Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы
Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 май 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Түбәнге Үтәш, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | телетапшырыуҙар алып барыусы |
Эш урыны | Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (16 май 1960 йыл) — телетапшырыуҙар алып барыусы, 1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002). Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзина 1960 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ы[3] Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында тыуған.
Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында уҡый (1977—1982).
1982 йылдан Балаҡатай районының Майғазы урта мәктәбендә химия фәненән уҡыта.
1983 йылдан Башҡорт АССР-ы телевидение һәм радио тапшырыуҙары дәүләт комитетында эшләй.
1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телевидение менән хеҙмәттәшлеге Башҡорт республика интернат-мәктәбендә уҡыған сағында уҡ башлана — Флүрә «Йәйғор» программаһының балалар өсөн тапшырыуҙарын алып бара. 1983 йылдан «Һеҙҙең хаттар буйынса», «Йәйғор» әҙәби-музыка тапшырыуҙарының режиссёр ассистенты, сығарыу бүлеге мөхәррире һәм бер үк ваҡытта алып барыусы булып эшләй. Д. Исламовтың повесы буйынса башҡорт телендә төшөрөләгән «Мадам Баттерфляй» фильмында ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәи киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).
- Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009).
- «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл» миҙалы (2019)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Легендарный диктор башкирского телевидения Флюра Мурзина, получила звание заслуженного работника РФ
- ↑ Муниципаль район Балаҡатай районы Советының 153-се ҡарары (2009 йыл 17 сентябрь).
- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Флүрә Мурзина, ГТРК «Башҡортостан» сайтында шәхси сәхифәһе 2020 йыл 14 август архивланған.
- Флүрә Мурзина, Балаҡатай районы сайтында шәхси сәхифәһе 2021 йыл 29 октябрь архивланған.