Эстәлеккә күсергә

Татырлауыҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тоҙло тупраҡтар битенән йүнәлтелде)
Татырлауыҡтар
Рәсем
 Татырлауыҡтар Викимилектә
Тоҙло тупраҡ убасыҡтары, Боливия
Тоҙло батҡаҡтың планетала таралыуы. БМО аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы мәғлүмәттәре

Татырлауыҡтар, татырлыҡтар, тоҙло тупраҡтар рус. Солончаки — өҫкө горизонттарында тиҙ иреүсән тоҙҙар тупланған тупраҡ төрө, унда галофиттарға ингән солерос, солянка, сведа, петросимония, аджерек, кермек һәм башҡаларҙан бүтән үҫемлек йәшәй алмай. Үҙәк Африкала, Азияла, Австралияла, Төньяҡ Америкала, Рәсәйҙең Каспий буйҙарында, Украинаның Херсон өлкәһендә, Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияла осрай.

Тупраҡтың морфологик төҙөлөшө түбәндәгесә:

А — гумус горизонты, гумус тупланышы көрән, аҡһыл-көрән йәки һоро төҫтәрҙә сағыла һәм ныҡ айырыла; ҡайһы бер урындарҙа тамырҙары менән ҡалҡып ҡалған сиҙәм киҫәктәре була; горизонттың өҫкө ҡатламында тоҙло ҡабыҡ хасил була йәки сағыу аҡ, аҡһыл, аҡһыл-һоро төҫтә ҡатлам ҡаплап ала.

B(Bg) — гумус горизонты аҫтында йәки тоҙло горизонт аҫтында бер төр ҡатлам йәки ҡатламдар айырылып тора.

G — төрлө кимәлдәге сағылышлы глей горизонты.

Тупраҡ профилендә ваҡ кристалл тупланмалары рәүешендә тоҙ туплана. Улар юлаҡ, төрткө, сағыу кеүек төпкөл аҡ, һоро төҫтәге һәм ялтырап торған оялар кеүек була. Тупраҡ профиленең төрлө тәрәнлегендә ҡыҙғылт күк, көрән таптар күҙәтелә.

Омск өлкәһендәге тоҙло тупраҡлы болон

1977 йылғы СССР тупраҡ классификацияһына ярашлы тоҙло тупраҡ ике төргә бүленә: автоморф һәм гидроморф. Автоморф төр ер аҫтынан сығып ятҡан ҡатламдарҙан тора. Ул ятҡылыҡтарҙың тәрәнлеге — 10 м.

Гидроморф тоҙлоҡтар, киреһенсә, грунт һыуҙары ныҡ күтәрелгәндә (3—1 м) барлыҡҡа килә.

2004 йылғы Рәсәй тупраҡ классификацияһында тоҙло батҡаҡтар түбәндәге төрҙәргә бүленә:

  • Ҡәҙимге тоҙло батҡаҡ — иҫке классификацияға ярашлы гидроморф һәм автоморф типик төр.
  • Глейлы тоҙло батҡаҡ — әҙ гумуслы болондарҙағы һәм һаҙлыҡлы гидроморф төрҙәр тура килә.
  • Сульфид тоҙло батҡаҡ (сор) — иҫке классификациялағына тап килә.
  • Ҡараһыу тоҙло батҡаҡ — гумус миҡдары юғары булыуы (12 %) менән айырыла, профиль буйынса түбәнерәк —ҡыҙғылт күк һәм көрән таптар, был даими рәүештә һыуланып тороу күрһәткесе. Болон тоҙло батҡаҡтарына тура килә.
  • Тоҙло торф батҡағы — тоҙло торфлы йәки серетмә-торфлы ҡатнашмалы булыуы менән айырыла. Һаҙлыҡ тоҙло батҡаҡтарына тура килә..

Шулай уҡ икенсел типтар ҙа бар, уларҙы тупраҡ тибы буйынса атайҙар: ҡара тупраҡтағы тоҙлоҡ, натрийлы тупраҡтағы тоҙлоҡ.

  • Ковда В. А. Происхождение и режим засоленных почв. — М. — Л., 1946—47. — Т. 1–2.
  • Егоров В. В. Засоленные почвы и их освоение. — М., 1954.
  • Базилевич Н. И. Геохимия почв содового засоления. — М., 1965.
  • Снытко В. А., Собисевич А. В., Шёнфельдер Т. Вторичное засоление почв как эколого-географическая проблема // Эколого-географические проблемы регионов России. Материалы VIII Всероссийской научно-практической конференции с международным участием. Самара, 2017. С. 225—228.

Ҡалып:Тәбиғәт зоналары

Ҡалып:Тупраҡ типтары