Эстәлеккә күсергә

Заяц Антонина Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Заяц Антонина Николаевна
Тыуған көнө 27 август 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш)

Заяц Антонина Николаевна (27 август 1953 йыл) — ҡурсаҡтар уйнатыусы актёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008) һəм атҡаҙанған (1992) артисы.

Антонина Николаевна Заяц 1953 йылдың 27 авгусында Иваново ҡалаһында тыуған. 1978 йылда Горький театр училищеһын тамамлағандан һуң (Ю. М. Копылов курсы) Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актёрға төрлө ҡурсаҡтар менән оҫта уйнау, сағыу үҙенсəлек, музыкаль һəлəт хас.

Төп ролдəре:

  • Дөйəғош балаһы («Мин — себеш, һин — себеш» — «Я — цыплёнок, ты — цыплёнок», Г. Д. Усач һəм Е. П. Чеповецкий; дебют, 1978);
  • Сита («Һинд легендаһы» — «Индийская легенда», «Рамаяна» поэмаһы буйынса Н. Р. Гусева һəм С. И. Потабенко спектакле);
  • Беренсе ҡатын («Илаһи комедия» — «Божественная комедия», И. В. Шток);
  • Ғәлимә — «Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури;
  • Афродита — «Ташлама утты, Прометей!», М. Кәрим;
  • Төлкө — «Сүллек өҫтөндә йондоҙҙар», А. Экзюпери;
  • Кәзә — «Бесәй йорто», С. Маршак;
  • Хемуля — «Про Муми-дом и всех, кто в нем», А. Баранов;
  • Тауыҡ — «Төлкө балаһы хәйләкәр булырға теләмәй»;

А. С. Волков, Ю. В. Заяц менән берлектə «Самауыр» күсмə ҡурсаҡ театры ойоштора (1996, 2008 йылдан алып «Ал сəскə» тип атала), унда «Мөғжизəле балдаҡ» — «Волшебное кольцо» спектаклендə (Б. В. Шергиндың шул уҡ исемле əкиəте буйынса) Мамка, Бесəй, Эт ролдəрен башҡара — Бөтə Рəсəй ҡурсаҡ театрҙарының «Муравейник» фестивале лауреаты, Иваново, 1997; халыҡ‑ара университет театрҙары (Кукута ҡалаһы) һəм йəштəр театрҙары (Меситас ҡалаһы) фестивалдəре дипломанты; икеһе лə — Колумбия, 1999].

Ҡурсаҡ театры сəхнəһендə И. Р. Əлмөхəмəтовтың «Бəлəкəй гном» (2001), Н. В. Гернеттың «Фил балаһы» («Слонёнок»; 2004) спектаклдəрен ҡуя.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]