата[1].

1981 йылда беренсе милли ассоциация — Швед флорбол федерацияһы барлыҡҡа килә. 1983 йылда, һис тә көтмәгәндә, тағы бер милли ассоциация — Япон флорбол ассоциацияһы төҙөлә. Таканобу Йосино Япон флорболының символына әүерелә. 1985 йылда милли федерациялар Швейцарияла һәм Финляндияла ойошторола, ә 1986 йылда улар шведтар менән берлектә Халыҡ — ара флорбол федерацияһы IFF-ҡа нигеҙ һала. Был ваҡиға швед ҡалаһы Хускварнала[2] була.

Флорбол өсөн кәрәкле кейемдең осһоҙ булыуы 1990 йылда яңы спорт төрөнөң популярлығын арттырыуҙа өҫтәмә импульс бире. Ул осорҙа, әйтергә кәрәк, иҡтисади рецессия бик күп балалар спорт клубтарын күмәкләп ҡатнашырҙай мауығыу сараларының төрлө арзан варианттарын эҙләргә мәжбүр итте.

1991 йылда IFF-ға Дания һәм Норвегия өҫтәлә. 1992 йылда Цюрих ҡалаһында IFF үҙенең тәүге конгресын үткәрә, унда Пекка Мукал федерация президенты итеп һайлана, уны был поста Андраша Цитрома алмаштыра.

1993 йылда IFF эгидаһы аҫтында тәүге халыҡ-ара клуб турниры — Европа кубогы ойошторола. Уның ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы матчтары — Хельсинкиҙа, ә ир-егеттәр араһындағыһы Стокгольмда үтә.

1994 йылда IFF эгидаһы аҫтындағы йыйылма командалар араһында беренсе тапҡыр халыҡ-ара турнир ойошторола. Һәм ул ир-егеттәр араһында Европа чемпионатын үткәреү була. Финляндияла үткән был ярыштарҙа, хужаларҙан тыш, тағы ла 7 команда ҡатнаша: Чехия, Дания, Венгрия, Норвегия, Рәсәй,Швеция һәм Швейцария. Финалда шведтар күршеләре Финляндия спортсыларынан көслөрәк булып сыға һәм 4:1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшә, шулай итеп, тарихта тәүгеләрҙән булып, улар Европа чемпионы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булалар.

Флорбол был ваҡытта бөтә донъя буйлап таралыуын дауам итә. IFF составына Япония һәм АҠШ та ҡушыла.

1995 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге, ә ир-егеттәр араһында икенсе Европа чемпионаты ойошторола. Ике турнир ҙа Швейцарияла үтә. Унда Япония йыйылма командаһы сығыш яһай алһын өсөн, чемпионатҡа асыҡ тигән статус бирелә.

1996 йылда Швецияла тарихта беренсе тапҡыр ир-егеттәр араһында Донъя чемпионаты үтә. Был ярыштарҙың финалы стадионға 15 106 көйәрмәнде йәлеп итә. Көтөлгәнсә, ярыш хужалары еңеүсе була. 1996 йылда Океаниянан тәүге ил — Австралия Халыҡ-ара флорбол федерацияһына ҡушыла. IFF офисы Швецияға күсерелә, һәм унда беренсе хеҙмәткәр — Штефан Кратц эш башлай.

1997 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе тапҡыр Донъя чемпионаты ойошторола. Турнир фин ҡалаһы Оландта үтә. Швеция ҡыҙҙары еңеүгә өлгәшә, улар финалда ярыш хужаларын 4:2 иҫәбе менән оталар.

IFF ағзалары һаны артҡанлыҡтан, 1998 йылда ир-егеттәр араһында үткән икенсе Донъя чемпионаты ике дивизионға — A һәм B дивизиондарына бүленә.

1999 йылда Көньяҡ Америка вәкиле — Бразилия беренсе тапҡыр IFF ағзаһы була. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Донъя чемпионатында финдәр тарихта тәүге тапҡыр еңеү яулай. Ир-егеттәрҙең турнирындағы кеүек, уларҙыҡы ла ике дивизионға бүленә[3].

1990 йылдар аҙағында, профессиональ танылыуға дәғүә итеү өсөн, донъя кимәлендә популярлыҡ яулай барған флорбол ҙур танылыу таба. 2000 йылда IFF GAISF (International Federation General Association of Sports) составында ваҡытлы ағзалыҡҡа эйә була.

2001 йылда йәш флоболсылар өсөн тәүге тапҡыр халыҡ-ара турнир ойошторола. Үҫмерҙәрҙең донъя чемпионаты (19 йәшкә тиклемге егеттәр өсөн) Германияла үткәрелә. 2002 йылда Швецияла флорбол буйынса Университеттарҙың донъя чемпионаты үтә.

2003 йылда IFF Халыҡ-ара олимпия комитетына (МОК) был спорт төрөн таныуҙы үтенеп ғариза бирә. Әммә был ғариза, МОК уларҙы ҡарау ҡағиҙәләрен үҙгәрткәнлектән, ҡаралмайынса ҡала. Ағымдағы йылда IFF ВАДА менән антидопинг кодексы буйынса килешеү төҙөй. IFF 2004 йылдың 20 майынан GAISF-тың тулы ағзаһы булыуға өлгәшә, һәм ул үҙ исемен СпортАккорд тип үҙгәртә.

2004 йылда шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында (19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар) Донъя чемпионаты үткәрелә, ул Финляндияла уҙа. Бынан тыш, ирҙәр араһында үткән Донъя чемпионатына С дивизионы өҫтәлә.

2005 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы Донъя чемпионаты тәүге тапҡыр Европанан ситтә — Сингапурҙа үткәрелә. Шулай Швейцария ҡыҙҙары тәүге тапҡыр уның еңеүсеһе була. Ошо уҡ йылда IFF офисы Хельсинкиға күсерелә, ә хеҙмәткәрҙәр һаны 3 кешегә тиклем арта. Шулай уҡ 2005 йылда Азияла һәм Океанияла флорбол үҫешен тиҙләтеү маҡсаттынан IFF Азия һәм Океанияла флорбол конфедерацияһын (AOFC) төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһай. Һуңынан AOFC офисы Сингапурҙа урынлаша.

2007 йылда IFF, флорболдың артабанғы үҫешен тәьмин итеү өсөн, Халыҡ-ара ярыштар календарын үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Үҫмерҙәрҙең Донъя чемпионаты өсөн квалификациланған турнир талап ителә, ә Еврофлорбол-кубогы (ул Европа кубогын алмаштыра) квалификациялар һаны берәүҙән өскә тиклем арттырыла. Чехиялағы Халыҡ-ара спорт федерацияһы мәктәбе ISF-ла Мәктәптәрҙең беренсе донъя чемпионатын үткәрә. Декабрь айында IFF был спорт төрөн таныуҙы үтенеп, МОК-ҡа икенсе тапҡыр ғариза бирә.

2008 йылдың 11 декабрендә МОК IFF-ға ваҡытлы комитеты ағзаһы булыу мөмкинлеге бирә. Офис хеҙмәткәрҙәре һаны биш кешегә тиклем арта. Африка илдәренең беренсеһе — Сьерра-Леон IFF ағзаһы булыу хоҡуғына эйә була. 2009 йылда йылда IFF ВАДА менән антидопинг кодексы буйынса яңыртылан килешеү төҙөй. Шулай уҡ яңыртылған уйын ҡағиҙәләре лә ҡабул ителә, улар 2010/2011 миҙгел башынан үҙ көсөнә инә.

2011 йылдың 8 июлендә IFF МОК-тың рәсми рәүештә танылған тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнә. Шул уҡ йылда IFF халыҡ-ара клуб турниры — Чемпиондар Кубогын ойоштора, ул октябрь айында Чехияла уйнатыла. Еврофлорбол-кубокты үткәреү схемаһы ла шуға ярашлы үҙгәртелә IFF-та ағзалыҡта тороусылар һаны кәмендә 54-кә тиклем арта[4].

2013 йылдың 27 майынан Халыҡ-ара флорбол федерацияһы Бөтә донъя уйындарының халыҡ-ара ассоциацияһына ағза булып инә. Шулай итеп, флорбол Бөтә донъя уйындарында — Олимпия уйындары программаһына индерелмәгән спорт төрҙәренең халыҡ-ара ярыштарында сығыш яһау хоҡуғы ала[5].

Уйында ике команда ҡатнаша. Төп маҡсаты булып, дәғүәсе ҡапҡаһына, ҡағиҙәне боҙмайынса ғына, мөмкин тиклем күберәк гол индереү тора. Ғәҙәттә, осрашыуҙар тигеҙ һәм ныҡ иҙәнле бина эсендә үткәрелә[6]. Туп бөтә ялан уйынсыларында ла булған сәкән ярҙамында контролдә тотола. Тупты аяҡ менән туҡтатырға була, ләкин ҡапҡаға тибеү һәм пас биреү тыйыла.

Уйын 40×20 метр ҙурлыҡтағы бортигы ябыулы һәм тура мөйөшлө майҙанда үтә[7]. Ҡапҡаларҙың ҙурлығы1,60 на 1,15 метр тәшкил итә[8].

Уйын 20 минутлыҡ өс осорға бүленә, ләкин балалар ярыштарында периодтар һаны икегә тиклем кәметелергә мөмкин, ә һәр период арауығы — 15 минуттан тора. Уйын ваҡыты «таҙа» тигәндә, уйын туҡтатылғанда ваҡытты һанау ҙа туҡтыла һәм уйын яңынан башланһа, ваҡытты һанау ҙа яңынан тергеҙелә. Әгәр еңеүселәрҙе билдәләү мотлаҡ булған уйын тигеҙ иҫәп менән тамаланһа, 10 минутлыҡ өҫтәмә ваҡыт бирелә. Әгәр ҙә өҫтәмә ваҡытта ла еңеүсе асыҡлмаһа, һәр яҡтан штрафлы 5-әр һелтәү серияһы ҡарала. Әгәр бынан һуң иҫәп тигеҙ килеш ҡалһа, һәр ике яҡтың баяғы уҡ уйынсылар туп һуғыуһы сиратлап дауам итәләр (сиратта бынан алдағы тәртип һағланмаһа ла була). Туп һуғыу командаларҙың береһе ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшкәнгә тиклем дауам итә[9].

Һәр командаға 20-шәр уйынсы алырға рөхсәт ителә. Әммә майҙанда бер команданан бер юлы алты уйынсы ғына уйнай ала, шулай уҡ тейешенсә кейенгән бер генә голкипер булырға тейеш[10]. Уйын барышында уйынсыларҙы ккүпме теләйһең, шунса алмаштырырға була, алмаштырыу ваҡытында уйын туҡтатылмай[11].

Матч тиң хоҡуҡлы ике орбитр тарафынан хеҙмәтләндерелә[12].

Стандарт ситуациялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Флорбол матчы барышында бәхәсле тупты уйнатыу

Флорболда түбәндәге стандарт ситуацияларҙы билдәләйҙәр: бәхәсле тупты уйнатыу, башлап һуғыу, ирекле һуғыу һәм штрафлы һуғыуҙар.

Һәр матч һәм һәр осор бәхәсле тупты уйнатыуҙан башлана. Шулай уҡ бәхәсле туп гол индерелгәндән һуң да уйнатыла. Бынан тыш, бәхәсле тупты уйнатыу уйын туҡтатылғанда, әммә командаларҙың береһе лә башлап һуғыуға эйә булмағанда ҡулланыла. Осор башында йәки гол индерелгәндән һуң, туп үҙәк нөктәлә уйнатыла. Башҡа осраҡтарҙа — уйын туҡтатылған урынға яҡын «киҫелештә» (бәхәсле тупты уйнатыу нөктәһе).

Туп майҙандан ситкә киткән осраҡта, башлап һуғыу тәғәйенләнә. Башлап һуғыу туптың майҙандан ситкә киткән урынын, борттан 1,5 метр алыҫлыҡта урынлашҡан нөктәнән атҡарыла, әммә ул ҡапҡаның уйлап сығарылған һыҙығынан һуғылырға тейеш түгел. Тупты уйынға бары тик сәкән ярҙамында ғына индерәләр[13].

Билдәле бер ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарында ирекле һуғыу тәғәйенләнә. Ҡағиҙә боҙолған ерҙәге нөктәнән ирекле тибеү билдәләнә. Ҡағиҙәне боҙоу ҡапҡа янындағы йәки уға яҡын ерҙәге уйлап сығаралған һыҙыҡтан ары булһа, был осраҡ иҫкәрмә булараҡ ҡарала. Был осраҡта ирекле һуғыу бәхәсле туп уйнатыла торған нөктәгә иң яҡын булған ерҙә үткәрелә. Әгәр ҡағиҙәне боҙоу ҡапҡа биләмәһенән 3,5 метрҙан яҡыныраҡ урында булһа, уп шулай уҡ ҡапҡа һаҡсыһы биләмәһенән 3,5 метр алыҫлыҡҡа сығарыла. Ирекле тибеүҙе атҡарған уйынсы икенсе берәй уйынсы тупҡа теймәй тороп, тупҡа ҡағылырға тейеш түгел[14].

Әгәр ҙә гол индереү ваҡиғаһы башҡа ваҡыттағы ҡәҙимге ирекле һуғыуға йәки уйындан ситләтеүгә алып килгән ҡағиҙәне боҙоп туҡтатылһа, штрафлы һуғыу тәғәйенләнә. Штраф майҙанындағы ҡағиҙә боҙоу автоматик штраф һуғыу билдәләүгә алып килә тигәнде аңлатмай[15]. Штраф һуғыуын үтәгән ваҡытта, дәғүәселәрҙең туп типкән уйынсыһы менән ҡапҡа һаҡсыһынан башҡалар барыһы ла үҙҙәренең алмашыныу биләмәләрендә булырға тейеш. Ҡапҡа һаҡсыһы үҙ ҡапҡаһы һыҙығында торорға тейеш. Штраф тибеүе үҙәктәге нөктәнән үтәлә. Уны үтәгән уйынсы тупҡа күпме теләй, шунса таҡыр ҡағыла ала, ләкин уға тупты тик һөжүм ителәсәк ҡапҡа яғына ғына шылдырырға рөхсәт ителә. Ҡапҡа һаҡсыһы тупҡа тейеү менән, туп һуҡҡан уйынсыға тупҡа ҡағылыу тыйыла[16].

Ирекле һәм штрафлы һуғыуҙан тыш, ҡағиҙә боҙоусыларҙы уйындан ситләтеп тә язалау ҡаралған. Уйындан ситләтеү ике төрлө: шәхси һәм бөтә команданыҡы була. Бөтә команданың уйындан ситләтелеүе ике йә биш минутлыҡ, ҡағиҙә боҙоуҙың күләменә ҡарап, шәхси ситләтеүҙәр — 10 минуттан алып, матч аҙағына тиклем булырға мөмкин.

Ғөмүмән, штраф ваҡытын, ҡағиҙә боҙоу арҡаһында уйындан ситләтелгән уйынсы махсус штраф эскәмйәһендә үткәрергә бурыслы[17].

Әгәр ике минутлыҡ уйындан ситләтеү ваҡытында яза алған команда ҡапҡаһына гол индерелһә, штраф иҫәпләү ваҡыты туҡтатыла, һәм уйындан ситләтелгән уйынсы кире майҙанға сыға[18]. Ике минутлыҡ уйындан ситләтеү ваҡытынан айырмалы, уйындан 5 минутҡа ситләтелгәнендә яза алған команда ҡапҡаһына гол индерелһә, штраф иҫәпләү ваҡыты туҡтатылмай, шулай итеп, уйындан ситләтелгән уйынсы штрафты тулы күләмдә күтәрә[19].

Шәхси штраф команданыҡы менән бер үк ваҡытта ғына була ала, һәм команданың штраф ваҡыты бөтмәй тороп, шәхси штраф ваҡыты туҡтатыла алмай. Шәхси ситләтеү тик айырым бер уйынсыға ҡарата ғына ҡулланыла, шуға күрә уның урынын майҙанда ошо уҡ команданан икенсе бер уйынсы алыуы ихтимал[20]. Уйынсының уйындан ситләтелгән ваҡытында индерелгән гол уның майҙанға сығыуына сәбәп була алмай[21].

Бөтә команданың уйындан ситләтелеүенә алып килгән 10 минутлыҡ шәхси штрафты судья уйынсының спорт өсөн ят булған тәртибе өсөн билдәләй.Үтә тупаҫ ҡағиҙә боҙған уйынсы матч-штраф менән язалана. Был осраҡта ул шунда уҡ сисенеп кейенеү бүлмәһенә үтергә тейеш, һәм ул матчта артабан ҡатнашыу хоҡуғы юғалта. Матч-штраф һәр ваҡыт команданы 5 минутҡа уйындан ситләтеүгә алып килә. Команда капитаны барыһы өсөн язаны үтәргә тейеш уйынсыны һайлай, һәм ул ошо ваҡытты штрафлылар эскәмйәһендә үткәрә[22].

Кейемдәре һәм инвентарь

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Флорбол тубы (аҡ төҫтә)

Һәр команданың бөтә ялан уйынсылары ла бер төрлө формала булырға тейеш. Бындай форма футболканан, шортынан һәм гетрынан тора. Ҡатын-ҡыҙҙарға шортыларҙы итәк йәки күлдәккә (футболка менән итәк бер бөтөн кеүек) алмаштырырға ла рөхсәт ителә. Формалар ирекле төҫтә булырға мөмкин, ләкин футболкалар һор төҫтә булмаҫҡа тейеш[23].

Уйынға тик сертифицияланған туптар ғына рөхсәт ителә. Туп пластмассанан яһалырға тейеш, уның диаметры 72 мм тәшкил итә, мөмкин булған ауырлығы — 23 грамм. Туптың 26 тишеге була. Ул нефлюоресцент буяу менән буялырға һәм бер генә тонда булырға тейеш ине[24].

Сәкәндәр ҙә шулай уҡ мотлаҡ сертификация үткән булырға тейеш. Сәкәндең һабын ҡыҫҡартырға, тота торған еренән юғары урынын берәй урама менән ҡапларға һәм ырғағын алмаштырырға рөхсәт ителә, был әйтелгәндәрҙән башҡа бер ниндәй ҙә манипуляция рөхсәт ителмәй. Ғәҙәттә, сәкән пластиктан эшләнә, уның оҙонлоғо — 105 сантиметрҙан, ә ауырлығы 350 грамдан артмаҫҡа тейеш. Ырғаҡтың да осло (таяҡтың фирмаһы менән ырғаҡтың фирмаһы тап килергә тейеш) булыуы рөхсәт ителмәй, һәм уның оҙонлоғо 30 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Ырғаҡты бөкләү һәм уны алмаштырыу рөхсәт ителә[25].

Ялан уйынсыларынан айырмалы рәүештә, голкиперҙарға сәкән ҡулланыу рөхсәт ителмәй. Ҡапҡа һаҡсыларының экипировкаһында битлек ҡаралған, ул битте туп тейеүҙән һаҡлай[26].

Милли ассоциациялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флорбол буйынса милли ассоциациялартүбәндәге йылдарҙа ойошторолдо:

  1. This is Floorball 2011. p. 13
  2. Овчинников Ю. Д., Сергеев С. В. Флорбол: от истории игры к биомеханическим движениям // Актуальные проблемы гуманитарных и естественных наук, № 3-2, 2015
  3. This is Floorball 2011. p. 14
  4. This is Floorball 2011. p. 15
  5. IFF accepted as International World Games Association member  (инг.), International Floorball Federation (27 May 2013). 27 май 2013 тикшерелгән.
  6. This is Floorball. p. 5
  7. Rules of the Game. 101 Dimensions of the rink.
  8. Rules of the Game. 103 Goal cages.
  9. Rules of the Game. 204 Penalty shots after extra time.
  10. Rules of the Game. 301 Players.
  11. Rules of the Game. 302 Substitution of players.
  12. Rules of the Game. 306 Referees.
  13. Rules of the Game. 504 Hit-in.
  14. Rules of the Game. 506 Free-hit.
  15. Rules of the Game. 510 Offences leading to a penalty shot.
  16. Rules of the Game. 508 Penalty shot.
  17. Rules of the Game. 601 General regulations for penalties.
  18. Rules of the Game. 603 2 minute bench penalty.
  19. Rules of the Game. 606 5 minute bench penalty.
  20. Rules of the Game. 608 Personal penalty.
  21. Rules of the Game. 609 10 minute bench penalty.
  22. Rules of the Game. 611 Match penalty.
  23. Rules of the Game. 401 The players' clothing.
  24. Rules of the Game. 406 Ball.
  25. Rules of the Game. 407 Stick.
  26. Rules of the Game. 403 Particular goalkeeper’s equipment.