Эстәлеккә күсергә

Тигермән ауыл Советы (Ҡариҙел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тигермән ауыл СоветыҠариҙел районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452386. ОКАТО коды — 80234876000.   Иҫке Аҡбүләк  ауыл Советы менән берләштерелә. 

Составына инә. Байҡыбаш районында 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлгән тиклем уның.

Ауыл Советы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тигермән  ауылы — административ үҙәге[1]

СССР тарҡалыу менән Тигермән ауыл Советынын яңы ауыл Советы — Байҡы-Юныс ауыл Советы бүленеп сыға. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йылдың 1 июлендәге 6-2/273 һанлы «Ҡариҙел районында Байҡы-Юныс ауыл Советын ойоштороу тураһында» указы хәбәр итә:

1. Ҡариҙел районының Байҡы-Юныс ауылында административ үҙәген урынлаштырып, Байҡы-Юныс ауыл Советын ойошторорға. 2. Тигермән ауыл Советынан Асҡыш һәм Байҡы-Юныс ауылдарын сығарып, Байҡы-Юныс ауыл Советы составына индерергә. 3. Тигермән ауыл Советының административ үҙәген Байҡы-Юныс ауылынан Тигермән ауылына күсерергә.

4. Байҡы-Юныс ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.
17 йылдан һуң Тигермән ауыл Советы юҡҡа сығарыла.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
27) Ҡариҙел районы буйынса:
в) Иҫке Аҡбүләк ауылында административ үҙәге менән, «Иҫке Аҡбүләк» атамаһын һаҡлап, Иҫке Аҡбүләк һәм Тигермән ауыл Советтарын берләштерергә.

Тигермән ауыл Советының Тигермән ауылын Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы составына индерергә.
Иҫке Аҡбүләк ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Тигермән ауыл Советын алып ташларға.

2008 йылға  Асҡын районы, Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы, Байҡы-Юныс ауыл Советы  муниципаль берәмектәр менән сиктәш  («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].