Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы
Заты ир-ат
Гражданлығы  Совет Рәсәйе
 РСФСР
Тыуған көнө 21 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Мәсетле, Салауат районы
Вафат булған көнө 6 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (26 йәш)
Вафат булған урыны Көнигсберг
Хәрби звание лейтенант, өлкән лейтенант[d] һәм Капитан
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы (21 декабрь 1918 йыл — 6 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәтйәнов Ғимран Хәбибйән улы 1918 йылдың 21 декабрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Мәсетле ауылында тыуа. 1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Армияға Архангель районының хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышын хәрби хеҙмәттә ҡаршылай. Кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында полк батареяһы командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. ВКП(б) ағзаһы. 1942 йылдың 6 июлендәге ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана[2]. 1945 йылдың 6 февралендә Германияла, Көнсығыш Пруссияла (хәҙерге Калининград) Кенигсберг округында, Велау районында, Гросс-Кзайдель тигән урында вафат була, шунда ерләнә. Вафат булған ваҡыттағы вазифаһы һәм специальносы дивизион штабы начальнигы тип күрһәтелгән[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]