Эстәлеккә күсергә

Мәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улы (рус. Мәхмутянов Каримян Мубаракович; 28 июнь 1941) — сәйәсмән, совет эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән 12-се саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.

Кәримйән Мөбәрәк улы Мәхмүтйәнов 1941 йылдың 28 июнендә Башҡортостандың Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, ә хеҙмәт юлын 1959 йылда уҡ ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы булып башлаған булған.

1960—1979 йылдарҙа Яңауыл районының Беүә совхозында баҫыусылар бригадаһы бригадиры, косомол ойошмаһы секретары, бүлексә идарасыһы, баш агроном вазифаларында эшләгән.

1976—1981 йылдарҙа Асҡын районы Урмияҙ совхозы директоры.

1981 йылда Асҡын район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланған.

1992 йылдан Асҡын район Советы башҡарма комитеты рәйесе — район хакимиәте башлығы.

Асҡын районы 158-се Урмияҙ һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

БАССР Юғары Советының халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы була[1].

1990 йылдың 13 октябрендә Башҡорт ССР-ы Юғары советының ВС-3/5 Ҡарары менән Башҡорт ССР-ның Конституция комиссияһы төҙөлә. Мәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улы комиссия ағзаһы итеп һайлана[2].

СССР миҙалдары менән бүләкләнгән[3].

Өйләнгән, ҡатыны менән 1 ул һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. [http://docs.pravo.ru/document/view/4489858/ Постановление Башкирской ССР от 13 октября 1990 года № ВС-3/5 Об образовании Конституционной комиссии Башкирской ССР](недоступная ссылка)
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104