Эстәлеккә күсергә

Неделин Митрофан Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Неделин Митрофан Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 27 октябрь (9 ноябрь) 1902[1]
Тыуған урыны Борисоглебск[d], Борисоглебский уезд[d], Тамбов губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 24 октябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2][1] (57 йәш)
Вафат булған урыны Байҡуңыр, Ҡыҙылурҙа, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d][3]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө офицер
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXI съезы[d]
Хәрби звание главный маршал рода войск[d]
Командалыҡ иткән Ракетные войска стратегического назначения СССР[d] һәм Ракетные войска стратегического назначения Российской Федерации[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, гражданская война в Испании[d], Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Ракетные войска стратегического назначения СССР[d] һәм Ракетные войска стратегического назначения Российской Федерации[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Суворова I степени орден Кутузова I степени орден Богдана Хмельницкого I степени I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Будапештты алған өсөн» миҙалы «Венаны алған өсөн» миҙалы «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» орден «За военные заслуги» орден Венгерской свободы орден Партизанской звезды медаль «Китайско-советская дружба» Батырлыҡ ордены
 Неделин Митрофан Иванович Викимилектә

Митрофан Иванович Неделин (27 октябрь (9 ноябрь) 1902 йыл — 24 октябрь 1960 йыл, Байконур) — СССР хәрби етәксеһе. СССР-ҙың ракета ғәскәрҙәренең тәүге баш командующийы, (1959—1960), Совет Армияһы Артиллерияһы командующийы (1950—1952). СССР-ҙың стратегик тиәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрен (РВСН) булдырыуға, ракета-ядро ҡоралын эшләү, һынау һәм ҡоралланыуға индереүгә ҙур өлөш индерә. Артиллерияның баш маршалы (1959 йыл 8 май). Советтар Союзы Геройы (1945 йыл 28 апрель). КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1952—1960). СССР Юғары Советының IV һәм V саҡырылыш депутаты.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Неделиндар дворян нәҫеленән[4] (башҡа фараз буйынса, эшсе ғаиләһендә тыуған, 1909—1913 йылдарҙа башланғыс-мәхәллә мәктәбендә уҡыуы ла шуның менән аңлатыла). 1917 йылға тиклем Липецк реаль училищеһында уҡый (күрәһең, тамамлай алмай, сөнки һуңынан киске мәктәптә уҡый), артабан тимер юл оҫтаханаһында эшләй.

1920 йылдың мартынан 1923 йылға тиклем РККА-ла, Граждандар һуғышында ҡатнаша, ҡыҙылармеец. 1924 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1924 йылдна йәнә Ҡыҙыл армияға саҡырыла.

Комсоставты камиллаштырыу артиллерия курстарын (1934, 1929) һәм Комсоставты камиллаштырыу академия курстарын тамамлай (1941).

19371939 йылдарҙа Испаниялағы граждандар һуғышында республика хөкүмәте яғында ҡатнаша.

1939 йылдың сентябренән 1940 йылға тиклем 1-се мотоуҡсылар дивизияһының 13-сө артиллерия полкы менән командалыҡ итә, һуңынан 160-сы-уҡсылар дивизияһы артиллерияһы начальнигы була.

19391940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланыр алдынан 1941 йылдың 30 апрелендә Украинала формалаштырылған 4-се танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың сентябрендә Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ фронттарында (1941—1943) армияның артиллерияһының начальник урынбаҫары, начальнигы; Төньяҡ Кавказ фронты артиллерияһы командующийы урынбаҫары һәм артиллерия корпусы командиры (1943); Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3-сө Украина фронттарында артиллерия командующийы була (1943—1945).

1945 йылда Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

  1. 1,0 1,1 Mitrofan Ivanovich Nedelin // TracesOfWar
  2. 2,0 2,1 Неделин Митрофан Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. El “Desastre de Nedelin”, la explosión de un cohete soviético que dejó un centenar de muertos y el Kremlin ocultó por casi 30 años (исп.) — 2002.
  4. Ляпин Д. А. Дворянство Елецкого уезда в конце XVI—XVII вв. — Елец: Елецкий гос. ун-т, 2009. — С. 325—328. — ISBN 978-5-94809-331-4