Байконур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Байконур
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1955
Хөрмәтенә аталған Байҡоңыр
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе[d]
Геоданные Data:Baikonur Cosmodrome.map
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 90 метр
Хеҙмәтләндереүсе Федераль космос агентлығы[d]
Рәсми асылған ваҡыты 1955[1][2]
Обслуживаемый город Байҡоңыр
Commons-logo.svg Байконур Викимилектә

Байконур космодромы (ҡаҙ. Байқоңыр / Baiqoñyr — «бай үҙән») — беренсе, шулай уҡ донъялағы иң ҙур космодром, уны Советтар Союзы 1955 йылдың 12 ғинуарында Ҡаҙаҡ ССР-ы территориянда төҙөй башлай һәм 1957 йылдың 15 майында сафҡа индерә.

Космодром Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе территорияһында, Ҡазалы ҡалаһы һәм Жосалы ҡасабаһы араһында, Тюрата ҡасабаһы янында урынлашҡан. Был ҡасабаға яҡын урынлашҡанлыҡтан, халыҡ-ара спутник белешмәләрендә «Tyuratam Missile and Space Complex» (TTMTR) булараҡ билдәләнелә. 6717  км² майҙанды биләй.

Космодром һәм Байконур ҡалаһы (1995 йылға тиклем — Ленинск ҡалаһы) бергә «Байконур» комплексын барлыҡҡа килтерә. Комплекс ракета-ташыусыларҙы осороп ебәреү өсөн ҡулланылған туғыҙ типтағы 15 старт комплексын, континент-ара баллистик ракеталарҙы һынау өсөн 4 осороу ҡоролмаһын, 11 монтаж-һынау корпусын (МИК) һәм башҡа инфраструктураны үҙ эсенә ала.

1991 йылдың 26 декабрендә ССР Союзы тарҡалғанға тиклем СССР-ҙың беренсе һәм төп космодромы була, артабан космодром союз ҡарамағынан бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстан Республикаһы милкенә күсә.

Хәҙер Байконур комплексын Рәсәй етәкселеге Ҡаҙағстан етәкселегенән ҡуртымға алған (2050 йылға тиклемге осорға ҡуртым килешеүе төҙөлгән)[3]. Космодромды бер йыл файҙаланыу Рәсәйгә яҡынса 9 млрд. һумға төшә (был сумма эсенә Байконур комплексын ҡуртымға алған өсөн яҡынса 7,4 млрд һум, космодром объекттарын эшкә яраҡлы хәлдә тотоу өсөн яҡынса 1,5 млрд һум инә). Ҡуртым өсөн түләнгән хаҡ «Роскосмос» бюджетының дөйөм суммаһының 4,2 процентын тәшкил итә (2012 йылға ҡарата)[4]. Бынан тыш Рәсәй федераль бюджетынан Байконур ҡалаһы бюджетына йыл һайын 1,16 млрд. һум кире ҡайтарылмай торған аҡса күсерелә (2012 йылға ҡарата)[5]. Дөйөм алғанда, космодром һәм ҡала бюджетына Рәсәй йыл һайын 10,16 млрд һум аҡса тотона.

Бер нисә йыл дауамында Рәсәй Байконур космодромынан йыһан караптарын осороу буйынса алдынғы урынды алып тора, икенсе урында — Флорид штатының Канаверал мороно районындағы старт комплекстары (НАСА һәм АҠШ-тың Йыһан көстәренеке), ә өсөнсө урында — Гвиана Космос үҙәге (Европа космик агентлығы (ЕКА) космодромы (Францияның Гвиана департаменты). Атап әйткәндә, 2015 йылда Байконурҙан 18 ракета-ташыусы йыһан киңлегенә оҙатыла (икенсе урынды АҠШ-тың Канаверал моронондағы космодромы биләй, унан бер йылда 17 йыһан карабы оҙатыла, өсөнсө урында — Гвиана Космос үҙәге (Францияның Гвиана депатаментындағы ЕКА космодромы), унан бер йылда 12 йыһан карабы осорола[6]. 2016 йылдан алып Канаверал моронондағы космодром (АҠШ) йыһанға осоролған космос караптарының һаны буйынса лидер булып килә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Водород бомбаһын ташыу өсөн эшләнгән, артабан кешене йыһанға осороу өсөн ракета-ташыусыны эшләү өсөн прототип булараҡ файҙаланылған континент-ара баллистик ракета (МБР) Р-7 һынауҙар үткәреү өсөн яңы полигон булдырыуҙы талап итә (элек совет ракеталары Әстерхан өлкәһендә Капустин Ярҙағы полигонда һынау үтә).

1954 йылда полигон төҙөү өсөн урын һайлау буйынса комиссия эшләй, ул түбәндәге критерийҙарға таянып эш итә[7]:

  • киң, әммә ауыл хужалығында бик аҙ ҡулланылған ер (ракета йыһанға сыҡҡанда уның янып ҡолаған өлөштәре төшәсәк районда байтаҡ майҙандар ҡулланылыштан алынырға тейеш була, шуға ла осош трассаһы ҙур тораҡ пункты өҫтөнән үтмәҫкә тейеш);
  • төрлө йөктәрҙе, шул иҫәптән ракета блоктарын космодромға килтереү өсөн тимер юл магистраленең булыуы мотлаҡ;
  • полигонды ҙур күләмдә эсәр һәм технологик һыу менән тәьмин итеү өсөн ышаныслы сөсө һыу сығанаҡтары булырға тейеш;
  • ракета старт алған урын һәм уның баш өлөшөнөң төшкән урынының араһы 7.000 километрҙан кәм булмаҫҡа тейеш (Камчаткалағы Кур полигоны).

Полигонды урынлаштырыу мөмкин булған бер нисә вариант ҡарала: Мари АССР-Ы, Дағстан (Каспий диңгеҙенең көнбайыш яр буйҙары), Әстерхан (Харабали ҡалаһы янында) һәм Ҡыҙылорда өлкәләре. Тағы ла бер мөһим фактор була: Р-7 ракеталарының тәүге модификацияларына радио менән идара итеү системаһы йыһазландырыла. Ул эшләһен өсөн ерҙәге өс нөктәнән радиокоманда бирелергә тейеш: был нөктә старт бирелгән урынға ҡарата симметрик рәүештә ике яҡта, ә өсөнсө нөктәнең старттан алып осоу трассаһы буйынса 300—500 км алыҫлыҡта урышлашыуы мотлаҡ. Ошо фактор һуңғы ҡарарҙы сығара ла инде: Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе һайлана, сөнки мари вариантында радио менән идара итеү системаһы үтеп сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡ һәм урманда, ә Дағстанда тауҙар араһында, Әстерханда иһә Каспий диңгеҙендә урынлашыр ине.

Шулай итеп, полигон өсөн Ҡаҙағстандың Арал диңгеҙенән көнсығышҡа табан йәйрәп ятҡан сүллек һайлана. Өҫтәүенә яҡында ғына Урта Азияның ҙур йылғаларының береһе Һырдарья аға, МәскәүТашкент тимер юлы ла яҡында ғына[8]. Йылына 300 көндөң ҡояшлы һәм экваторға яҡынлығы ла иҫәпкә алына. Байконур киңлегенд Ерҙең тәүлек әйләнешенең секундына 316 метр тәшкил итә,ә Плесецкиҙа — 212 м/с[9].

Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Урҙа өлкәһендәге Космодром Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе территорияһында, Ҡазалы ҡалаһы һәм Жосалы ҡасабаһы араһында, Тюрата ҡасабаһы янында урынлашҡан. Ҡазалы һәм Жосалырайондары араһындағы буш ятҡан ер полигон өсөн бүленә. Урта Азия тимер юлының Тюра-Там разъезы (хәҙерге исеме Торета) яҡында ғына ята. 1954 йылдың декабренән 1955 йылдың майына тиклем был урында составына тиҫтәгә яҡын төрлө хәрби һөнәр белгестәре ингән рекогносцировка экспедицияһы эшләй: Капустин Яр полигонынан ракетчиктар, ЦПИ-31-ҙән хәрби объекттарҙы төҙөүсе-проектлаусылар, Оборона министрлығының ракеталар буйынса ғилми тикшеренеү институты белгестәре, хәрби табип-эпидемиологтар, радиотулҡындар таралыуы буйынса белгестәр, топографтар, геологтар. Экспедиция тимер юл пассажирҙар вагондарына урынлаштырыла, бының өсөн Жосалы станцияһында ике рәт сәнскеле сым менән уратып алынған махсус тупик урыны булдырыла. Төркөстан хәрби округынан командировкаға ебәрелгән автобатальонда шул территорияла урынлаша. Жосалы аэродромды яңыртыла һәм киңәйтелә, өс Ли-2 һәм алты еңел Ан-2 транспорт самолеттары эскадрильяһы килтерелә. Был районға шартлы «Леоновка районы» тигән исем бирелә.[10]

1955 йылдың 12 февралендә КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының берлектәге ҡарары № 292-181сс менән СССР Оборона министрлығының (НИИП № 5 МО СССР) ракета техникаһын һынау өсөн тәғәйенләнгән 5-се фәнни-тикшеренеү һынау полигоны раҫлана. 1955 йылдың беренсе яртыһында полигон төҙөлгән райондың шартлы исеме «Тайга» була.

Төҙөләш етәксеһе итеп төҙөүсе генерал-майор Г. М. Шубник тәғәйенләнә. 1955 йылдың 12 ғинуарында Тюра-Там станцияһына тәүге хәрби төҙөүселәр отряды килә.

1955 йыл ҡышының икенсе яртыһында полигонда төҙөлөш эштәре башлана. Башта хәрби төҙөүселәр палатка йәшәй, яҙын Һырдарья ярында беренсе землянкалар барлыҡҡа килә, ә 1955 йылдың 5 майында торлаҡ ҡалаһында тәүге капиталь (ағас) йортҡа нигеҙ һалына. Шул уҡ көндө, 1957 йылдың 5 майында, махсус комиссия полигондың тәүге старт комплексын, ҡабул итә, ә 6 майҙа беренсе Р-7 ракетаһы был комплексҡа ҡуйыла.

1955 йылдың 2 июне космодромдың рәсми тыуған көнө тип иҫәпләнә, тап шул көндө ген. штаб директиваһы менән бишенсе ғилми-тикшеренеү полигонының штат структураһы раҫлана һәм һынау полигонының штабы — 11284-се ғәскәри часть булдырыла. Һынауҙарҙы башлау һәм йыһанға объекттарҙы осороу мәлендә полигонда 527 инженер һәм 237 техник була, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны — 3 600 кеше.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет ракета полигонының урынлашҡан урыны Америка разведкаһына 1957 йылдың 5 авгусында билдәле була. Уларҙың <i id="mwiQ">Lockheed U</i>-2 самолет-разведчигы СССР территория өҫтөнән осоп үткәнендә полигонды күреп ҡала. 1957 йылдан 1990-сы йылдар башына тиклем көнбайыш сығанаҡтарҙа полигон яҡындағы тимер юл станцияһы исеме менәнTyuratam (Тюратам) булараҡ билдәләнә[11].

1958 йылдың көҙөндә Советтар Союзында, ракетаға ҡаршы оборона системаһын булдырыу маҡсатында, уғата ҙур масштаблы һынауҙар үткәрелә. Һынауҙа өс полигон ҡатнаша: Капустин Яр, Тюра-Там (НИИП № 5) һәм Һары-Шаған. Ҡарағанды өлкәһенең Байконур тораҡ пункты янында махсус рәүештә тап ошондай һынауҙар өсөн Капустин Яр полигонында һыналасаҡ еңел ракеталарҙы осороу өсөн старт ҡоролмаһы йыһазландырыла. Старт ҡоролмалары һәм ракеталар тимер юл буйлап Карсакпай станцияһына тиклем килтерелә, артабан автотранспортта тәғәйенләнгән урынға алып барыла. Һынауҙар үткәндән һуң Байконур эргәһендә ваҡытлыса старт ҡоролмаларына ихтыяж юҡҡа сыға, ул 1959 йылдыд яҙында һүтелә. 1961 йылдың 12 апрелендә Ерҙең беренсе космонавты Ю. А. Гагарин менән бергә «Восток» космос карабын осорғандан һуң халыҡ-ара ойошмаларға «Восток» старт алған урындың координаттары хәбәр ителә. Матбуғатта космодромдың исеме «Байконур» (НИИП № 5) тип атала[12]

Нигеҙ һалынғандан алып полигондың шартлы почта адресы Ташкент-90 була[13], 1960-сы йылдарҙа — Ҡыҙыл Урҙа-50.

Космодром тарихы хронологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Stamp of Kazakhstan 312.jpg
  • 1955 йылдың 12 ғинуары — Тюра-Там разъезына урынлашыу урындарын әҙерләү һәм төҙөлөш-монтаж инфраструктураһын булдырыу өсөн хәрби төҙөүселәрҙең беренсе подразделениеһы килә. Ҡасаба төҙөлә башлай.
  • 1955 йылдың 12 феврале — СССР Министрҙар Советының континент-ара баллистик ракеталар һынау өсөн полигон төҙөү тураһындағы ҡарары.
  • 1955 йылдың 20 июле — тәүге старт майҙанын төҙөй башлау.
  • 1957 йылдың 15 майы — космодромдан беренсе Р-7ракетаһын осороу. Бер айҙан һуң тағы ла ракета осороу, уныһы ла уңышлы булмай.
  • 1957 йылдың 21 авгусы — тәүге уңышлы осороу, ракета Камчаткаға шартлы боеприпастар алып бара.
  • 1957 йылдың 4 октябре (22.28) — космос эраһының башланыуы, Р-7 ярҙамында донъяла Ерҙең беренсе яһалма юлдашы ПС-1 осоророла.
  • 1958 йылдың 29 ғинуары — полигондың административ үҙәге урынлашҡан ҡасаба (рәсми булмаған исеме Заря) Ленинский исемен ала.
  • 1959 йылдың 9 майы — Байконурҙың старт майҙансыҡтарының береһендә инженер-уйлап табыусы Я. И. Колтуновтың старт өсөн яңы конструкцияһы йыйыла (академик М.&nbsp;К.&nbsp;Тихонравов етәкселегендәге ғилми төркөмдән), шул уҡ бурыстарҙы үтәгәндә ҡоролманың үлсәмдәрен кәметеү был ҡоролма өсөн бүленгән сығымдарҙы кәметеүгә килтерә[14].
  • 1960 йылдың 29 июле — Р-7 ракетаһын һынауҙы уңышлы үткәргән өсөн һәм СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы полигондың 5 йыллығы айҡанлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
  • 1960 йылдың 3 авгусы — СССР оборона министры приказы менән 2 июнь полигонға нигеҙ һалыу көнө тип билдәләнә.
  • 1960 йылдың 24 октябре — МБР Р-16-ны һынау мәлендә янғын сыға, һөҙөмтәлә 76 хәрби хеҙмәткәр һәм сәнәғәт вәкилдәре (шул иҫәптән СССР-ҙың стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең баш командующийы артиллерияның баш маршалы М. И. Неделин, полигондан һынау үткәреү буйынса етәкселәр полковниктар А.&nbsp;И.&nbsp;Носов һәм Е.&nbsp;И.&nbsp;Осташёв) һәләк була.
  • 1961 йылдың 12 апреле (9.07) — Ер кешеһе Ю. А. Гагариндың беренсе булып космосҡа осоу көнө.
  • 1962 йылдың 9 майы — СССР Юғары Советы Президиумы Космонавтика көнөн билдәләне.
  • 1963 йылдың 16 июне (9.29) — Восток-6 ракетаһында донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып ҡатын-ҡыҙ-космонавт В. В. Терешкованың йыһанға осоуы.
  • 1965 йылдың 18 марты (10.00) — Восход-2 ракетаһын осороу, А.&nbsp;Леоновтың донъяла беренсе булып асыҡ космосҡа сығыуы.
  • 1965 йыл 8 майы — СССР Юғары Советы Президиумы указы менән полигон Ленин ордены менән бүләкләнә.
  • 1965 йыл 16 июне — беренсе «Протон» ракета-ташыусыны (РН) осороу .
  • 1966 йылда 21 июне — Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы указы менән Ленинск ҡасабаһы Ленинск ҡалаһына үҙгәртелә.
  • 1967 йылдың 27 октябре — беренсе «Циклон» ракета-ташыусыны осороу.
  • 1969 йылдың 21 феврале — беренсе «Н-1» ракета-ташыусыны осороу.
  • 1971 йылдың 15 ғинуары — СССР Юғары Советы Президиумының указы менән полигон Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.
  • 1980 йыл — ҡала үҙәгендә «Союз» ракета ташыусының макеты ҡуйыла.
  • 1986 йылдың 20 феврале — «Мир» орбиталь станцияһының төп блогы орбитаға сығарыла.
  • 1987 йылдың 15 майы — РН «Энергия» осорола.
  • 1988 йылдың 15 ноябре — РН «Энергия» «Буран» орбиталь карабы менән менән йыһанға осорола.
  • 1992 йылдың 25 майы — Мәскәүҙә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында Байконур космодромын ҡулланыу тәртибе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
  • 1993 йылдың июле — Байконурҙа Ҡаҙағстан милли аэрокосмос агентлығы идаралығы булдырыла.
  • 1994 йылдың 10 декабре — Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында Байконур космодромын ҡуртымға лыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла (1995 йылдың 25 сентябренән килешеү үҙ көсөнә инә).
  • 1995 йылдың 20 декабре — Ҡаҙағстан Республикаһы президенты указы менән Ленинск ҡалаһына Байконур исеме бирелә.
  • , 1999 йылдың 1 феврале — Ер тирәләй осрбитаға «Заря» функциональ-йөк блогын осороу менән халыҡ-ара космик станция төҙөлә башлай..

Файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Протон-К» МКС өсөн «Звезда» модулен алып сыға. NASA фотоһы

15 май, 1957 йыл — файҙалана башлау; МБР Р-7-не осороу. Уңышһыҙ — ракета, ни бары 400 км араны үтеп, ергә ҡолай.

21 август, 1957 йыл — Р-7 ракетаһын һынау уңышлы үтә.

4 октябрь, 1957 йыл — Байконурҙан донъяла беренсе Ерҙең яһалма юлдашы «Спутник-1»-ҙе. Ер тирәләй орбитаға сығарыу. Уның массаһы 83,6 килограмм тәшкил итә.

3 ноябрь, 1957 йыл — бортына Лайка исемле эт ултыртылған «Спутника-2»-нең старты.

1959 йылдың көҙө — «Луна-2» ракетаһы беренсе тапҡыр аппаратты Айға алып барып еткерә.

19 август, 1960 йыл — Белка һәм Стрелка исемле эттәр ултыртылған «Спутник-5» ракетаһын йыһанға осороу. 17 тапҡып Ер тирәләй әйләнгәндән һуң аппарат билдәләнгән урынға төшә. Эттәр имен-аман Ергә әйләнеп ҡайта.

24 октября 1960 года — на космодроме при испытании баллистической ракеты «Р-16» произошла крупная катастрофа, в результате которой от огня и отравления компонентами топлива погибло 78 человек, среди которых был главнокомандующий РВСН Митрофан Неделин.

12 апрель, 1961 йыл — космодромдан донъяла беренсе тапҡыр кешене (Ю. А. Гагарин) Ер тирәләй орбитаға алып сыҡҡан космос аппараты — «Восток-1» ракетаһы йыһанға осорола. 1 сәғәт 48 минутта Ер тирәләй бер тапҡыр әйләнеп сығып, аппарат Һарытау өлкәһенә килеп төшә.

24 октябрь, 1963 йыл — космодромдың Р-9 ракетаһының боевой шахталарының береһендә янғын сыға, ете хәрби һынаусы һәләк була[15].

1982 йыл — төп космик саралар идаралығы (ГУКОС) РВСН составынан сығарыла һәм СССР Ҡораллы Көстәренең генераль штабы начальнигына туранан-тура буйһондорола. ГУКОС менән бергә уның ҡарамағына Байконур космодромы ла тапшырыла.

15 май, 1987 йыл — үтә ауыр класҡа ҡараған «Энергия» ракета-йөрөтөүсене беренсе тапҡыр йыһанға осороу.

1988 йылдың 15 ноябре — күп тапҡыр ҡулланыла торған «Энергия» ракета-космос транспорт системаһы — "Буран"ды беренсе (һәм һуңғы тапҡыр) йыһанға осороу. «Буран» орбиталь карабы, осоуын тамамлағас, космодромдың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан «Юбилейный» аэродромына автоматик рәүештә төшөп ултыра.

50 йыл эсендә Байконурҙан төрлө тәғәйенләнештәге 1.500 космос аппараттары һәм 100-ҙән ашыу континент-ара баллистик ракета йыһанға осорола, 38 төп типтағы ракета, 80 типтан ашыу космос аппараттары һәм уларҙың модификациялары һынала.

1991—1993 йылдар — СССР тарҡалғандан һуң космодром өсөн көрсөк осоро. Космос ракеталарын осороу һаны ҡырҡа кәмей, унда эшләгән байтаҡ ҡына офицерҙар һәм космодромдың теүәл эшен тәьмин иткән техник хеҙмәткәрҙәр бындай ығы-зығы һәм билдәһеҙлек осоронда ғаиләләре менән үҙҙәренең тыуған яҡтарына (Рәсәй, Украина һ. б.) ҡайтып китеүҙе хуп күрә. Ғәмәлдә Рәсәй файҙаланған Байконур космодромы суверенлы дәүләткә әүерелгән Ҡаҙағстан территорияһында ҡала, һәм уның статусы ла аныҡ ҡына билдәле булмай. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре, хәрби ведомстово ҡарамағынан алынып, урындағы ҡаҙаҡ властарына тапшырыла, ә уларының был хеҙмәттәрҙе тейешле кимәлдә тотоу өсөн аҡсаһы ла, ҙур ҡала хужалығын файҙаланыу өсөн хеҙмәткәрҙәре лә булмай. 1993 йылдың аҙағы — 1994 йылдың башында булған һыуыҡтар, ҡырыҫ, ҡарлы ҡыш арҡаһында, ҙур көнкүреш проблемалары хасил була: ҡаланың һәм космодромдың торлаҡ йорттарына һәм космодром биналарына электр энергияһы биреү даими рәүештә туҡтатылып тора, йылылыҡ һәм һыу биреүҙә лә тотоҡарлыҡтар була; ҡаланың күп кенә фатирҙарында бүлмә температураһы нуль градусҡа тиклем төшә.

Ҡалала йәшәүселәр һаны ике тапҡырға тиерлек кәмей. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 1995 йылдың февралендә «Байконур» комплексында 72 мең кеше йәшәй, шуларҙың 55.855-е — ҡала кешеләре, ҡалғандары — Тюра-Там-һәм Аҡай ҡасабаларында . 50 мең урыҫ теркәлгән, 21 мең ҡаҙаҡ, 2 мең украин һәм 2 мең башҡа милләт вәкилдәре теркәлгән була.

1994 йылда космодромЛенинск ҡалаһы (хәҙер Байконур) Рәсәйгә ҡуртымға тапшырыла. Ҡуртым өсөн йылына 115 млн долл. түләү һалына, ошо һаҡты түләү иҫәбенә Ҡаҙағстанға хәрби һәм башҡа техника оҙатылып тора. Рәсәй йылына 1,5 млрд. һум тирәһе аҡсаны космодром объекттарын тотоуға, Байконур ҡалаһын тотоуға яҡынса 1,16 млрд. һум (2012 йылға ҡарата) сарыф итә. Көнсығыш космодромы төҙөлгәнгә тиклем Рәсәйгә пилотлы программаларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм космос караптарын геостационар орбитаға сығарыу мөмкинлеген биргән берҙән-бер космодром була.

1997 йылда Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы ҡарамағындағы космодром объекттарын Роскосмос ҡарамағына этаплап тапшырыу башлана. 2002 йылға космодромдың күпселек объекттары граждандар предприятиеларына тапшырыла.

Байконур космодромына — 50 йыл

1999 йылдың 6 июлендә Рәсәйҙең «Радуга» хәрби элемтә юлдашындағы авариянан һуң Ҡаҙағстан властары космодромдан йыһан тәғәйенләнешендәге ракетаҙы йыһанға осороуҙываҡытлыса тыя. Был хәл космодромды ҡуртымға алыу һәм биреү тураһындағы ике яҡлы килешеүгә ҡапма- ҡаршы килә, Рәсәй тарафынан зыян ҡапланғандан һуң 1999 йылдың 15 июлендә ракеталарҙы йыһанға осороу дауам итә.

2004 йылдың 9-10 ғинуарында В. Путин һәм Н. Назарбаев Астанала осрашыуы ваҡытында Байконур комплексын һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя, ҡуртым ваҡыты шул уҡ хаҡ (йылына 115 миллион доллар) менән 2050 йылға тиклем оҙайтыла.

2004 йылдың аҙағында Байконурҙа «Бәйтерек» ракета-космос комплексын (ҡаҙ. Бәйтерек — тирәк) төҙөү планы тураһында иғлан ителә. Уның ярҙамында шул мәлдә проекты эшләнеп ятҡан «Ангара» ракета- йөрөтөүсе ярҙамында космос аппараттарын коммерция нигеҙендә йыһанға осороуҙы планлаштыралар. Ракета-космос комплексының Рәсәй һәм Ҡаҙағстан тарафынан бер тигеҙ ҡатнашыу принциптарында файҙаланылыуы күҙҙә тотола. Проектты финанслау Ҡаҙағстанға йөкмәтелә, ә Рәсәй эшкәртмәләр өсөн яуаплы була.

2004 йылдың сентябрендә Ҡаҙағстан Республикаһының президенты Басекеев Әҙилбәк Әлимжан улы Байконур космодромына ғәмәлдәге вәкил итеп тәғәйенләнә.

2005 йылда Байконурҙа урынлашҡан космос ғәскәрҙәре үҙҙәре файҙаланған объекттарҙы Роскосмосҡа тапшырыу этабына күсә. 2007 йыл аҙағына хәрби-космос частарының күпселеге космодромдан китә; космодромында Рәсәйҙең яҡынса 500 самаһы хәрби хеҙмәткәре ҡала.

2007 йылдың 6 сентябрендә РН «Протон-М» йыһанға осорғандан һуң космодромдан 40 км алыҫлыҡта, Еҙҡаҙған ҡалаһы янына ҡолап төшә, өҫтәүенә бер нисә тонна бик ныҡ ағыулы яғыулыҡ (гептил) тупраҡҡа эләг. Ҡаҙағстан талабы буйынса ракеталар осороу ваҡытлыса туҡтатыла.

2008 йылда Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының бишенсе дәүләт һынау космодромы составына ингән ғәскәри частарын таратыу процесы, уларҙың объекттарын Рәсәйҙең ракета-космос тармағы предприятиеларына тапшырыу тамамлана[16] Йыл аҙағында Байконурҙағы «Крайний» аэропорты Ерҙәге космос инфраструктураһы объекттарын файҙаланыу үҙәге (ЦЭНКИ) ҡарамағына тапшырыла[17].

Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведевтың 2008 йылдың 16 декабрҙәге «„Ерҙәге космос инфраструктураһы объекттарын файҙаланыу үҙәге“ федераль дәүләт унитар предприятиеһын „Мотор“, КБОМ, КБТМ, КБТХМ конструкторлыҡ бюроларына, НПФ „Космотранс“, ОКБ „Вымпел“, „Байконур“ федераль космос үҙәгенә» ҡушыу рәүешендә үҙгәртеп ҡороу тураһындағы" указына ярашлы Байконур космодромын реформалау буйынса яңы аҙым яһала[18]. Космос һәм ерҙәге системаларҙы булдырыу буйынса федераль программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн Рәсәйҙең интеллектуаль, ракета- космос сәнәғәтенең производство һәм финанс ресурстарын һаҡлау, үҫтереү һәм файҙаланыуҙы оптималләштереү маҡсатында был үҙгәртеп ҡороу эше башҡарыла.

2011 йыл мәғлүмәттәре буйынса Байконурҙа түбәндәгеләр Рәсәй космос тармағының төп предприятиелары булып тора:

  • РКК «Энергия» (производство и подготовка к запуску космических аппаратов «Союз», «Прогресс» космос аппараттарын, «Протон» ракета-йөрөтөүселәре өсөн блоктар етештереү, уларҙы йыһанға осороуға әҙерләү),
  • ЦСКБ-Прогресс («Союз» ракета-йөрөтөүселәрен, ситтән тороп Ерҙе тикшереү өсөн космик аппараттар етештереү һәм йыһанға осороуға әҙерләү),
  • ГКНПЦ им. М.&nbsp;В.&nbsp;Хруничева («Протон» ракета-йөрөтөүселәрен һәм уларға блоктарҙы етештереү һәм йыһанға осороуға әҙерләү),
  • ФГУП ЦЭНКИ филиалы — «„Южный“ космос үҙәге» (ерҙәге инфраструктураны — старт һәм заправкалау комплекстарын, транспортты файҙаланыу, космодромда эштәрҙе ойоштороу һәм контролдә тотоу).

2011 йылдың апрелендә Роскосмос етәксеһе Анатолий Перминов киләсәктә Байконур космодромын акционерлаштырыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе.[19] Күрәһең, космодромды түгел (ул —Ҡаҙағстан милке һәм Рәсәй уны тик ҡуртымға алған), ә һүҙ Рәсәйҙең унда эшләгән дәүләт предприятиеларын (ЦСКБ-Прогресс, ГКНПЦ им. М.&nbsp;В.&nbsp;Хруничева, ФГУП ЦЭНКИ) акционерлаштырыу тураһында баралыр.

Ҡаҙағстан космодромдың тейешенсә эшләүенә әленән-әле ҡамасаулай. Мәҫәлән, 2012 йылда Европаның MetOp-B космик метеорология аппаратын (йыһанға осороу 23 майға планлаштырыла), Рәсәйҙең «Канопус-В» һәм МКА-ПН1 юлдаштарын, белорустарҙың БКА, Канаданың ADS-1B һәм Германияның TET-1 юлдаштарын (был биш аппарат йыһанға осороу 7 июнгә билдәләнә), Рәсәйҙең «Ресурс-П» аппаратын (авгусҡа планлаштырыла) йыһанға осороу тотҡарлана. Сәбәбе — Ҡаҙағстан яғынан Ҡустанай һәм Аҡтүбә өлкәләренең ракета-йөрөтөүсенең беренсе баҫҡысы төшәсәк яландарын билдәләүҙе оҙаҡҡа һуҙыуы (был яландар «Союз» ракета-йөрөтөүсеһе юлдаштарҙы ҡояшлы-синхрон орбитаға сығарғанда ҡулланыла)[4].

2012 йылда Роскосмос Байконурҙағы инфраструктураны тотоуға һәм объекттарын реконструкциялауға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә (33,3 миллион доллар); бынан тыш, «Ерҙәге космос инфраструктураһы объекттарын файҙаланыу үҙәге» федераль дәүләт унитар предприятиеһы (ЦЭНКИ) яҡынса 2,5 миллиард һум (83,2 миллион доллар) аҡсаһын космодром объекттарына һала. 2012 йылда «Крайний» аэропортында реконструкция эштәре дауам итә, космодромдың 91-се майҙансығында заправка- нейтралләштереү станцияһы файҙаланыуға тапшырыла. 2012 йылда «ЦЭНКИ» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — «„Южный“ космос үҙәге» төрлө төр һалымдар иҫәбенә Байконур ҡалаһы бюджетына 1 миллиард һумдан ашыу финанс индерә.[20]

2016 йылдың 27 ғинуарында Роскосмостың матбуғат хеҙмәте йәғни тураһында хәбәр итеүенсә, 40-тан ашыу тур-оператор Байконур һәм Көнсығыш космодромдарына экскурсия ойоштороу һәм мөмкинлеге аласаҡ.[21][22]

«Байконур» өсөн 1990-сы йылдарҙағы бурыстар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй 1999 йылға космодром һәм башҡа хәрби объекттарҙы ҡуртымға алғаны өсөн Ҡаҙағстанға $ 1,89 млн бурысы булыуын таный[23] 1990-сы йылдарҙағы бурыстар тураһындағы мәсьәлә ҡайһы бер килешеүҙәр менән яйға һалына — Ҡаҙағстандың РАО ЕЭС алдындағы бурыстарын ҡаплатыу өсөн үҙ-ара иҫәп-хисап эшләнә[24], бурысты ҡаплатыу иҫәбенә авиация техникаһы[24], тимер юл вагондары тапшырыла[25]. 1990-сы йылдарҙағы бурыстар 2004 йылда тулыһынса ҡаплатып бөтөрөлә[26].

Рәсәйҙең Байконурҙан китеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылға Рәсәй хәрбиҙәре Байконур комплексынан китә, космодром тулыһынса Роскосмосҡа тапшырыла (1997 йылдан алып был процесс әкренләп алып барыла). 2010 йылда космодромда бик аҙ һанлы 11284-се ғәскәри часть ҡына ҡала (РФ космос ғәскәрҙәренең айырым һынау идаралығы, космодромдың элекке штабы), оборона тәғәйенләнешендәге юлдаштарҙы йыһанға осороуҙа ярҙам иткән часть, ул 2011 йылдың декабре аҙағында тулыһынса тарҡатыла.

Рәсәй, пилотлы караптарҙы Амур өлкәһендә урынлашҡан (2018 йылдан һуң) яңы «Көнсығыш» космодромынан ебәреү үҙе өсөн перспективалы, тип иҫәпләй. Шулай итеп, 2020-2040-сы йылдарҙа Байконурҙан йыһанға тик автоматик космос аппараттары («Союз-2», «Зенит» ракета-йөрөтөүселәре менән йыһазландырылған) осороласаҡ. 2030 йылға тиклем Рәсәй йыһанға космос аппараттарының һәм караптарының 90 процентын үҙененең Плесецк һәм Көнсығыш космодромдарынан осоророуға өлгәшәсәк, әлеге ваҡытта космосҡа осоролған объекттарҙың 75 проценты Байконурҙан йыһанға китһә, аҙаҡ был һан 10 процентҡа тиклем кәмейәсәк.

Инфраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Союз» һәм «Протон» ракеталарын старт майҙансығына поезд ярҙамында сығарыу

Майҙансыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2021 йылдың декабренә Байконур космодромында 3 старт комплексы эшләй: ауыр «Протон-М» ракеталарын осороу өсөн ике старт комплексы ҡалған: 81-се һәм 200-сө майҙансыҡтар. Бер старт майҙансығы — 31-се майҙансыҡ, уртаса ауырлыҡтағы «Союз-2» өсөн.

Старт комплекстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наименование пусковой
установки
Тип ракет-носителей Первый
пуск
Последний
пуск
Всего
пусков
Координаты Комментарии
СК 17П32-5 (ПУ № 5)

(Гагаринский старт)
Площадка №&nbsp;1 Семейство «Р-7» 15.05.1957 25.09.2019 638 45°55′12″ с. ш. 63°20′31″ в. д.HGЯO На модернизации для пусков ракет-носителей семейства «Союз-2»
СК 17П32-6 (ПУ № 6) Площадка №&nbsp;31 Семейство «Р-7» 14.01.1961 13.02.2018 387 45°59′46″ с. ш. 63°33′50″ в. д.HGЯO
ПУ № 15 Площадка №&nbsp;41 «Р-16», «Космос» 25.05.1963 27.08.1968 22 45°58′34″ с. ш. 63°40′08″ в. д.HGЯO 1964—1968 гг.
Площадка № 42 Площадки 42, 43, 45 запланированы под проект «Байтерек»
Площадка № 43
СК 11П877 (ПУ № 1) Площадка №&nbsp;45 «Зенит-2», «Зенит-3SLБ» 13.04.1985 11.12.2015 41 45°56′35″ с. ш. 63°39′11″ в. д.HGЯO
ПУ № 2 Площадка №&nbsp;45 «Зенит-2» 22.05.1990 04.10.1990 2 45°56′24″ с. ш. 63°39′18″ в. д.HGЯO Разрушена в 1990 году при взрыве РН «Зенит»
ПУ № 23 (81Л) Площадка №&nbsp;81 «Протон-К» 16.07.1965 27.03.2004 104 46°04′26″ с. ш. 62°58′41″ в. д.HGЯO Не используется с 2004 года
ПУ № 24 (81П) Площадка №&nbsp;81 «Протон-К», «Протон-М» 22.11.1967 29.05.2017 67 46°04′16″ с. ш. 62°59′06″ в. д.HGЯO Дооборудована под РКН «Протон-М» в 2000 году
ПУ № 19 (90Л) Площадка № 90 «УР-200», «Циклон-2» 05.11.1963 09.12.1997 113 46°04′52″ с. ш. 62°55′55″ в. д.HGЯO Не используется с 1989 года
ПУ № 20 (90П) Площадка № 90 «УР-200», «Циклон-2» 24.09.1964 24.06.2006 11 46°04′48″ с. ш. 62°56′06″ в. д.HGЯO Не используется с 2006 года
ПУ № 95 (90П) Площадка № 109 Р-36М, «Днепр» 04.07.1974 21.06.2010 31 45°57′04″ с. ш. 63°29′49″ в. д.HGЯO Не используется с 2010 года.

Последующие запуски осуществлялись только с ПБ Ясный
ПУ № 37 (110Л) Площадка № 110 «Н-1»,

«Энергия» — «Буран»
18.05.1970 15.11.1988 3 45°57′54″ с. ш. 63°18′18″ в. д.HGЯO Не используется с 1988 года
ПУ № 38 (110П) Площадка № 110 «Н-1» 21.02.1969 03.07.1969 2 45°57′43″ с. ш. 63°18′36″ в. д.HGЯO Не используется с 1969 года
ПУ № 59 Площадка №&nbsp;175 «Рокот» (вариант 14А01Р),

«Стрела»
26.12.1994 19.12.2014 4 46°03′07″ с. ш. 62°59′10″ в. д.HGЯO
ПУ № 39 (200Л) Площадка №&nbsp;200 «Протон-М», «Протон-К» 20.02.1980 19.03.2015 143 46°02′24″ с. ш. 63°01′55″ в. д.HGЯO Дооборудована под РКН «Протон-М» в 2003 году[27]
ПУ № 40 (200П) Площадка №&nbsp;200 «Протон-К» 23.07.1977 31.03.1991 64 46°02′10″ с. ш. 63°02′17″ в. д.HGЯO Не используется с 1991 года.

Технологическое оборудование снято —

планировалось переоборудование под РН «Ангара»
УКСС Площадка №&nbsp;250 «Энергия» 15.05.1987 1 46°00′29″ с. ш. 63°18′18″ в. д.HGЯO Не используется с 1987 года

Башҡа майҙансыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Космодром территорияһы — тәпәш убаларҙан торған тигеҙлек, көньяҡ өлөшө аша көнсығыштан көнбайышҡа табан Һырдарья йылғаһы аға. Абсолют нөктәләре 80 метрҙан 150 метрға тиклем етә. Убаларҙың сағыштырмаса бейеклектәре 10-20 метр тирәһе. Уба битләүҙәре һөҙәк, урыны-урыны менән йырын-һыҙа менән йырғыланған; убаларҙың түбәләре көмбәҙгә оҡшаш. Бөтә территория тоҙло тупраҡлы йәки таҡыр менән ҡапланған һыуһыҙ соҡорҙар менән йырғысланған; ҡар ирегән, йәки ямғырҙан һуң соҡорҙар тоҙло һаҙматты хасил итә. Территорияла ҙур булмаған ҡомло түмәләсле массивтар осрай; ҡомло түмәләстәрҙең бейеклеге 2 метрҙан 10 метрға етә.

Һырдарья йылғаһының киңлеге 120—200 м, тәрәнлеге 1,5 метрҙан 5 метрға тиклем, ағымының тиҙлеге 0,8 м/с. Йылға төбө ҡомло; улағы, бик күп утрауҙар хасил итеп, борғосланып ята. Йылғала һәм уның ҡушылдыҡтарында һыу сөсө, болғансыҡ, тондорғандан һуң таҙартып эсергә ярай. Апрель — август айҙарында йылға һыуы иң юғары нөктәлә була. Был осорҙа йылға үҙәнендәге бөтә йырындар һәм һыу ятҡылыҡтары һыу менән тула. Һырдарья буйлап суднолар регуляр йөрөмәй, тәрәнлеге 1,2 метрға тиклем еткән ваҡ судноларҙың йөрөүе рөхсәт ителә. йылға декабрҙә туңа һәм март аҙағында боҙо китә. Ҡаты һыуыҡтар булған йылдарҙа боҙҙоң ҡалынлығы 0,9 метрға етә.

Был ерҙәрҙе әремле-төньяҡ сүллеге үҫемлектәре биләгән. Тупрағы: һоро сүллек-дала тупрағы, йылға ярҙары буйлап урыны-урыны менән көл төҫлө-һоро аллювиаль тупраҡ. Йылға үҙәнендә һәм утрауҙарында сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар һәм 3-7 метр бейеклегендәге ағастар (тугайҙар) үҫә, болон үҫемлектәре осрай, ҡайһы бер урындарҙа үҫкән ҡамыштың бейеклеге 4 метрға етә. Сүллек үҫемлектәре бейеклеге 2 метрға тиклем еткән ҡыуаҡлыҡтарҙан (тамариск, джузгун) тора, бейеклеге 0,5 м булған ярымҡыуаҡлыҡтар (боялыч, биюргун, әрем) һәм үләндәрҙән (дөйә дөйә сөнскәге — жантак) тора. Сүллектә үлән бик һирәк булып үҫә, яҙын ғына йәшел төҫтә була, июнь башына һоро төҫкә инә. Космодром территорияһында апрель айында сәсәкә атҡан Борщов тюльпаны үҫә; был үҫемлек космодром символдарының береһенә әйләнгән, Байконур тураһындағы күп кенә мәҡәләләрҙә, китаптарҙа һәм фильмдарҙа атап үтелә. О тюльпанах Байконура Харьков ҡалаһы шағиры Иван Мирошников икенсе һанлы космонавт Герман Титовҡа арнап яҙған шиғырында ла был үҫемлеккә туҡталып үтә[28]

Ҡала һәм космодромдың торлаҡ биналары, сәнәғәт майҙансыҡтары яҡшы йәшелләндерелгән: үлән башлыса аҙ булһа ла, 3-10 метрлы ағас күп (ҡарағас, тирәк, ҡорос ағасы, джида, тамариск).

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты ҡырҡа континенталь, яуым-төшөм бик аҙ (йылына 120 мм), ҡояшлы көндәр бик күп; оҙон һәм эҫе йәй, ҡышы елле, һыуыҡ (бейек булмаған ҡар ҡатламы була).

Ҡыш (ноябрь уртаһы — март уртаһы) йыш үҙгәреүсән болотло һәм томанлы. Һауаның уртаса температураһы көндөҙ — −5… −10 °C, төндә — −20… −25 °C (абсолют минимумы — −40 °C). Декабрь айында ныҡлы һыуыҡтар башлана. Ҡыш теләһә ниндәй айында көндәрҙең йылытып китеүе ихтимал. Яуым-төшөм башлыса ҡар булараҡ яуа. Декабрьҙең икенсе яртыһынан март аҙағына тиклем ҡар ята; уның ҡалынлығы 10 сантиметрҙан артмай (ҡар күп яуған ҡыштарҙа — 26 см тиклем). Тупраҡ 1,3 метр тәрәнлегенә туңа.

Яҙ (март уртаһы — апрель) беренсе яртыһында һауа торошо йылы, әммә тотороҡһоҙ була. Миҙгел башында һауа температураһы көндөҙ — −1…+10 °C, төндә — −10 °C; миҙгел аҙағына көндөҙ +25 °C тиклем, төндә — −1 °С +8 °C. Яуым-төшөм ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙан тора, ҡайһы берҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Яҙ башында — апрель уртаһында, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә көн рәттән һәм көслө ел һәм саң бураны («бескунак» тип атала) булғылай. Айырым йылдарҙа апрель аҙағында май айы бик көслө ел иҫә (тиҙлеге 25 м/с ашыу), ҡайһы берҙә хатта бина ҡыйығына зыян килтерә .

Йәй (май — сентябрь уртаһы) яуым-төшөмһөҙ, һауа торошо эҫе һәм ҡоро, болотло көндәр ҙә һирәк була. Көндөҙ һауа температураһы — +30…+40 °C (абсолют максимум — +45,5 °C), төндә температура +15…+18 °C. Йәйен ҡыуан еле йыш ҡына була, ә ҡайһы саҡта саң бураны булғылай, һауа туҙан һәм ҡомға тула (башлыса көнсығыш йүнәлешендәге елдәр иҫкәндә).

Көҙ (сентябрь уртаһы — ноябрь уртаһы) беренсе яртыһында йылы һәм ҡоро була, икенсе яртыһында болотло һәм һалҡын. Көндөҙ һауа температураһы — +5…+25 °C, төндә — −5…+5 °С. Яуым-төшөм быҫҡаҡлап яуған ямғыр рәүешендә; ноябрҙең икенсе яртыһында епшек ҡар яуа.

Яҙ һәм йәй башлыса көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш елдәре иҫә, көҙ һәм ҡыш көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш елдәре иҫә. Ел тиҙлеге — 3-7 м/с. Әммә (бигерәк тә ҡышҡы һәм яҙғы осорҙа) көслө ел тиҙлеге 15 м/с ашыу булғылай (йылдың 45 көнөндә).

Һауа торошо күренештәре: яуым-төшөм — 58 (ғинуарҙа — 9, июндә — 2), томан — 27, буран — 6, йәшен — 7. сыуаҡ көдәрҙең дөйөм һаны — 119, болотло көндәр — 17. Йылына 12-15 көн саң бураны күҙәтелә (максимум апрелдә — 5 көн).

Космодром башлыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1955—2016 йылдарҙа космодром начальнигы булғандар «Музы Байконура» китабында бирелгән исемлеккә ярашлы тәҡдим ителә[29].

Награддалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 29 июля 1960 г. «За успешное проведение летной отработки специальных изделий» (то есть успешное испытание ракеты Р-7 и других изделий НИИП-5 МО)[30]
Ленин ордены 8 мая 1965 г. «За большие успехи в деле отработки и испытания ракетно-космических средств и в честь 10-й годовщины космодрома»[30]
Октябрь Революцияһы ордены 15 января 1971 г. «За заслуги в создании новой техники».
  • В компьютерной игре <i id="mwA6w">Call of Duty</i>: <i id="mwA60">Black Ops</i> в миссии «Особое задание» игрок проникает на космодром и сбивает ракету «Союз-2», а также пытается убить генерала Драговича (главного антагониста игры) и его помощника Кравченко, но им удаётся сбежать.
  • В компьютерной игре <i id="mwA7M">Command & Conquer</i>: <i id="mwA7Q">Generals</i> террористы захватывают космодром и запускают ракету с биологическим оружием.
  • В игре <i id="mwA7c">Frontlines</i>: <i id="mwA7g">Fuel of War</i> игроку придётся прорываться к стартовой площадке, чтобы остановить запуски ядерных ракет.
  • В игре Destiny можно ознакомиться с пустым и разбитым космодромом в первой миссии. Далее эта локация представляется социальной.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Железная дорога Байконура

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.bbc.com/mundo/noticias/2013/11/131114_galeria_baikonur_cosmodromo_mas_grande
  2. https://www.efe.com/efe/america/destacada/baikonur-la-piedra-angular-del-programa-espacial-ruso-cumple-65-anos/20000065-4306791
  3. Final countdown. The Economist (2014-11-06).
  4. 4,0 4,1 Казахстан мешает России выполнять запуски с Байконура. Взгляд.
  5. О бюджете города Байконур на 2012 год. СПС Право.ru.
  6. Байконур остался в лидерах по числу пусков ракет-носителей в 2015 году. 14 март 2019 тикшерелгән.
  7. Первый космопорт планеты Земля
  8. Аркадий Найшуль: Как мы выбирали расположение космодрома Байконур - (2012-04-14). 14 март 2019 тикшерелгән.
  9. Плесецк - советский северный космодром. 14 март 2019 тикшерелгән.
  10. Ягунов Е.А. У каждого человека своя судьба. - Полигон Капустин Яр. 14 март 2019 тикшерелгән.
  11. The Tyuratam Enigma(недоступная ссылка)
  12. ИП-5 56-76 г.г. Тюратам. kik-sssr.ru. 14 март 2019 тикшерелгән.
  13. Долина, богатая на секреты и смелых людей: [Интервью с бывшим зам. нач. космодрома генерал-майором в отставке В. А. Булулуковым] / Интервью взял С. Глезеров // Санкт-Петербургские ведомости. — 2020. — 9 апр.
  14. Операция «Стадион». Неизвестное об истории стартовых сооружений Байконура.. www.koltunov.ru. 14 март 2019 тикшерелгән.
  15. Черток, 1999
  16. Прощай, Байконур!  (инг.). nvo.ng.ru. 14 март 2019 тикшерелгән.
  17. На Байконуре начались работы по передаче военного аэродрома «Крайний» в ведение гражданских структур(недоступная ссылка) Ҡалып:Битая ссылка
  18. ЦЭНКИ Отобраны новости. web.archive.org (2009-08-04). 14 март 2019 тикшерелгән.
  19. Роскосмос не уведомил Астану об акционировании Байконура. www.nashaagasha.org. 14 март 2019 тикшерелгән.
  20. Россия в 2012 году вложила в развитие ”Байконура” 116 миллионов долларов  (рус.). Tengrinews.kz (2013-02-01). 14 март 2019 тикшерелгән.
  21. Свыше 40 туроператоров получат возможность возить туристов на Байконур и Восточный  (рус.). ТАСС. 14 март 2019 тикшерелгән.
  22. Рогозин: Запуск космодрома Восточный не уменьшит потенциал Байконура  (рус.). Российская газета. 14 март 2019 тикшерелгән.
  23. Все Российские базы  (рус.). «Коммерсантъ» (2007-05-21). 14 март 2019 тикшерелгән.
  24. 24,0 24,1 Выпуск программы "Время" в 21:00 13 марта 2019 года. Новости. Первый канал  (рус.). 1tv.ru. 14 март 2019 тикшерелгән.
  25. Государственный внешний долг России. Еженедельный обзор. (fin.review.debt) : Рассылка : Subscribe.Ru  (рус.). subscribe.ru. 14 март 2019 тикшерелгән.
  26. Казахстан не имеет претензий по выплате российского долга за аренду Байконура — министр экономики и бюджетного планировании 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
  27. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; zerkt төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  28. Неизвестный Байконур. www.universalinternetlibrary.ru. 14 март 2019 тикшерелгән.
  29. Лия Молокова. Музы Байконура. М., Litres, 2019, с. 575
  30. 30,0 30,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; astro.websib төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]