Эстәлеккә күсергә

Плотников Иван Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Плотников Иван Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1]
Тыуған урыны Королёв, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 июль 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Рәсәй
Һөнәр төрө тарихсы
Эш урыны Урал дәүләт тау университеты
А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны СССР[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Плотников Иван Фёдорович (4 сентябрь 1925 йыл — 13 июль 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник. Тарих фәндәре докторы (1967), профессор (1968), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985).

Иван Плотников 1925 йылда Королев ауылында крәҫтиән ғаиләһендә (әсәһе — Агриппина Евсеевна, ҡыҙ фамилияһы Останина, атаһы — Федор Николаевич Плотников, граждандар һуғышында партизан-блюхерсы булған) тыуған. Иванға өс йәш тулғанда атаһы ғаиләһен ташлап, яңы ғаилә ҡора. 1928 йылда әсәһе Иван менән Байҡы ауылына күсеп килә. Иван Плотников 13 йәшендә эшләй башлай: тәүҙә ташсылар бригадаһында кирбес ташый, 14-15 йәшендә көтөү етәксеһе янында көтөүсе-ҡыуыусы, 1941 йылдың йәйендә Ҡариҙел машина-трактор станцияһында (МТС) ремонт эшселәре һәм комбайнер ярҙамсыһы булып эшләй, был ваҡытта туғандары янында йәшәй[3].

1947 йылдан Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел һәм Асҡын районы урта мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.

1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай, һуңынан Урал университеты янындағы аспирантураға уҡырға инә. Уны 1954 йылда тамамлай, «Коммунистическая партия Советского Союза — вдохновитель и организатор героического труда советской интеллигенции в годы Великой Отечественной войны (1941—1945 гг.)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4]. 1954 йылдан Екатеринбург юғары уҡыу йорттарында эшләй. 1962—1975 йылдарҙа — тау институтында кафедра мөдире, 1975—1992 йылдарҙа — Урал дәүләт университетында кафедра мөдире[5] булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныу сфераһы — Рәсәйҙең көнсығышында граждандар һуғышы тарихнамәһе һәм тарихы проблемаһы, бигерәк тә Уралда, Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта 1917—1922 йылдарҙа большевиктар һәм большевиктарға ҡаршы көстәрҙең ҡаршы тороуы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тарихы.

СССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорттары министрлығының бер нисә Советына инә, юғары уҡыу йорттары өсөн тарих буйынса бер нисә уҡыу программаһы авторҙашы. Оҙайлы ваҡыт СССР Фәндәр академияһының (һуңынан Рәсәй Фәндәр академияһы)[6] «Рәсәй революциялары тарихы» ғилми советы ағзаһы, Урал секцияһы рәйесе була. Беренсел документтар менән әүҙем эшләй, Рәсәй үҙәге һәм көнсығышы менән Ҡаҙағстандың 60-тан артыҡ архив һаҡлағысы документтарын өйрәнә. Свердловск өлкәһенең Дәүләт архивында уның шәхси фонды урынлашҡан.

Уның фәнни етәкселеге аҫтында илленән ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланған.

800-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 31 монография авторы. Ҡайһы бер хеҙмәттәре:

  • Плотников И. Героическая эпопея Уральской партизанской армии Блюхера. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1986. — 400 с.
  • Плотников И. Ф. Во главе революционной борьбы в тылу колчаковских войск: Сибирское (Урало-Сибирское) бюро ЦК РКП(б) в 1918‒1920 гг. — Свердловск: Изд-во Урал. ун-та, 1989. — 336 с.
  • Плотников И. Ф. Смута: [Рев. события в Белорец. округе в 1918 г.]. — Уфа: Китап, 1994. — 176 с.
  • Плотников И. Кто убил Колчака? // Родина. — 1995. — № 1. — С. 50‒52.
  • Плотников И. Ф. Александр Васильевич Колчак. Жизнь и деятельность. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1998.
  • Плотников И. Ф. Правда истории. Гибель Царской Семьи. — Екатеринбург: Свердловская региональная общественная организация «За духовность и нравственность»; [М.: Паломник], 2003. — [528 с.] ISBN 5-9900008-1-2
  • Плотников И. О команде убийц царской семьи и её национальном составе // Урал. — 2003. — № 9. — С. 229‒237.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • 16 миҙал .
  • В. Н. Татищев һәм Г. В. де Геннин исемендәге премия лауреаты (1999).
  1. Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  2. Plotnikov, Ivan Fedorovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Плотников И. Ф. Плотников Иван Федорович. Проект "Я помню" - воспоминания ветеранов Великой Отечественной Войны (14 июль 2006). Дата обращения: 13 сентябрь 2018.
  4. Плотников, Иван Федорович. Коммунистическая партия Советского Союза - вдохновитель и организатор героического труда советской интеллигенции в годы Великой Отечественной войны (1941-1945 гг.) (Текст): Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата исторических наук. Оф. сайт РГБ. Дата обращения: 13 сентябрь 2018.
  5. ПЛОТНИКОВ Иван Федорович. Уральская Историческая Энциклопедия. Дата обращения: 13 сентябрь 2018. 2018 йыл 13 сентябрь архивланған.
  6. Н.В. Мельникова. ПЛОТНИКОВ Иван Федорович. Историческая энциклопедия Сибири. Дата обращения: 13 сентябрь 2018.
  • Уральскому университету — 70 лет. Свердловск, 1990;
  • Филатов В. В. Отечества пользы для… // К 75-летию Уральского горного института (1917—1992). Екатеринбург. 1992;
  • Уральский государственный университет в биографиях, Екатеринбург, 1995;
  • Чернобаев А. А. Историки России. Кто есть кто. Саратов, 1998;
  • Со святой верой в победу. Екатеринбург, 2000.