Ханов Рәфил Лотфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ханов Рәфил Лотфулла улы
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Клуб

СССР «Локомотив», «Труд», «Уфимец» (Уфа)

Тыуған датаһы

16 май 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған ере

Йәмәй ауылы,
Саҡмағош районы,
Башҡорт АССР-ы, СССР

Тренеры

Борис Мосиевич[1],
Гавриил Аферин[2]

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Рәфил Ханов

Ханов Рәфил Лотфулла улы (16 май 1946 йыл) — совет спортсыһы һәм ауыр атлетика буйынса тренер; СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993)[3]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәфил Лотфулла улы Ханов 1946 йылдың 16 майында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районындағы Йәмәй ауылында тыуған.

«Локомотив» (тренеры Б. М. Мосиевич) һәм «Хеҙмәт» (тренеры Г. Л. Аферин) спорт йәмғиәттәре тәрбиәләнеүсеһе.

19701972 йылдарҙа СССР ауыр атлетика йыйылма командаһы ағзаһы. РСФСР чемпионы була (1969), СССР кубогының (1971) һәм РСФСР чемпионатының (1970) көмөш призеры, шулай уҡ СССР (1972) һәм РСФСР (19711972) чемпионаттарының бронза призеры.

1980 йылдан алып Ханов Рәфил тренерлыҡ эше менән шөғөлләнә. «Башстрой» территориаль берекмәһенең 3-сө төҙөлөш тресы «Өфөлө» спорт клубы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, 2005 йылдан — «Уфимец» олимпия резервы спорт мәктәбендә (Өфө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) тренер-уҡытыусы булып эшләй. Юғары квалификация категориялы тренер[4].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Рәфил Хановтың улы һәм ейәнсәре

Хановтар ғаиләһе Өфөнөң спорт биографияһында үҙенсәлекле ғаилә булып тора. Был ауыр атлеттар ғаилә командаһында — ике халыҡ-ара класлы спорт мастеры, спорт мастеры һәм мастерлыҡҡа кандидат. Рәфил Хановтың улы — Рафаэль[5], шулай уҡ спротсы-ауыр атлет булып китә. Уның ейәнсәре Эльвина 1992 йылғы һәм унан кесерәк спортсылар араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш призеры була. Ошо уҡ ярыштарҙа Эльвинаның һеңлеһе — Гүзәл ҡатнаша һәм спорт мастерлығына кандидат нормативтарын раҫлай[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мосиевич Борис Михайлович
  2. АФЕРИН Гавриил Лукьянович
  3. Указ Президиума ВС РБ от 13.05.1993 № 6-2/189г О присвоении почетного звания «Заслуженный работник физической культуры Республики Башкортостан» Ханову Р. Л.
  4. Тренерский состав — СШОР Уфимец
  5. Ханов Рафаэль Рафилович
  6. Железный аргумент Эльвины

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]